Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар , 10:02

Ирекле янғын командаһы - беҙҙә иң яҡшылар

Илсеғолдағы 6-сы пост Башҡортостанда ла, Волга буйы федераль округында ла “Иң яҡшы ирекле янғын командаһы” номинацияһында 1-се урындар яуланы.

Ирекле янғын командаһы - беҙҙә иң яҡшылар
Ирекле янғын командаһы - беҙҙә иң яҡшылар

 “Учалы районының ирекле янғын командаһы” урындағы йәмәғәт учреждениеһы эшмәкәрлеге һәм уңыштары тураһында гәзиттә яңы ғына яҙғайныҡ. Тағын да юғары ҡаҙаныштарға ирештеләр.

2023 йыл эшмәкәрлеге буйынса учреждениеның Илсеғолдағы 6-сы посы Башҡортостанда ла, Волга буйы федераль округында ла “Иң яҡшы ирекле янғын командаһы” номинацияһында 1-се урындар яулаған. Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов  команда ағзаларын (Вил Садиҡов, Ғәли Биктимеров, Раил Әбшәһитов, Рулан Зәйниғәбдинов) һәм учреждение етәксеһе Фәнис Шахмановты ҡотланы. Шулай уҡ Мансурҙан Илсур Фәйзуллин республика кимәлендә “Иң яҡшы ирекле янғын һүндереүсе” номинацияһында 1-се урын ала. Руслан Ғәлийән улының ҡотлауҙарына беҙ ҙә ҡушылабыҙ!

Таҡы ла бер уңыштары: 24 ғинуар Өфөлә, “Торатау” конгресс-холында РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм ликвидациялау  буйынса берҙәм сисемаһының Башҡорт территориаль подсистемаһының  эш һөҙөмтәләре йомғаҡланды. Ошо сара сиктәрендә янғын-ҡотҡарыу техникаһы күргәҙмәһе лә үтә.

“Учалы районының ирекле янғын командаһы” урындағы йәмәғәт учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре  тарафынан уйлап табылған һәм  ғәмәлгә ашырылған махсус  автомобиль ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. “УАЗ-профи” шассеһы базаһында  ауылдарҙа һәм урмандарҙа янғын һүндереү өсөн айырыуса ҡулай  йылғыр модель әҙерләнә тип элегерәк “Яйыҡ” гәзитендә яҙғайныҡ.  Ауырлыҡ үҙәге күсерелгәс, үтемлеге күпкә яҡшыраҡ, ти. Юҡҡа ғына беҙҙең ирекле янғын командаһын етәкләгән Фәнис Шахманов  техник фәндәр кандидаты дәрәжәһенә лә эйә түгел! Был автомобиль Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы конкурсында отҡан грант иҫәбенә булдырылған.

 Эйе,беҙҙекеләр иң яҡшы, шулай ҙа, ут менән һаҡ булығыҙ, иптәштәр!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: