Бынан теүәл 80 йыл элек Ленинград ҡалаһы тулыһынса фашистар блокадаһынан азат ителгән. Блокада осоро – ил тарихындағы иң аяныслы, ҡурҡыныс биттәрҙең береһе. Ул көндәр һаман халыҡ хәтерендә.
Ошо айҡанлы илебеҙҙең төрлө тарафтарында иҫтәлекле саралар үткәрелде. Тарихыбыҙҙағы был осорҙо оноторға хаҡыбыҙ юҡ. 900 көн буйына ҡала халҡы дошман ҡамауында йәшәгән, уларҙың маҡсаты ҡаланы юҡҡа сығарыу, кешеләрен ҡырып бөтөрөү булған. Ошо ваҡыт эсендә аслыҡтан һәм пуляларҙан 600 меңдән алып бер миллионғаса кеше һәләк булған, әммә Ленинград һынмаған. Ул ғына түгел, хәленән килгәнсә фронтҡа ярҙам иткән. Иң ауыр осор 1941-1942 йылдың ҡышы булған. Тәүге блокада айҙарында ҡалала йылылыҡ, һыу етмәгән. Яғыулыҡһыҙ транспорт та туҡтап ҡалған. 1941 йылдың 20 ноябренән 25 декабренәсә Ленинград кешеләре көнөнә эшсе карточка буйынса 250 грамм икмәк алған, ә балаларға, хеҙмәтсәндәргә ошо норманың яртыһын – 125-әр грамм ғына биргәндәр. Эҫе цехтарҙа эшләгәндәргә иһә кеше башына 375 грамм икмәк тейгән. Уны һоло ҡабығы, целлюлоза, обой туҙаны ҡушып бешергәндәр.
Ленинград блокадаһын бер нәмә менән дә сағыштырып булмай. Ошо ауыр осорҙа ла ленинградтар, төрлө милләт халҡы, баш һалмай, туҡтауһыҙ завод цехтарында фронтҡа кәрәкле булған хәрби ҡорал етештерә. Иң тетрәндергәне – ошондай ауыр хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, блокадалағы халыҡ фронт өсөн 144 тонна ҡан тапшыра.
Блокаданың тере шаһиттары хәҙер ҡалманы ла тиерлек. Ул осорҙо үҙ яҙмышы аша үткәргән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Леонид Иванович Шумилов районыбыҙҙа йәшәүсе берҙән-бер Ленинград блокаднигы.
Блокада ваҡытында Леонидҡа ни бары өс йәш була. Ғаиләһен бөтөнләй иҫләмәй, атаһының исеме лә хәтерендә ҡалмаған. Һуғыш башланғандың беренсе көндәренән атаһының фронтҡа китеүе генә зиһенендә уйылып ҡалған. Атай ҡосағынан айырылыуҙы ауыр кисергәнгәлер күрәһең. Ғәзиздәре һуғышҡа алынғас әсәһе, һеңлеһе Надежда, ағаһы Борис менән көн күрәләр.
- Инде 86 йәшемде ваҡлаһам да, бала саҡтағы тетрәндергес ваҡиғалар онотолмай. Ҡайһы мәл кино таҫмаһылай күҙ алдында әйләнә, шул ваҡыттарға ҡайтып әйләнгәндәй булам. Ҡала ҡамауға ҡалғандың беренсе ҡышын ныҡ ауыр үткәрҙек. Бәләкәй булғанғамы, һуғыш башланғанда балалығыбыҙ, ғаиләбеҙ, барлыҡ шатлыҡ-ҡыуаныстарыбыҙ бер мәл эсендә юҡҡа сығыр, тип уйламағайныҡ, әммә беҙ уны шундуҡ һиҙҙек. Шуға ла һуғышты ғүмерҙә лә ғәфү итә торғаным юҡ, ул минең ҡәҙерлеләремде – ғаиләмде һәм бала сағымды урланы, - ти Леонид Иванович.
Халыҡ аслыҡтан күпләп ҡырыла, блокада ваҡытында әсәһе менән һеңлеһе вафат була. Уларҙың нисек үлгәндәрен күпме генә иҫләргә тырышһа ла, хәтерләй алмай.
- Улар менән уҙған яҡты, бәхетле көндәремдән ғаиләбеҙ менән бергәләшеп 1941 йылда Беренсе Май байрамын уҙғарыуым ғына иҫемдә ҡалған. Барыбыҙ ҙа шатбыҙ, ата-әсәйем беҙҙе етәкләгән дә Нева яры буйлап китеп барабыҙ. Флагтар, һауа шарҙары тотҡан кешеләр ҡаршыбыҙға осрай. Болотһоҙ матур көн, бәхет һәм шатлыҡ тойғоһо бер ниндәй ҙә ҡайғы-хәсрәт вәғәҙәләмәй ине, - тип ауыр көрһөнөп хәтер йомғағын һүтә ветеран.
Әсәһе менән һеңлеһе үлгәс, өс йәшлек Леонид ҡышҡы көндә ағаһы Борис менән ҡараңғы, буш, һыуыҡ фатирҙа япа-яңғыҙы ҡалалар. Тәҙрәләр ҡағыҙ менән ҡапланған. 10 йәшлек ағаһы менән нимә ашап, нисек көн уҙғарғандарын да хәтерләй алмай Леонид Иванович. Фатирҙар буйлап йөрөп тикшереү яһаған пионер ҡыҙҙар үҙҙәрен килеп тапмаһа, артабанғы яҙмыштары нимә менән барып бөтөр ине, билдәһеҙ. Балаларҙы ваҡытлыса балалар йортона урынлаштыралар.
1943 йылдың 18 майында бәләкәй Леняны, ағаһы һәм башҡа балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән бергә, Ладога аша “Йәшәү юлы”нан сығаралар. Ҡамауҙан ҡотолоусыларҙы Себергә ебәрәләр. Ағалы-ҡусытылы поезд менән Төмән өлкәһенә юллана, бында Леняны бәләкәстәр төркөмөнә бүләләр, 12 йәшлек Бористы мәктәп балалары менән бергә икенсе балалар йортона ебәрәләр. Бер туғандарҙың шул мәлдән юлдары мәңгелеккә айырыла. Күпме генә яҡынын табырға тырышмаһын, эҙләүҙәр һөҙөмтә бирмәй. Кешене өмөт йәшәтә тиҙәр, Леонид Иванович та өмөт ҡуҙын һүрелтмәй, бәлки, яҡындарынан хат-хәбәр булыр, тип көтә. Әйткәндәй, атаһының исемен белмәгәнгә, балалар йортонда Иванович тип урыҫтарҙа киң таралған исемде бирәләр. Тыуған көнөн дә хәтерләмәй, әммә паспортында 18 май тора – Ладога аша “Йәшәү юлы”нан сыҡҡан көн.
Һуғыштан һуң ете класты тамамлағас, Леонид Шумилов Түбәнге Тагилда һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Армияла ваҡытта тыуған ҡалаһын – Ленинградты төҙөкләндереүҙә ҡатнаша. Ватан алдында изге бурысын үтәп ҡайтып, Свердловск тау институтына уҡырға инә. Геологик разведка технигы һөнәрен үҙләштерә. Дүртенсе курста уҡығанында Учалы районының Поляковка геология-разведкалау ойошмаһында практика үтә. Артабан Межозерный ятҡылығында эшләй. Шул йылдарҙа буласаҡ тормош иптәше Лилия Алексеевна менән таныша. Ханым Кострома өлкәһенән Учалы ҡалаһына йүнәлтмә буйынса эшкә килгән була. Шумиловтар ғаилә ҡороп матур ғүмер кисерәләр. Бөгөн Леонид Шумилов улы менән йәшәй.
Әлиә ДАУЫТОВА.