Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар , 14:38

Сын ир-ат һөнәре

“Башҡортостан Республикаһы Учалы районының ирекле янғын командаһы” урындағы йәмәғәт учреждениеһы директоры Фәнис Фәрит улы Шахманов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы” дәрәжәһенә лайыҡ булды.

Сын ир-ат һөнәре
Сын ир-ат һөнәре
  • 27 декабрь Рәсәй ҡотҡарыусылары көнө билдәләнде. Ошо айҡанлы БР Башлығы Радий Хәбиров үткән йылдың аҙағында бер төркөм иптәштәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Шул иҫәптән “Башҡортостан Республикаһы Учалы районының ирекле янғын командаһы” урындағы йәмәғәт учреждениеһы директоры Фәнис Фәрит улы Шахманов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы” дәрәжәһенә лайыҡ булды.
    Ф.Ф.Шахманов 1973 йыл Учалы ҡалаһында тыуған. 1999 йыл Екатеринбург янғын-техник училищеһын тамамлай, 2009 йыл – Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Урал институтын (янғын хәүефһеҙлеге йүнәлеше). Ә 2018 йыл РФ Дәүләт янғын хеҙмәтенең Санкт-Петербург университетының адъюнктураһында преподаватель-тикшереүсе дипломын алыуға иреште. Автомобиль заправкаларында янғын именлеген тәьмин итеү проблемаларын ентекләп тикшереп, үҙ тәҡдимдәрен биреп, 2019 йыл техник фәндәр кандидаты диссертацияһын яҡлай.Ҡағыҙҙа ғына ғалим түгел бит әле - ике тиҫтәләп ғилми эш авторы, ике уйлап табыу патенты эйәһе, хатта, ЭВМ өсөн махсус программа ла теркәгән!
    Шул уҡ ваҡытта бер саҡ ғәмәли эштән, ысын тормоштан айырылмай. Хеҙмәт биографияһы быға асыҡ дәлил. Әрмегә тиклем «Лесмаш» заводында токарь булып эш башлай. Хәрби бурысын үтәгәндә бүлексә командиры итеп үрләтелә. Ә 1994 йылдан бар тормошо беҙҙе янғындарҙан һаҡлау менән тура бәйле, шул уҡ «Лесмаш» заводында янғын һағы хеҙмәткәре булып эшләй башлай. Һөнәри белем баҫҡыстары буйына күтәрелгән һайын яуаплыраҡ вазифалар ҙа биләй бара: дәүләт хеҙмәтенең янғын һүндереүсеһе, бүлексә командиры, ҡарауыл начальнигы, 24 -се янғын часы начальнигы, 25-се янғын һүндереү отряды начальнигы урынбаҫары, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйнса баш идаралағының матди-техник тәьминәт идаралығы начальнигы урынбаҫары, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйнса дәүләт комитеты хеҙмәткәре. 2021 йылдың апрель айынан әлеге вазифала. Һәм әйтергә кәрәк, учреждениеға яңы тын өрә алды.
    “Башҡортостан Республикаһы Учалы районының ирекле янғын командаһы” урындағы йәмәғәт учреждениеһы 2012 йыл ойошторола. Маҡсаты – ауыл ерелегендә янғындарҙы иҫкәртеү һәм һүндереү, авария-ҡотҡарыу эштәре башҡарыу. Әлеге мәл 45 янғын һүндереүсе һәм ҡотҡарыусы иҫәпләнә. Былтыр 72 янғын һүндереүҙә ҡатнашырға тура килә уларға, шул иҫәптән ике осраҡта үҙ көстәре менән генә бәләне ауыҙлыҡлайҙар, 12 осраҡта дәүләт янғын хеҙмәте килеп еткәнсе йәмәғәтселәр утты һүндереп өлгөрә. Команданың бар асылы шунда бит – потенциаль янғын урындарына мөмммкин тиклем яҡын булыу. Шулай уҡ өс урман янғынын һүндереүҙә дәррәү ҡатнаштылар. Учреждение составындағы авария-ҡотҡарыу формированиеһы өс тапҡыр батҡан кешене эҙләү операцияһы башҡарҙы, бер кешене ҡотҡарҙылар. Һыу төбөн хәүефле предметтарҙан таҙартыу эштәренә алты тапҡыр йәлеп ителәләр.
    Профилактика эшенә төплө иғтибар бүленә. Беҙҙең учреждение хеҙмәткәрҙәре бөтә республика өсөн 834 ирекле янғын һүндереүсе, ете янғын профилактикаһы белгесе , 15 матрос-ҡотҡарыусы әҙерләне. Һыу ингәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса йәйге лагерҙарҙа ял иткән 400-ҙән ашыу балаға файҙалы ғына түгел, мауыҡтырғыс та дәрестәр ойошторола.
    Уставтарына ярашлы ирекле янғын командаһы эшмәкәрлекте өс финанс сығанаҡ иҫәбенә башҡара. 2023 йыл ауыл ултыраҡтары субсидиялары 1,4 млн. һум тәшкил итте, ауыл халҡының иғәнәләре -1,2 млн.һум, ә үҙҙәренең йүнселлектәре 4,8 млн. һум килтерә. Шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алабыҙ - төп тәғәйенләнештәре буйынса ғына аҡса эшләргә хоҡуҡлылар. Беҙҙекеләр иһә именлек системаларын монтажлау һәм техник хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә.
    Фәнис Фәрит улы етәкләгән учреждение тағын да бер ресурс йәлеп итеү сығанағын киң ҡулланыуы тураһында гәзитебеҙҙә яҙа барабыҙ. Ул да булһа, төрлө грант конкурстарында актив ҡатнашыу. Былтырғы йыл да уңышлы үтте. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы үткәргән конкурста Волга буйы федераль округында “ Иң яҡшы ирекле янғын һағы подразделениеһы” тип танылдылар, Халыҡ-ара “Беҙ бергә” конкурсында ярымфиналға сыҡтылар. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы СНКО (социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡоролмаған ойошмалар) араһында үткәргән конкурста “Ауыл ерлегендә янғын һүндереү һәм авария-ҡотҡарыу эштәре башҡарыу”
  • проекты менән еңеүҙән килгән 4 миллион һумлыҡ грант эшмәкәрлекте артабан камиллаштырыуҙан тыш, булған янғын һүндереү автомобилен яҡшылап ремонтларға, яңы авария-ҡотҡарыу автомашинаһы һатып алырға, хатта, 2000 экземпляр менән “ Ирекле янғын һүндереүсе белешмәһе” әҙерләргә һәм нәшер итергә ирек бирә. БР Башлығы фонды социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡоролмаған ойошмалар араһында үткәргән конкурста ла “Мобиль ирекле водолаз пункты” проекты менән ҡатнашып, 500 мең һум грант алыуға ирештеләр. Был аҡсаға һыуҙа ҡотҡарыусыларға махсус әҙерлек үткәрелә, водолаз ҡоролма-яйланмалары ҡайтартыла.
    Бына шулай, йәмәғәт, егетттәр былай ҙа тырыша, алма беш, ауыҙыма төш, тип ятмайҙар - аҙ-маҙ иғәнә йыйылғанда ҡарунланмағыҙ, бер тине лә тәләф ителмәй, фәҡәт беҙҙең барыбыҙҙың да именлегебеҙгә йәүнәлтелә.

    2023 йылдағы әүҙем һәм ҡыйыу эшмәкәрлек өсөн ете ирекле янғын һүдереүсе район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән билдәләнде, янғын һүндереү автомобиле водителе Сергей Армизонов ҡаһарманлыҡ һәм һөнәр оҫталығы өсөн Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының миҙалы менән бүләкләнә. Ә Фәнис Фәрит улының үҙенә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы” исеме бирелеүе тураһында мәҡәлә башында яҙҙыҡ инде. Юғары хөрмәт бер һүҙһеҙ бик лайыҡ кешегә күрһәтелде. Сын ир-аттың төп булмышы шул инде – яҡлау һәм ҡотҡарыу.... Иптәш Шахмановтың үҙенә лә, бөтә ирекле янғын һүндереүселәргә лә артабан да уңышлы, иң мөһиме – мөмкин тиклем тынысыраҡ эшмәкәрлек теләп ҡалабыҙ!
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: