Быйылға Яңы йыл сараларында районыбыҙҙа иң дәрәжәле Ҡарһылыу Илсеғол ауыл мәҙәниәт йортонда булғандыр. Ҡыш-бабайҙың ейәнсәре ролен мәҙәниәт йорто мөдире Миләүшә Наил ҡыҙы Баязитова башҡара бит. Ә ул, «Табынфест — 2023» Төбәк-ара йәштәр фестивалендә “Табын һылыуы” исемен алыуҙан тыш, быйыл ғинуар башында йәнә ҙур уңышҡа өлгәште – Өфөлә, “Торатау” конгресс-холында үткән Бөтә Рәсәй «Ҡарһылыуҡай-2024» конкурсында икенсе урынға сыҡты, рәсми тел менән әйткәндә - II VICE GRAND PRIX (II ВИЦЕ-ГРАН-ПРИ).
Был конкурс 2021 йылдан үткәрелә. 16-35 йәштә һәр кем ҡатнаша ала. Финалда 12 һылыуҡай “Визит карточкаһы”, “Ижади номер” һәм “Костюмлы дефиле” заданиеларында үҙҙәрен күрһәтте. Миләүшәбеҙ, әлбиттә, балҡый – һөнәре буйынса ла хореограф, буй-һынды, төҫ-ҡиәфәтте лә уға Хоҙай йомарт биргән, собханаллаһ. Артабан да уңыштарға өлгәшергә, яҡташтарын шатландырып һәм ғорурландырып йәшәргә яҙһын!