Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар , 08:40

“Эшемде яратам!”

13 ғинуарҙа Рәсәйҙә матбуғат көнө билдәләнә. Тамырҙары менән Петр I заманына барып тоташҡан байрам бөгөн илебеҙҙәге барлыҡ редакция һәм типография хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы иҫәпләнә. Шул уңайҙан ошо тармаҡта өс тиҫтә йылға яҡын уңышлы хеҙмәт итеүсе Учалы ҡала типографияһы хеҙмәткәре Әлиә Усманова хаҡында бәйән итергә булдыҡ.

“Эшемде яратам!”
“Эшемде яратам!”

13 ғинуарҙа Рәсәйҙә матбуғат көнө билдәләнә. Тамырҙары менән Петр I заманына барып тоташҡан байрам бөгөн илебеҙҙәге барлыҡ редакция һәм типография хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы иҫәпләнә. Шул уңайҙан ошо тармаҡта өс тиҫтә йылға яҡын уңышлы хеҙмәт итеүсе Учалы ҡала типографияһы хеҙмәткәре Әлиә Усманова хаҡында бәйән итергә булдыҡ.

Әлиә Рәжәп ҡыҙының ғүмерен полиграфия өлкәһе менән бәйләүе көтөлмәгәндә килеп сыға.

- Атайым мине медицина хеҙмәткәре итеп күрергә теләй ине. Мәктәпте тамамлағас, уның һүҙен йыҡмайынса Өфөгә медицина училищеһына имтихандар тапшырырға килдем. Тәүге икәүһен уңышлы тапшырҙым, тик өсөнсөһөн - рус теленән диктантты – махсус рәүештә хаталы итеп яҙҙым. Бар теләгем - медицина училищеһында уҡырға инмәү. Күңел түремдә физкультура техникумына инеү теләге күптән бөрөләнгән ине инде. Бала саҡтан спортты үҙ иттем мин, еңел атлетика менән ныҡлап шөғөлләндем, яҙмышымды мотлаҡ ошо тармаҡ менән бәйләргә өмөт итә инем. Тик бер ҡайҙа ла уҡырға кермәйенсә ҡайтыуҙы башыма ла килтермәгәнлектән, еңгәмдең тәҡдиме буйынса, Өфө полиграфия училищеһына документтарҙы тапшырҙым да ҡуйҙым, имтихандарҙы уңышлы биреп, үҙем дә һиҙмәҫтән яҙмышымды полиграфия өлкәһе менән бәйләнем. Ышаныслы итеп әйтә алам, был аҙымыма бер ваҡыта ла үкенгәнем булманы, эшемде яратам, - тип иҫләй йәшлек йылдарын әңгәмәсем.

Әлиә Усманова Әлшәй районы Дим ҡасабаһында тыуып үҫкән. Атаһы Рәжәп Миннивәли улы - ветеринар табип, әсәһе Рая Зиннәт ҡыҙы ғүмер буйына һауынсы  булып эшләй. Ғаиләлә ете бала тәрбиәләнәләр.

Өфө полиграфия училищеһында Әлиә Рәжәп ҡыҙы “Печатник высокой печати” тип аталған сәйер яңғырашлы һөнәр үҙләштерә. Бөгөнгө тел менән әйткәндә, офсет баҫма ысулына уҡып сыға. Диплом алғас, Стәрлетамаҡ ҡала типографияһына эшкә йүнәлтелә. Унда ярты йыл самаһы эшләгәс, Әлиә Рәжәп ҡыҙы буласаҡ тормош юлдашы менән осрашып, яҙмышын Учалы районы менән бәйләй. Әлиә һәм Рөстәм Усмановтар өс балаға ғүмер бирә. Улдары Руслан Усманов – ҡаһарман яугир, вертолет штурманы. Украинала барған махсус хәрби операцияла уҙған йылда 25 кенә йәшендә һәләк булды.

Уҡыған һөнәре буйынса хеҙмәт юлына Әлиә Рәжәп ҡыҙы 1995 йылда баҫа - Рудникта “Панорама” типографияһында печатник, мастер вазифаларын башҡара. Бында ул 2001 йылға тиклем тырыша. Ә 2002 йылда Учалы ҡала типографияһына эшкә килә һәм бөгөнгә тиклем ошонда фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Тәүҙә фальцовкала эшләй, яңы ғына баҫылған гәзиттәрҙе йөҙәр экземлярҙа иҫәпләп, айырып һалып, бәйләп бара. Ул ваҡыттарҙа район гәзиттәренең үҙебеҙҙә баҫылғанлығын иҫәпкә алғанда һәм баҫма тираждарының әлеге ваҡыттан биш-алты тапҡырға күберәк нәшер ителеүен күҙ уңында тотҡанда, эштең ни тиклем күләмле булыуын күҙ алдына килтереүе ауыр түгел. Артабан типография кибетендә һатыусы эшен дә ышанып тапшыралар Әлиәгә. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, мастер вазифаһына күсерәләр. Ошо бурысын, хеҙмәт юлын печатник булып башлаған Әлиә Усманова әле лә намыҫ менән яратып башҡара. Учалы ҡала типографияһына мөрәжәғәт итеүселәрҙән заказдар ҡабул итеп ала, печатниктарға теге йәки был баҫма продукция өсөн күмпе материал сарыф ителәсәген күҙаллай, заказдарҙың үтәлешен контролдә тота һ.б. Ғөмүмән, Әлиә Усманованы типографияның артерияһы тип атау, һис тә фәстереү булмаҫтыр, моғайын.
Учалы ҡала типографияһында бөгөн ун кеше хеҙмәт итә. Һәр береһе үҙ эшенең оҫтаһы, тәжрибәлеләр. Ике тиҫтә йылдан ашыу инде Учалы ҡала типографияһы менән Александр Борисов етәкселек итә. Ут күршеләребеҙҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ, эштәрендә уңыштар, һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас: