Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар , 11:00

Күңел йылыһын ҡушып...

Махсус  хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙ өсөн блиндаж шәмдәре яһайҙар. Һуңғы шәмбе 300 дана әҙерләнгән.

Күңел йылыһын ҡушып...
Күңел йылыһын ҡушып...

Учалы ҡалаһында М.М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабында һәр шәмбе 10.00 сәғәттән алып  халыҡ йыйыла.  Махсус  хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙ өсөн блиндаж шәмдәре яһайҙар. Һуңғы шәмбе 300 дана әҙерләнгән.

Ойоштороусылар барыһын да акцияға ҡушылырға саҡыра.  Кем ярҙамлаша ала (ундайҙарға ҡайсы тотоп килергә), кем -  конструкция өлөштәре килтерә ала, атап әйткәндә: яҡшылап йыуылған ҡалай банкалар, шәм, парафин, балауыҙ, ҡатырға.

Штабтың адресы – Учалы ҡалаһы, Ленин урамы, 6 Б йорто ( “Ветерандар йортоӨ), белешмәләр өсөн телефон -89639005059.

Блиндаж шәме (окоп шәме лә тиҙәр) ҡәҙимгеләрҙән айырмалы рәүештә, 5-8 сәғәт буйына яҡтыртырға һәм йылытырға һәләтле. Уның ярҙамында ҡырыҫ шарттарҙа ла аҙыҡ-түлек әҙерләргә, еүеш кейем-һалымды киптерергә мөмкин. Береһен яһағансы уртаса  ярты сәғәт ваҡыт талап ителә, ти, йәғни, бер кемде бер төр ярҙамы артыҡ булмаҫ.


-Ярҙам ҡулы һуҙған бөтә яҡташтарға рәхмәт, - ти штаб етәксеһе Светлана Ткаченко. –Киҫкен дәүерҙәрҙә берләшә белеү, бер төптән эш итеү бик тә күркәм һыҙат. Был шәмдәр һалдаттарыбыҙҙы ут ялҡынына ҡушып, күңелдәребеҙҙән урғылған хистәр менән дә йылытыр!

Фотографиялар район хакимиәте төркөмәнән.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: