Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
26 Ғинуар 2024, 11:25

Уҡытыусы һөнәре һәр ваҡыт абруйлы

Ҡала-районыбыҙҙа “Йыл уҡытыусыһы - 2024” конкурсы дауам итә. Был сараға үткән йыл аҙағында старт бирелде. Уның Педагог hәм остаз йылында башланыуы айырыуса актуаль. Мәртәбәле бәйгелә төрлө фәндәрҙән, ауыл һәм ҡала мәктәптәренән педагогтар көс һынаша, барлығы 29 уҡытыусы ҡатнаша.

Ҡала-районыбыҙҙа “Йыл уҡытыусыһы - 2024” конкурсы дауам итә. Был сараға үткән йыл аҙағында старт бирелде. Уның Педагог hәм остаз йылында башланыуы айырыуса актуаль. Мәртәбәле бәйгелә төрлө фәндәрҙән, ауыл һәм ҡала мәктәптәренән педагогтар көс һынаша, барлығы 29 уҡытыусы ҡатнаша.

Еңеүселәр алдағы йылдарҙағы кеүек төрлө номинацияларҙа билдәләнәсәк, бынан тыш быйыл бәйгегә өҫтәмә белем биреү учреждениелары педагогтары араһында уҙған “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһы өҫтәлгән. Еңеүсе, әлбиттә, берәү буласаҡ. Конкурсҡа февралдә йомғаҡ яһала, тантаналы рәүештә уҙасаҡ сарала “Йыл уҡытыусыһы – 2024” билдәләнә.

Ҡатнашыусылар өсөн конкурс һынауҙары 11 декабрь көнө “Педагогик оҫтахана” конкурсынан башланды, бәйгеселәр уҡытыу һәм тәрбиә биреү мәсьәләләрендә методик компетентлығын һәм тәжрибәһен күрһәтте. Конкурсанттар үҙҙәренең белем һәм тәрбиә биреү ойошмалары коллективтарын лайыҡлы тәҡдим итте, барлыҡ һынау этаптарын да яҡшы үттеләр. Һәр кем дистанцион технологиялар ярҙамында реаль ваҡыт режимында үҙенең педагогик асыштары, дәресте онотолмаҫлыҡ, файҙалы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам иткән үҙенең яратҡан алымдары менән уртаҡлашты. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә булған потенциалыңды күрһәтеп өлгөрөргә кәрәк ине уларға. Остаздарҙың барыһы ла артыҡ ҡурҡмай-ҡаушамай, ышаныслы рәүештә үҙҙәренә ҡуйған бурысты теүәл һәм намыҫ менән атҡарып сыҡты. Финалға конкус этаптарының барыһын да уңышлы үткән 13 педагог үтте, бына улар: Юлиә Балунова, Гөлизә Әйүпова, Алина Мөхәмәтова, Наилә Юлина, Ләйсән Таипова, Айгөл Зарипова, Айгөл Әхмәҙиева, Роза Тораманова, Айгөл Сурина, Екатерина Дауышева, Альбина Исламова, Дилә Шәрифуллина, Анжелика Сафуанова.

Бәйгенең һуңғы финал һынауы белем биреү hәм тәрбиә мәсьәләләре буйынса “түңәрәк өҫтәл” булды. Конкурс-һынау район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов ҡатнашлығында уҙҙы. Модераторы мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова. Өҫтәл тирәләй күтәрелгән төп тема, һанлаштырыу заманында уҡытыусы һөнәренең киләсәге хаҡында уйланыуҙар булды. Педагогтар әңгәмә барышында быға ҡарата үҙ фекерҙәрен белдерҙеләр.

Һуңғы йылдарҙа мәғариф системаһы ниндәй генә үҙгәрештәр кисерһә лә, ниндәй ауырлыҡтар алдында ғына тороп ҡалһа ла, уҡытыусы һөнәре абруйлы булып ҡала. Һанлаштырыу заманында йәшәһәк тә, уҡытыусының балалар өсөн һәр яҡлап тәрбиәсе икәнен дә оноторға ярамай. Беҙ үҙебеҙ ҙә күптән мәктәпте тамамлаһаҡ та, уҡытыусының ни тиклем ҙур шәхес, бала яҙмышында ниндәй ҙур роль уйнағанын белеп үҫтек. Әле лә балаларҙы тыңлата алмаһаҡ, ана, уҡытыусыңа әйтәм, тиһәң, шунда уҡ тыңлаусан затҡа әйләнеп китеүҙәре күп нәмә тураһында һөйләй. Әңгәмә барышында уҡытыусыларҙың үҙ һөнәрҙәренең профессионалдары булыуы һоҡландырҙы. Тап ошо һөнәр кешеләре, уларҙың эшенә бирелгәнлеге, балаларҙы яратыуы менән бәйле илебеҙҙең киләсәге, халҡыбыҙҙың киләсәге.

Финалға сыҡҡан уҡытыусыларҙың барыһына ла уңыштар, лайыҡлы сығыштар һәм йондоҙло сәғәттәр теләйбеҙ!

Әлиә ДАУЫТОВА.

   

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас