Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар , 14:00

Бөйөк яҡташыбыҙ хаҡында

Монографияла байтаҡ ҡыҙыҡлы һәм фәһемле хеҙмәттәр тупланған, авторҙары – илебеҙҙең төрлө тарафтарынан философия, тарих, филология фәндәре кандидаттары һәм докторҙары, абруйлы ғалимдар. Бығаса рус йә башҡорт теленә тәржемә ителмәгән уникаль  документтар ҙа  бар. Мәҫәлән, Зәйнулла ишандың мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла менән хеҙмәттәшлегенә ҡағылышлы мәғлүмәттәр. Йәиһә, Зәйнулла Рәсүлев ниндәй төплө Ислам хоҡуғы белгесе икәнлеге асыҡ күрһәтелә. Әммә иң мөһиме шулдыр – данлыҡлы яҡташыбыҙ  гел заман менән бергә атлауы, ҡатҡан ҡалыптарҙан ситләшеүе, әммә һәр саҡ хаҡ мосолман булып ҡалыуы асыҡ сағыла был монографияла.

Бөйөк яҡташыбыҙ хаҡында
Бөйөк яҡташыбыҙ хаҡында

Яңы йыл алдынан “Шәйех Зәйнулла Рәсүлев һәм Евразия халыҡтарының суфый мәҙәниәте” тип аталған коллектив монография нәшер ителде.

Былтыр Зәйнулла ишандың (1833–1917)   190-йыллығы киң билдәләнгәйне. Шул иҫәптән Өфө фән һәм технологиялар университеты базаһында халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ойошторола. Унда Башҡортостандан ғына түгел, Дағстан, Силәбе, Һамар,  Мәскәү,Санкт-Петербургтан, хатта,  Азербайжан, Грузия, Иран, Ҡаҙағстан, Төркиәнән бихисап Ислам ғалимдары, тарихсылар, философ-филологтар, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар һәм диндарҙар йыйыла. Һөйләнгән генә һүҙ оҙаҡ һаҡланмай,  иң ҡыҙыҡлы сығыштарҙы  һуңынан ташҡа баҫтырып ҡалдырыу, йыйнтыҡ  нәшер итеү талап ителә.

-Бер майҙансыҡта фән һәм дин, мәҙәниәт кешеләре осрашыуы осраҡлы түгел, фәҡәт шәйех Зәйнулла Рәсүлев һәм уның вариҫтарының хәл иткес   йоғонтоһо менән беҙ әле “Рәсәй халыҡтарының традицион Исламы” тип билдәләгән ҡатмарлы дин, әхлаҡ һәм фәлсәфә комплексы яралды һәм нығынды, - ти Башҡортостанда Нәҡшбәндиә тәриҡәте етәксеһе шәйех Усман Салауат Килдин. – Шәйех шәхесенә ҡарата киң йәмәғәтселектең ҡыҙыҡһыныуы арта ғына бара. 2008 йылдан биш йыл һайын уның иҫтәлегенә  үткәрелгән конференциялар даими рәүештә тулы залдар йыя, ә уның нәшер ителгән хеҙмәттәре библиографик надирәгә әйләнә бара. Эйе, суфыйсылыҡтың да ни икәнлегенә төшөнөргө теләүселәр күп, ләкин тәү сиратта  киң йәмәғәтселек аныҡ һәм хаҡ рухи-әхләҡи маяҡтарға сарсыған, Ислам тураһында ышаныслы сығанаҡтарҙан белге килә.  ХХ быуатта Рәсәй мосолмандарын етәкләгән бар дин әһелдәре Зәйнулла Рәсүлевтың һабаҡтары нигеҙендә үҫешеүе сер түгел. Шәйех һәм уның рухи вариҫы  Ғабдрахман Рәсүлевтың эшмәкәрлектәре арҡаһында ғына мосолман өммәһе ҡаты атеистик репрессияларҙан һуң тергеҙелә, аяҡҡа баҫа алды.

Монографияла байтаҡ ҡыҙыҡлы һәм фәһемле хеҙмәттәр тупланған, авторҙары – илебеҙҙең төрлө тарафтарынан философия, тарих, филология фәндәре кандидаттары һәм докторҙары, абруйлы ғалимдар. Бығаса рус йә башҡорт теленә тәржемә ителмәгән уникаль  документтар ҙа  бар. Мәҫәлән, Зәйнулла ишандың мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла менән хеҙмәттәшлегенә ҡағылышлы мәғлүмәттәр. Йәиһә, Зәйнулла Рәсүлев ниндәй төплө Ислам хоҡуғы белгесе икәнлеге асыҡ күрһәтелә. Әммә иң мөһиме шулдыр – данлыҡлы яҡташыбыҙ  гел заман менән бергә атлауы, ҡатҡан ҡалыптарҙан ситләшеүе, әммә һәр саҡ хаҡ мосолман булып ҡалыуы асыҡ сағыла был монографияла.

-Зәйнулла Рәсүлев һәм уның замандаштарының  шәхестәре әлегенән ныҡ айырылған  донъяға ҡараш, аң-зиһен һәм мәҙәни мәхиттә  етлегә. Нәҡшбәндиә тәриҡәте интеллектуалдарҙың мистик туғандашлығы булараҡ дан тота. Уның остаздары һәм өйрәнсектәре, вариҫтары араһында дин белгестәре, шағирҙар, историографтар бихисап. XIV–XX быуаттарҙа тәриҡәт вариҫтары ғәрәп, фарсы, төрки һәм башҡа телдәрҙә бай әҙәбиәт булдыра. Ҡайһы бер әҫәрҙәр бик киң таралһа, айырым ҡульяҙмалар  аҙ һаҡланған. Нисек кенә булмаһын, башҡорт шәйехе Зәйнулла Рәсүлев етәкләгән Нәҡшбәндиә суфый туғанлығының  иман орлоҡтары  Балкан тауҙарынан алып Һинд океаны утрауҙарына тиклем халыҡтарҙың мәҙәниәттәрендә ныҡлы тамыр йәйгән.  Шуға ла ғалимдар  суфый хәҡиҡәттәренә төшөнгәндә  филология алымдарын ҡулланыуҙары ла емешле килеп сыға, - тип билдәләй Салауат Килдин.

Уҡыусыларға тәҡдим ителгән коллектив монография – бик ҙур, көсөргәнешле  эш һөҙөмтәһе. Эсәтлеге, архив, тарихи һәм әҙәби сығанаҡтары асыҡ күрһәтә – башҡорттарҙың  Ислам мистицизмы феномены артабан өйрәнеү һәм тикшереүҙе, бар асылында  аңларға ынтылыуҙы  талап итә. Күтәрелгән һәр теманы айырым,  киң масштаблы ентекләп тикшереү зарур. Һәм был эш туҡтап ҡалмаҫтыр.

-Ғилми публикациялар, документаль һәм ауыҙ-тел сығанаҡтары раҫлай:  Нөҡшбәндиә тәриҡәтының юғары рухи кимәле һәм серҙәре Башҡортостанда һаҡлана килә. Шәйех Зәйнулла Рәсүлевтың  вариҫтары  шәйех Абдулла Бәҙретдин әл-Алегази, Рәсүл Абдрахманов, Мөжәүир әл-Бурджани шәйехтар күсәгилешлектең өҙөлмәүенә булышлыҡ итә. Тик улар ғына!  Силсилә Дағстандан Сәйфулла Кади шәйех аша дауам итмәүе конференцияларҙа аныҡ иҫбатланды. Силсилә (рәт, сылбыр) — суфый тәриҡәттәре башлыҡтарының рухани генеалогияһы; үҙенә тиклемге шәйехтән бәрәкәт алыу, бағышланыу, тоташыу сылбырына эйә булыу тигәнде аңлата. Зәйнулла Рәсүлевтың силсиләһе  XXI быуат башында  Нөҡшбәндиә шәйехтарының алтын сылбырына тоташа,  тәриҡәтте әле шәйех  Мөхәммәт Мехмет Адиль әл-Нәҡшбанди ар‑Раббани етәкләй. Дағстан тармағын, Татарстандағы суфый төркөмдәрен  шәйех Зәйнулла Рәсүлевтең  силсиләһе менән бәйләргә ынтылыш хәҡиҡәткә тура килмәй, башлыса сәйәси факторҙарға ғына бәйле һәм ошо йәһәттән уйлау-баһалауҙы талап итә тигән фекерҙәмен, - ти Салауат Килдин.

Белешмә. Килдин Салауат Әмирхан улы (16 июнь 1952 йыл) — дәүләт хеҙмәте ветераны. 1981 йылдан Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Эштәр идаралығының яуаплы хеҙмәткәре; 1988 йылдан — Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радио тапшырыуҙары буйынса дәүләт комитеты рәйесе һәм Башҡортостан телерадиокомпанияһының генераль директоры; 1997 йылдан  Элемтә өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡ етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007).  «Башҡортостан — әүлиәләр иле» китабының авторҙарының береһе. Бөгөнгө көндә -  БР Нәҡшбәндиә тәриҡәте етәксеһе, шәйех.

“XIX быуат аҙағында – XX быуат башында башҡорт милли идеяһы булынышында Зәйнулла Рәсүлевтың роле”

Монографияның авторҙары араһында яҡташыбыҙ,  Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, философия фәндәре кандидаты Зилә Нурмөхәмәт ҡыҙы Рәхмәтуллинаның да эше бар. Тулыһынса баҫырға мөмкинлегебеҙ булмаҫас, айырым фекреҙәрҙе булһа ла, тезистар рәүешендә биреп китәйек:

...һығылмалылыҡ, ситтән интеллектуаль тәьҫирҙәргә, мәғрифәтселеккә асыҡ булыуы, киң халыҡ массаларының рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә һәләтлелеге менән суфыйсылыҡ Башҡортостанда  башҡа теология йүнәлештәренең урынын ала,  милли үҙаң үҫешенең ҡеүәтле факторына әйләнә, батша хөкүмәтенең  ассимиляция һәм колониялаштырыу сәйәсәтенә ҡаршы торорға булышлыҡ итә ;

-Зәйнулла Рәсүлевтың рухи мираҫын  бер нисек тә башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәтенән айырмалы ҡарап булмай;

-уның фекеренсә, яңыртылған мәғариф милләтебеҙ һаҡланып ҡалыуҙа төп роль уйнарға тейеш була.Заманса ғилми-интеллектуаль потенциалға эйә булмайынса, милләттең үҙаллығын һәм үҫешен тәьмин итеп булмай. Дини һәм донъяуи белем алыу бергә барыуы хәйерле;

-йөҙ йылдан ашыу ваҡыт алда Зәйнулла Рәсүлев  XX–XXI быуаттағы фажиғәле хәлдәрҙе  күргән тип әйтерлек. Ваххабиттарҙың  тәғлимәттәренә ҡаршы тороп, Исламда бөтә дини хоҡуҡ һәм фәлсәфә ағымдарҙың тиңлелеген яҡлап сыға;

Зәйнулла Рәсүлевтың мираҫы – дини фундаментализмға ҡаршы тороу өсөн терәк. Мосолмандар араһында дини мәғрифәтселек - экстремизмға ҡаршы йоғонтоло сара. Шәйех үҙе аңһыҙ дини фанатизмдан да, ксенофобиянан да азат була;

-бергәләп мәғрифәт һәм реформалар юлында  иждиһад итегеҙ, талашмағыҙ, милли һәм дин эштәрендә бүленмәгеҙ, тип васыят итә.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: