Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар , 08:43

Алтын сәнәғәтселәре суд алдына баҫтырыла

Енәйәт эше ҡуҙғатыуға прокурор тикшереүе материалдары сәбәп була; 600 мең квадрат метр майҙанда уңдырышлы ер ҡатламын зыянлау тураһында һүҙ бара, тергеҙеү хаҡы – 28 миллиард һумдан ашыу; ғәйепләнеүселәр  ғәйептәрен танымағандар.

Алтын сәнәғәтселәре суд алдына баҫтырыла
Алтын сәнәғәтселәре суд алдына баҫтырыла

 

Рәсәй Тәфтиш комитетының БР буйынса идаралығының 1-се бүлеге ( айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү) “Гасадд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директоры һәм баш механигына ҡарата енәйәт эшенә тәфтиште тамамланы, тип хәбәр ителде. РФ Енәйәт кодексының 246-сы статьяһы тураһында һүҙ бара – эш башҡарғанда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ҡағиҙәләрен боҙоу.

Тәфтиш версияһы буйынса, «Альтинвест» һәм подрядсы “Гасадд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр араһында 2016-2022 йылдарҙа Ураҙ майҙанында алтын миҡдарлы минераль сеймалды эшкәртеү тураһында килешеү төҙөлгән була.  Ошоға ярашлы, “Гасадд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директоры һәм баш механигы, ғәмәлдәге закондарҙы инҡар итеп, алтын табыуға рөхсәт документтар булмаған килеш ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә һибелмә алтын табыуҙы ойошторалар.   Был енәйәтсел ҡылмыштар законһыҙ үҙләштерелгән майҙандарҙа тупраҡтың уңдырышлы ҡатламы юҡ ителеүгә, деградацияға килтерә.

Әлеге мәл раҫланған ғәйепләү һыҙымтаһы менән енәйәт эше судҡа йүнәлтелгән. Мәғлүмәт сығанағы -https://surb.sledcom.ru/news/item/1851872/

БР Прокуратураһы түбәндәге мәғлүмәттәрҙе лә йәмәғәтселеккә еткерҙе: енәйәт эше ҡуҙғатыуға прокурор тикшереүе материалдары сәбәп була; 600 мең квадрат метр майҙанда уңдырышлы ер ҡатламын зыянлау тураһында һүҙ бара, тергеҙеү хаҡы – 28 миллиард һумдан ашыу; ғәйепләнеүселәр  ғәйептәрен танымағандар. Мәғлүмәт сығанағы - https://epp.genproc.gov.ru/web/proc_02/search?article=92531590.

Суд үткәс,  һөҙөмтәләре менән гәзит уҡыусыларын таныштырырбыҙ.

Фото - Тәфтиш комитеты идаралығы сайтынан.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: