Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
12 Ғинуар 2024, 09:40

Учалыла йәштәр йорто асылды

Учалыла «Йәшлек House” йәштәр йорто эшләй башлаясағы тураһында гәзитебеҙҙә яҙғайныҡ. 3 ғинуарҙа Йәштәр йортон асыу тантанаһы үтте. Яңыртылған, заманса урын асылыуы менән Учалы йәштәрен Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук ҡотланы.

Учалыла йәштәр йорто асылды 

Учалыла «Йәшлек House” йәштәр йорто эшләй башлаясағы тураһында гәзитебеҙҙә яҙғайныҡ. 3 ғинуарҙа Йәштәр йортон асыу тантанаһы үтте. Яңыртылған, заманса урын асылыуы менән Учалы йәштәрен Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук ҡотланы.

Ул ҡаланың «Стиль» йәштәр-ял итеү үҙәгендә урынлашты. Проект 2023 йылда республикабыҙҙың «Йәштәр өсөн төбәк» Бөтә Рәсәй йәштәр сәйәсәтен комплекслы үҫтереү программалары конкурсында еңеү сиктәрендә тормошҡа ашырылды.

Субсидия күләме буйынса Башҡортостан ил субъекттарының иң яҡшы бишәү исемлегенә инде. Һәм йәштәр киңлектәрен яңыртыу (реновациялау)  өсөн 227,88 миллион һум аҡса алыуға өлгәште, ул учреждениеларҙы ремонтлауға, йыл дауамында саралар уҙғарыуға йүнәлтелде. “Йәштәр өсөн төбәк” конкурсы заявкаһына Өфөлә республиканың йәштәр социаль-психологик үҙәге, Нефтекама һәм Учалыла йәштәр үҙәктәре индерелде. Конкурс “Мәғариф” милли проектының “Рәсәй йәштәре” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо. Учалы районының программала ҡатнашып еңеүгә өлгәшеүе ҡыуаныслы ваҡиға булды. Уның булышлығында ҡалала йәштәрҙе ылыҡтырыу өсөн заманса уңайлы урын барлыҡҡа килде.

Төҙөкләндереү эштәре былтыр йыл буйы дауам итте. Грант аҡсаһына “Стиль”дең бинаһына капиталь ремонт үткәрелде: тәҙрәләр һәм ишектәр алмаштырылды, ҡыйығы, фасады, стеналары, иҙәндәре һәм түбәләре ремонтланды, заманса йыһаз-ҡорамалдар - трансформер-өҫтәлдәр, йәштәр студияһына яҡтыртҡыс­тар, тауыш көсәйткестәр алынды. Учреждениелағы һәр бүлмә үҙгәртеп эшләнде, хәҙер уның эсен танырлыҡ та түгел. Учреждение статусын һәм стилен тулыһынса үҙгәртте. Яңыртылған Йәштәр йорто төрлө зоналарға бүленгән, музыка һөйөүселәр өсөн - тауыш яҙҙырыу студияһы һәм яңы ҡоралдар, хореографтар өсөн - көҙгөлө зал, геймерҙар һәм программистар өсөн - ҡеүәтле заманса компьютерҙар менән бүлмә, аралашыу, фекер алышыу һәм төрлө дискуссия үткәреү өсөн ҙур экран менән айырым бүлмәләр бар. Бөгөнгө заман талабы булған “Йәш эшҡыуар” клубы иһә эшҡыуар­лыҡҡа тотоноусыларға эшмәкәрлекте нисек башларға, нисек эшләргә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә өйрәтәсәк. Өлкән класс уҡыусылары, студенттар, ирекмәндәр, кино һөйөүселәр, спортсылар, һанлы технологиялар һәм заманса дизайн менән шөғөлләнеүселәр заманса үҙәкте ыңғай баһалап өлгөрҙө лә инде. Әйткәндәй, «Йәштәр өсөн төбәк» федераль программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә былтыр йыл дауамында конкурста еңгән грант аҡсаһына Йәштәр сәйәсәте буйынса комитет йәштәргә 20-нән ашыу төрлө сара уҙғарҙы. Балалар хореография, музыка, художество һәм театр сәнғәтендә үҙ һәләттәрен камиллаштырҙы, ҡыҙыҡлы һәм уңышлы кешеләр менән аралашты һәм башҡа мәҙәни сараларҙа ҡатнашты.

Яна Гайдук дәүләт йәштәр сәйәсәте өлкәһендә төбәк, федераль һәм халыҡ-ара программаларҙы һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн Учалы ҡалаһының йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты хеҙмәткәрҙәренә, Учалы йәштәре активистарына бүләктәр һәм дәүләт комитетының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Яңы асылған Йәштәр йорто йәштәргә артабан да үҫешергә һәм үҙҙәрен башҡа йүнәлештәрҙә һынап ҡарарға мөмкинлек бирәсәк.

Әлиә ДАУЫТОВА.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас