Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
26 Ғинуар 2024, 11:30

Сәләмәт тормош нормаһы

ГТО (хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек) – ул сәләмәтлектең, сәләмәт тормош рәүешенең ныҡлы таяуы. Бөгөн уның илебеҙҙә ныҡлап сәскә атҡан осоро.

ГТО (хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек) – ул сәләмәтлектең, сәләмәт тормош рәүешенең ныҡлы таяуы. Бөгөн уның илебеҙҙә ныҡлап сәскә атҡан осоро.

Тарихҡа күҙ һаҡлһаҡ, ГТО-ның тыуған көнө 1930 йылдың 24 майы тип һанала. Нәҡ шул осорҙа “Комсомольская правда” гәзитендә был хаҡта беренсе тапҡыр материалдар баҫылып сыға, 1931 йылдың 11 мартында  “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” беренсе Бөтә Союз комплексының төп  положениелары һәм нормалары раҫлана.

Хәҙерге Рәсәйҙә ГТО комплексы бынан һигеҙ-ун йыл самаһы йыл элек Рәсәй президенты Владимир Путин  инициативаһы менән тергеҙелә башланы. Ә бөгөн ул беҙҙең тормошобоҙҙа ныҡлы урын биләй һәм уның мөһим өлөшө булып тора. ГТО нормативтары – ул тормош нормаһы.

ГТО (хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек) – ул физик әҙерлек программаһы. Уның маҡсаты – кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу, балаларға патриотик тәрбиә биреү, йәш быуынды хеҙмәткә һәм Ватанды һаҡлауға әҙерләү. 6 йәштән 70 йәшкә тиклемге илебеҙ граждандары үҙ теләктәре буйынса ГТО тапшыра ала. Комплекс 11 баҫҡыстан тора. Нормативтар, һынауҙар һаны кешенең енесенә һәм йәшенә ҡарап үҙгәрә.

Ошо көндәрҙә ҡалабыҙҙың “Таусы” стадионында биш тиҫтәнән ашыу кеше ГТО нормаларын тапшырырға йыйылды. Үҙенә күрә күркәм бер спорт фестивале килеп сыҡты. Был байрамға хеҙмәт һәм спорт ветерандары йыйылды. Йәғни үҙҙәренең тормоштарын сәләмәт тормош һәм фиҙаҡәр хеҙмәт менән тығыҙ үргән яҡташтарыбыҙ бар учалыларға ла ыңғай өлгө күрһәтте. Баҡһаң, ГТО-ны башлап тап комбинат ветерандарының тапшырыуы осраҡлы түгел икән. “Таусы” стадионында комбинат пенсионерҙарын бергә туплап, үҙәк булдырып, уларҙы сәләмәт тормошҡа, спортҡа йәлеп итеүсе тынғыһыҙ ханым Фәүзиә Сәлихова бәйән итеүенсә, тап хеҙмәт алдынғылары спортта ла һынатмай икән. Улар йыл әйләнәһенә йүгереүҙе, ҡышын саңғыла йөрөүҙе, йәйгеһен республика йылғалары буйлап һалда ағыуҙы матур йолаға әйләндергән. Быйыл иһә тәүләп ГТО фестивале үткәреп ҡарарға булғандар.

Комбинат ветерандары был көндө скандинав таяҡтарында өс саҡрым араны ваҡытҡа үтеү, гимнастика эскәмйәһендә торған ерҙән алға эйелеү, ҡулдарға таянып кәүҙәне күтәреү (подтягивание), ятҡан ерҙән аяҡтарҙы күтәрмәйенсә генә кәүҙәне күтәреү (пресс) кеүек ярыштарҙа үҙҙәрен һынап ҡаранылар.

ГТО фестиваленә килеүселәрҙең кемеһенән генә һорама – барыһы ла бала саҡтан спорт менән шөғөлләнеүҙәрен билдәләйҙәр. Әлбиттә, араларында ГТО нормативтарын тәүләп тапшырыусылар ҙа бар.

- Спорт минең айырылғыһыҙ юлдашым. Үҙ-үҙемде белгәндән уның менән шөғөлләнәм. Айырыуса еңел атлетика, саңғыла йөрөү күңелемә яҡын. Ғүмер буйы Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләнем, шунан хаҡлы ялға сыҡтым. Пенсионер булһам да өйҙә тик кенә ятмайым, һәр төрлө ярыштарҙа ихлас ҡатнашам. 20 йылдан ашыу инде стадионда булдырылған “Һаулыҡ төркөмө”ндә шөғөлләнәм. Был спорт байрамына ла теләп, ҡанатланып килдем, - ти ГТО нормативтарын тапшырыусы Земфира Горбатова.

Ә Илйән Фәттәхов иһә велосипедта йөрөргә ярата икән. Көн һайын иртә менән торғас зарядка эшләүҙе лә тайпылышһыҙ ҡағиҙә итеп алған. Бынан тыш, уҙаман йүгерергә лә бик ярата, улын да үҙ өлгөһөндә тәрбиәләгән.

ГТО тапшырыуҙың киләһе өлөштәрендә комбинат ветерандары алыҫ араға йүгереү, йөҙөү кеүек спорт төрҙәрендә үҙҙәрен һынаясаҡ. Ә кемдәр ГТО тапшырырға теләп тә, әле булһа икеләнеп йөрөй икән, “Таусы” стадионында урынлашҡан спорт комитетына (ГТО үҙәгенә) мөрәжәғәт итә ала. Унда һеҙгә барыһын да яҡшылап аңлатырғар, күрһәтерҙәр.

Шуны аңлау мөһим, ГТО – ул спортсылар өсөн генә түгел, ул – һәр кемгә үҙен һынап ҡарау өсөн яҡшы мөмкинлек. Ә  һаулыҡҡа файҙаһы тураһында аңлатып торорға ла кәрәкмәйҙер. Ғөмүмән, спорт менән, сәләмәт тормош менән дуҫ булайыҡ, яҡташтар.

Гүәл ЛАТИПОВА.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас