72 йәшлек яҡташыбыҙға йәнәһе лә “банк хеҙмәткәре” шылтырата, кемдер һеҙҙең исемдән кредит алып маташа, тип ҡурҡыта. Бәләгә ҡалмаҫ өсөн, бар аҡсаңды “хәүефһеҙ счетҡа” күсер, тип әүрәтеп, пенсионерҙың 3 миллион һумдан ашыу аҡсаһын һыпырып алалар. Ярар ҙа, был осраҡта бабай үҙенең генә аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. БР буйынса Эске эштәр министрлығы Кумертауҙағы күпкә аянысыраҡ хәл тураһында ла белдерҙе. 72 йәшлек әбей һәм уның 50 йәшлек улын жуликтар шул уҡ “хәүефһеҙ счет”, “золомсолар һеҙҙең исемдән кредит юллау” менән баштарын бутайҙар, һуңынан “хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре” булып та ҡыланалар. Хатта, ялған танытма күсермәһен ебәрәләр, полицей формаһы кейеп үҙҙәре видеобәйләнеш аша ла күренәләр. Һөҙөмтәлә әсәлле-уллы бурысҡа бата, хатта, йәшәгән өйҙәренән дә ҡолаҡ ҡағып, урамда ҡалалар. Улай ғына ла түгел, тамам бөтә һуттарын һыҡғып бөтөргәс, мәсхәрәләп үҙҙәре үк әйтә – беҙ һеҙҙе алданыҡ. Күпмелер аҡсағыҙҙы ҡайтарғығыҙ килһә – фәлән-фәлән енәйт ҡылығыҙ. Мәғлүмәт сығанағы - https://vk.com/wall-212351849_3027. Бындай ҡурҡыныс тәҡдим яһалауға ҡарап, ҡәбәхәттәр ҡайҙан эш итеүҙәрен төҫмәрләүе ҡыйын түгел! Ярар ҙа, исмаһам, был тапҡырында әбей менән уның улына буйһонмаҫҡа аҡылдары етә, ысын полицияға мөрәжәғәт итәләр. Юғиһә, бурысҡа батыу, йортһоҙ ҡалыуҙан тыш, суд алдына баҫырға ла тура килер ине! Уйлап эш итегеҙ, йәмәғәт, һәр шикле осраҡта ысын полицияға мөрәжәғәт итеүҙең һис тә ғәйебе юҡ. Хатта, киреһенсә. Сер түгел, енәйәтсел колл-үҙәктәрҙең күпселеге Украинанан эш итә. Хәләл аҡсағыҙҙан тороп ҡалыуығыҙ бер бәлә, бында тик үҙегеҙ генә ғәйепле. Ә жуликтар тап һеҙҙең аҡсағыҙҙы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә ҡаршы тотоу ихтималы – мең бәлә....