Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар , 13:26

Йөҙ кеше – рота самаһы

"Ирекмән тигән төшөнсә хәҙер юҡ, операцияла мобилизацияланған һәм РФ Ҡораллы Көстәре менән контракт төҙөгән граждандар ғына ҡатнаша. Контракт 1,3 йә 5 йылға төҙөлә. Хәрби операция тамамлана икән, мобилизацияланған граждандар ҡайтарыласаҡ, ә контрактсылар килешеү ваҡыты сыҡҡансы хеҙмәт итәсәктәр әле".

Йөҙ кеше – рота самаһы
Йөҙ кеше – рота самаһы

 

Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының хәрби комиссары подполковник Сергей Симонов менән осраштыҡ. Мәғлүмәт үҙәге аша халыҡ биргән һәм үҙебеҙҙең һорауҙарға яуаптарҙы ҡыҫҡартылған рәүештә баҫтырабыҙ.

-Хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы былтыр ниск үтте лә, быйыл ниндәй үҙгәрештәр?

-Былтыр яҙын 85 егетте оҙаттыҡ, көҙөн иһә – 90-дан ашыу, план 107 процентҡа үтәлде.  Хәрби диңгеҙ флотына ғына йүнәлтеләмәнеләр буғай, ҡалған бөтә ғәскәр төрҙәрендә хеҙмәт итәләр. Быйыл күпме саҡырыласаҡ (яҙғы призыв – 1 апрель -15 июль), әлегә билдәһеҙ. 27 йәшкә тиклем түгел, яңыса, 30 йәшкә тиклем граждандар саҡырыласаҡ (2023 йылдың аҙағына тиклем 27 йәш тулғандарға ҡағылмай). Штраф саралары ла ҡатынланды. Мәҫәлән, повестка буйынса хәрби комиссариатҡа килмәгән өсөн 10-30 мең һум түләргә тура килеүе мөмкин. Кампания ваҡытында даими йәшәү урындарынан иҫкәртмәйенсә 3 айҙан ары ваҡытҡа китеүселәргә 10-15 мең һум штраф һалына. Медицина комиссияһын үтеҙән баш  тартыусылар ҙа элек  иҫкәртеү алыу менән ҡотолған осраҡтар булһа, хәҙер 15-25 мең һум язаға тарттырылыуҙары мөмкин һәм башҡа.

-Бер таныштарымдың улы хәрби хеҙмәт үтергә саҡырылып  биш ай үтеүгә, махсус операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөнө, былай ҡалай булыуы мөмкин?

-Сроклы хәрби  хеҙмәткә саҡырылыусылар операцияла ҡатнашыу өсөн йүнәлтелмәй, был талап теүәл күҙәтелә! Әммә һәр һалдат, күпмелер әҙерлек үткәндән һуң, контракт төҙөргә хаҡлы. Үҙ теләге менән генә, ирекле рәүештә! Бер кем дә мөжбүр ҙә итмәй, ҡаршы ла тора  алмай.

-Учалынан нисә кеше РФ Ҡораллы Көстәре менән контракт төҙөнә?

-Беҙҙең хәрби комиссариат аша документ әҙерләүселәр тураһында ғына хәбәрҙармын – былтырғы яҙҙан әлегә тиклем йөҙ кешенән ашыу.

-Операцияға барған ирекмәндәр ниндәй срокка контракт төҙөй?

-Ирекмән тигән төшөнсә хәҙер юҡ, операцияла мобилизацияланған һәм РФ Ҡораллы Көстәре менән контракт төҙөгән граждандар ғына ҡатнаша. Контракт 1,3 йә 5 йылға төҙөлә. Хәрби операция тамамлана икән, мобилизацияланған граждандар ҡайтарыласаҡ, ә контрактсылар килешеү ваҡыты сыҡҡансы хеҙмәт итәсәктәр әле.

-Контракт шарттары тураһында ҡыҫҡаса бәйән итмәҫһегеҙме?

-Контракт төҙөү менән шундуҡ дәүләттән – 195 мең, республиканан – 100 мең һум түләү ала.  Артабан операция зонаһында  уртаса айлыҡ эш хаҡы 210 мең һум тәшкил итә. Хәрби ҡаҙаныштар өсөн байтаҡ өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған. Контракт төҙөү өсөн ниндәй хәрби һөнәргә эйә булыу ул тиклем мөһим түгел, кемдең ҡайҙа ебәрелеүе командование ҡарамағында. Контрактсылар 2 аҙнанан 3 айға тиклем әҙерлек үткәс кенә операцияға йәлеп ителәләр. 2023 йылдың июнендә ҡабул ителгән законға ярашлы, юғары дәрәжәләге офицерҙар – 70, ҡалғандар – 65 йәшкә тиклем контракт төҙөүҙәре мөмкин. Әлбиттә, һаулыҡтары ирек биргән осраҡта.

-Туған  тейеш кеше яраланып ҡайтты, аҙағына тиклем төҙәлмәгән.  Санаторийҙарға путевкаға дәғүә итә аламы?

-Әлбиттә. Хәрби-табиб комиссия һығымталары нигеҙендә хәрби хәрәкәттәр ветерандары булараҡ бөтә льготаларға хаҡлы ул.

-Улым колонияла ултыра, ул контракт төҙөүе мөмкинме?

-Террорлыҡ, шпионлыҡ, Ватанға хыянат кеүек ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителмәгән икән, яңы закондар буйынса был да мөмкин.

-Ҡалала Дан стелаһы янында туп тора ине, ҡайҙа булды, Украинала кәрәк булып киттеме әллә?

-Юҡ хәбәр! Орудие атыу өсөн яраҡһыҙ. Бар сәбәп – стела тирәһендә реконструкция бара, төҙөкләндереү эштәре тамамланғас кире ҡуйылыр.

-Яңы республика батальондары булдырылмаймы? Күптәр тап ундай формированиеларҙа хеҙмәт итергә теләй, тип ишетелә бит.

-Әлегә был хаҡта күрһәтмләр алманыҡ, ниҙер әйтә алмайым. Ғөмүмән, контракт төҙөргә теләүселәр хәрби комиссариаттан 6-12-41, 6-16-44 телефондары буйынса белешмә алһындар. Шәхсән килеүҙәре ҡулайлыраҡ, шәмбе һәм йәкшәмбенән тыш   8.00 - 17.00. сәғәттәрҙә кән дә ҡабул итәбеҙ. Консультация өсөн паспорт йә шәхесте раҫлаған документ алыр кәрәк. Белешмәләрҙе шулай уҡ күп функциялы үҙәктәрҙә (МФЦ), йә  122, +7 (347) 218-19-19, +7 (347) 248-29-31 телефондары буйынса алырға мөмкин.

-Гәзит уҡыусыларына тағы  әйтер һүҙегеҙ юҡмы?

-Хөрмәтле ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр йәштәрҙең хәрби уҡыу йорттарына барырға теләктәренә ҡаршы сыҡмаһын ине. РФ Ҡораллы Көстәре составы арттырыла, офицерҙар әлегенән дә күберәк кәрәк буласаҡ. Хәрби операциялар мәңге бармаҫ, ә “Ватан һаҡлаусы профессияһы”  гел кәрәк булыр һәм хөрмәт ителәсәк. Документтарҙы юллау менән тап әленән шөғөлләнә башлар кәрәк, оҙон ғына исемлек буйынса эш итергә тура киләсәк бит. Был тәңгәлдә бар һорауҙар менән призыв пунктына мөрәжәғәт итергә, ярҙам итербеҙ. Шулай уҡ  ДОСААФ мәктәбендә водителгә уҡырға кандидаттар һайлайбыҙ.Егет кеше өс ай тирәһе уҡып, федераль бюджет иҫәбенә  «С», «D», «Е» категорияларында  водитель категорияларына эйә буласаҡ,  хәрби хеҙмәтте абруйлы вазифала үтәсәк.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: