Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар , 13:16

Ҡар өҫтөндә ҡан

Ә уның әшнәһе ҡарғиҙәрҙә яралы ҡыр ҡабаны артынан ҡыуып барғанлығы асыҡлана.

Ҡар өҫтөндә ҡан
Ҡар өҫтөндә ҡан

“Ирәмәл” паркы етәксеһе Мирдар Дияров “Урал-Тау” заказнигы биләмәләрендә сираттағы “ҡара кәсепселәрҙең” ҡойроғона баҫыуҙары тураһында хәбәр итте.

Тәбиғәт һаҡсылары сираттағы рейд башҡарғанда атыш тауыштары ишетәләр. Урман араһында яһалған мылтыҡ менән барған кеше тотола. Ә уның әшнәһе ҡарғиҙәрҙә яралы ҡыр ҡабаны артынан ҡыуып барғанлығы асыҡлана. Кем икәнлеге билдәләнә, әммә техникаһында сығып ҡаса.  Аяныслы ваҡиға урынына эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре, һунар инспекторҙары саҡырылған, тәфтиш саралары башҡарыла. Был енәйәт менән Учалы районы буйынса эске эштәр бүлеге шөғөлләнә.

Булат ЯХИН

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: