Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар , 10:22

Ағай ҡустылары алдында • һыр бирмәҫ!

Марат Йомабаев бер йылда биш тапҡыр махсус хәрби операция зонаһына барҙы!

Ағай ҡустылары алдында  •	һыр бирмәҫ!
Ағай ҡустылары алдында • һыр бирмәҫ!
  • Көндәлек тормошобоҙҙа “ирекмән” һүҙе йыш яңғырай башланы. Ниндәй генә баҙар иҡтисады дәүере хөкөм һөрмәһен, кемгәлер ярҙам итә алалар икән, илдең аҫыл ир-ҡатындары ситтән битараф күҙәтә алмай. Выждандары көс-ваҡыттарын, хәләл малдарын мәрхәмәтлек маҡсатында тоторға мәжбүр итә уларҙы, улай ғына ла түгел, ҡайһы саҡ сәләмәтлекте, хатта, ғүмерҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға тура килә. Эйе, ололарға булышлыҡ иткән йә экологик өмәләр үткәргән ирекмәндәр ҙә ихтирамға лайыҡ, шулай ҙа сикләнгән хәрби операция зонаһына күстәнәс ташыусы ылаусыларҙы “баш ирекмән” тип әйтерлектер! Улар ҙа, һис шикһеҙ, Ватан һағында торалар бөгөнгө көндә. Гуманитар йөктө үҙәкләштерелгән рәүештә лә ебәреп була, тик бына үҙең алып барғанда тәғәйен кешеләргә үҙ ваҡытында барып етеүенә ышаныс күберәк, тигән фекерҙә ҡыйыу ирекмәндәр. Алыҫ яҡта беҙҙең барыбыҙҙың имен тормошобоҙ хаҡына ҡан түккән уландарыбыҙ менән күҙгә-күҙ аралашыу ҙа ике яҡ өсөн дә бик кәрәкле. Хәүефле сәфәр булғас, инициативалы граждандарҙың хәрби часть дислокацияһы урындарына үтеүе хәҙер тыйыла, әммә беҙҙекеләр нисектер форсат табып тора.
    Үткән ай башында Марат Йомабаевты күргән инек ине, дүртенсе тапҡыр Украина яҡтарына барып ҡайтҡас, тәьҫораттары менән уртаҡлашҡайны. Яңы йылға тиклем тағын  барам, егеттәр байрам табынына ҡаҙы һораны, тигән хәбәрен ишетеп бер аҙ аптырап ҡалғайныҡ. Егет һүҙе бер була икән, бер йыл ағымында бишенсе тапҡырға ла барып килгән, һыйҙы еткергән!
    Марат Ғамир улы Межозерный ҡасабаһынан. 2017 йылдан Миндәктә йәшәй. Шахтерҙар династияһынан. Атаһы Ғамир Ғайса улы, бер туғандары Дамир менән Рәис, ул үҙе оҙаҡ йылдар Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт итәләр. Марат Үҙйылға карьерында туғыҙ йыл мәғдән сығара, һуңынан күпмелер ваҡыт “Уралташ” предприятиеһында эшләп ала ла, әле йәнә шахтала – вахта ысулы менән Ҡыштымға йөрөй. Фәҡәт ер аҫтында ҡырҡыу шарттарҙа хеҙмәт итеү ҙә һәр яҡлап сыныҡтырған, “Үҙеңдән дә алда иптәштәреңде уйла”, - хәҡиҡәтенә ныҡлап тәшәндәргәндер инде. Ирекмәндең хәләл ефете Аида Мөхтәр ҡыҙы ауыл клубында художество етәксеһе, әле декрет ялда.
    -Нисек иптәшемде юлға сығарам, тип һорайһығыҙмы? Кире килеп ингәнсе йөрәкте тотоп ултырабыҙ, - тип яуапланы. – Элек сәфәр сыҡҡандарында, исмаһам, гел бәйләнештә була торғайны, һуңғыһында бер тәүлек буйына шылтырата алмай тамам ҡурҡылды. Баҡһаң, боҙло ямғыр яуып, элемтә өҙөлгән. Әммә ир кеше ҡарар ҡабул иткән икән, ҡаршы тороп булмай. Балаларымдың атаһы ысын ир-егет, һис тә ҡурҡмайынса сауаплы эш башҡара тип ғорурланырға ғына ҡала! Барыһы ла Хоҙай ҡулында инде, моғайын да иптәшемде лә, бар һалдаттарыыбыҙҙы ла бәлә-ҡазаларҙан аралар.
    ...Марат Йомабаевтың смартфонынан ҙур ҡыҙыҡһыныу менән егеттәребеҙ көн күргән блиндаж эсен ҡарайбыҙ. Бәләкәй, оҙайлы ямғырҙар ваҡытында һыу баҫып, һурҙырырға тура килә, ти, әммә йыйнаҡ, иң мөһиме – ышаныслы йәшерелгән һәм нығытылған. Иң тетрәндергәне – стенала христиандарҙың икона һүрәте менән изге аят яҙылған плакат типә-тиң, иңбашҡа-иңбаш терәтеп эленгән. Мостай Кәримдең шиғыры үҙенән-үҙе башҡа килә:
  • “Рус һәм башҡорт юлда һәр саҡ юлдаш,
    Табындаштар оло байрамда,
    Яуҙа яуҙаш, дандаш һәм ҡәберҙәш
    Изге һуғыш үткән майҙанда”.
    Башҡа бер генә лә ҡәберҙәштәр өҫтәлмәһен инде, ә бына һуғыш ысынында ла изге булыуы бик тә ихтимал. Чечня башлығы Рамҙан Ҡадиров махсус операцияны иман өсөн яу тип атаны бит. Ислам да, православие ла – Ибраһим пәйғәмбәр ғәәләйһиссәләм диндәре, ә Көнбайыш ысынында ниндәй боттарға табыныуы сер түгел!
    Егеттәребеҙ фронт шарттарында ла көнкүрештәрен ярайһы кимәлдә алып бара тиерлектер. Урманда ағас аҫтында кер йыуыу машинаһы ла күренә! Шапшаҡ йөрөү хәрбиҙәргә һис тә килешмәй, ә махсус кер йыуыу подразделениелары тәрән тылдалыр, күрәһең. Аш-һыуҙы ла үҙҙәре әҙерләй.
    -Беҙ булған подразделениеларҙа туҡланыу яҡшы ойошторолған, -ти әңгәмәсебеҙ. – Шулай ҙа өй тәмлекәстәрен ныҡ һағыналар, посылкаларҙы ихлас шатланып ҡабул итәләр, бар күңелдән рәхмәт әйтәләр. Ризыҡтың үҙенән дә алда, беҙҙе онотмауҙары ҡәҙерле, тиҙәр. Әлбиттә, Яңы йыл алдынан һый алып барыу менән генә сикләнмәнек. Бынан алда барғаныбыҙҙа яҡташтар УАЗ-“буханка” артыҡ булмаҫ ине, тип ысҡындырғайны, яралыларҙы госпитәлгә ташыу өсөн ҡулай. Ҡайттыҡ та, аҡса йыйыу тураһында иғлан иттек. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта 305 мең һум тупланды. Ошо УАЗ менән Рөстәм Закиров һәм Рәүил Ишбаев (бөтә ирекмәндәр менән һөйләшеп, үҙҙәренән рөхсәт алып өлгөрмәгәс, йәшәгән, эшләгән урындарын күрһәтеп тормайбыҙ. – Авт.) 19 декабрь юлға сыҡтылар, икенсе көнөнә беҙ ҙә арттарынан ҡуҙғалдыҡ – Таһир Мирсәйетов менән Тимур Фәйезов тағылма тартҡан “Гранта”ла, Рафиҡ Лоҡманов һәм мин – “Ларгус” менән.
    ...Өфө тирәһендә юл һәләкәтендә бер ни тиклем зыян күрәләр, “Гранта”ны хәлдән килгәнсә ашыҡ-бошоҡ ипләйҙәр ҙә, колонна юлды дауам итә. Зонала кем ҡайҙа теләй, шунда үтә ала, тигән яңылыш фекер тыумаһын! Тәжрибәле ирекмәндәр барыһын да алдан хәстәрләй, “Глаз” позывнойы йөрөткән яҡташыбыҙ блокпостар аша үтергә ирек биргән документтарҙы юллай. Ошо рәүештә генә Луганск-Северодонецк-Рубежная марштруты буйынса үтәләр, Кременнаяға тиклем барып етәләр. Донецк тирәһендә, беҙҙең ирекмәндәргә яҡын арала Рәсәй ПВО-һы дошман ракетаһын бәреп төшөрә, бындай күренешекә тәүләп юлығыусылар тетрәнеүен тетрәнә, әммә кире боролоу тураһында һүҙ ҙә сыҡмай.
    -Беренсе тапҡыр февраль айында барғанда ҡырҡыуыраҡ хәлгә лә ҡалдыҡ, - тип бәйән итә Марат Ғамир улы.- Айтуған, Фәнил менән бергә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бүләктәр алып барғайныҡ. “Уралташ-Гранит” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре мобилизацияланған коллегаларына дизель генераторы ла биреп ебәргәйне. Фронтҡа яҡынлашҡас аҙаштыҡ. Үҙебеҙ барған яҡташтарға шылтыратып, хәлдән килгәнсә ҡайҙа икәнлегебеҙҙе аңлатҡайныҡ, тегеләрҙең сәстәре үрә торҙо – баҡһаң, дошман позициялары йүнәлешендә китеп барғанбыҙ. Тиҙ генә кире боролорға, юл сатына сыҡмаҫҡа (миналанған) ҡуштылар, ҡаршы алдылар... Аллаһы Тәғәлә үҙе бәләнән аралап ҡалды!
    -Ҡурҡыныс түгелме, бер тапҡыр ҡыл өҫтөнән үтеү һабаҡ бирмәнеме ни?
  • -Ҡурҡыу-ҡурҡмау һәр кемдең шәхси эше, ә бында фәҡәт һиңә бағланған өмөттө аҡлар кәрәк. Ҡурҡыуҙы күрһәтеү оят та булыр ине – һалдаттар төп өлөштә минән йәшерәк, “ағай” тип өндәшәләр, ә ағай ҡустылары алдында һыр бирмәҫ!
    -Шулай ҙа, бер йылда биш тапҡыр барыу артығыраҡ түгелме?
    -Хәлдән килһә, үҙем дә ҡорал тотоп күптән улар араһында булыр инем..... Ниндәйҙер сәйәсәт, ил мәнфәғәттәре тураһында уйламағанда ла, яу ҡупҡан икән, күршеләрең, яҡташтарың пуля аҫтында йөрөгөндә ситтә ҡалыу оят һымаҡ. Тик бына биш балам тураһында һис тә онота алмайым шул, кесеһенә ике генә йәш бит. Ә биш тапҡыр барыуымдың конкрет сәбәбе – беҙҙең Миндәк тирәһе ауылдарынан күп егеттәр алыша, кемдер фәҡәт уларға туғандары йыйнаған посылкаларҙы илтергә тейеш тә инде! Минең, шөкөр, был бурысты үтәргә хәлемдән килә.
    Икенсе тапҡыр -мартта, өсөнсөгә -апрель айында сәфәр сыға.. Айнур менән ДРСУ бүлгән тәгәрмәсле күсмә мунса ла алып бара, Рөстәм менән “Нива” автомобилен дә алғы һыҙыҡҡа илтәләр. Дүртенсе таҡыр иһә ноябрь айында сығалар, Айбулат, Рафиҡ, Сергей менән. Барған һайын яу яланы нығыраҡ тарта инде – яҡташтарҙың хәлдәрен үҙ күҙҙәре менән күрәләр бит, нисек тә булышлыҡ итеү теләге көсәйә генә бара. Үҙеңә ышанғандарҙың өмөттәрен аҡларға ынтылыу – һәр ир-егет өсөн иң изге бурыс бит ул. “Бер ни белмәйем, белергә лә теләмәйем, был миңә ҡағылмай”, - тип үҙеңә йомолоп йәшәү, әлбиттә, еңелерәк булыр ине. Әммә күрмәмеш булып ҡыланыуҙан ғына донъя үҙгәрмәй, ә әле яу бара, ҡан ҡойола...
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: