Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
2 Февраля 2024, 11:50

Йәштәр күңеле зарар күрмәһен

Учалы филармонияһында ҡала-район мәктәптәрендә белем алған өлкән класс уҡыусылары өсөн террорлыҡ һәм экстремизмға ҡаршы тороу, уларҙы булдырмау мәсьәләһенә арналған сара уҙғарылды.

Учалы филармонияһында ҡала-район мәктәптәрендә белем алған өлкән класс уҡыусылары өсөн террорлыҡ һәм экстремизмға ҡаршы тороу, уларҙы булдырмау мәсьәләһенә арналған сара уҙғарылды.

Йыл һайын ойошторолоп килгән, традицияға әйләнгән осрашыуҙа район хакимиәте, мәғариф, тәфтиш комитеты, Учалы эске эштәр бүлегенең енәйәт эҙләү бүлеге, Учалы район-ара прокуратураһы вәкилдәре сығыш яһаны.

Уҡыусылар экстремизм һәм террорлыҡ ҡорбаны булмау өсөн үҙеңде нисек тотоу, яҡындарыңды аралау хаҡында, был афәтте иҫкәртеү саралары, хоҡуҡи яуаплылыҡ тураһында киң мәғлүмәт алды, социаль селтәрҙәрҙә дөрөҫ, һаҡ аралашыу нескәлектәренә төшөндө.

Сығыш яһаусылар Рәсәйҙә, үкенескә күрә, тыйылған ойошмалар, секталар, теләһә ниндәй йүнәлеш-хәрәкәттәр етерлек булыуын билдәләнеләр.

Тыйыуға ҡарамаҫтан, һаман эшмәкәрлек алып баралар, кешене зыянлы ауға, ҡармаҡҡа эләктерәләр, һаҙлыҡҡа батыралар. Мәҫәлән, илебеҙҙә экстремистик тип һаналған 90-лап ойошма теркәлгән. Учалылағы “Иегова шаһиттары” сектаһын барығыҙ ҙа яҡшы хәтерләйҙер. Был ойошма ла беҙҙең илдә тыйылған, ул, экстремистик, тип табылған. 2017 йылда суд ҡарары менән уларҙың эшмәкәрлеге туҡтатылды, экстремистик ойошма исемлегенә индерелде.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге заманда экстремизм һәм терроризм Рәсәй Федерацияһының милли хәүефе булып тора. Экстремизм – ул теләһә ҡайһы, хатта тотороҡло һәм имен йәмғиәтте лә ҡаҡшатырлыҡ үтә лә ҙур хәүеф. Республикала экстремистик йүнәлешле енәйәттәрҙе асыҡлау, уларға юл ҡуймау heм тикшереү, шулай уҡ терроризмды heм экстремизмды профилактикалау мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленә. Экстремизмды hәм терроризмды профилактикалау – дәүләттеке генә түгел, ә граждандар йәмғиәте вәкилдәренең дә бурысы. Экстремизм һәм терроризмды профилактикалау дәүләттең генә түгел, граждандар йәмғиәте вәкилдәренең дә бурысы. Уға ғаиләлә, мәктәптә нигеҙ һалынырға тейеш, сөнки ҡараштары нығынып өлгөрмәгән йәштәр араһында радикаль идеялар ныҡлы таралыусан. Экстремистик эшмәкәрлеккә ҡаршы хоҡуҡи һәм ойоштороу нигеҙҙәре, уны ҡылған өсөн яуаплылыҡ Рәсәй Федерацияһында 2002 йылдың 25 июлендәге 114-се “Экстремистик эшмәкәрлеккә ҡаршы тороу” Федераль законында билдәләнгән. Рәсәйҙә был енәйәт төрөнә террористик эшмәкәрлек һәм уны аҡлау, социаль, раса, милли йәки дини тарҡаулыҡҡа өндәү, нацистик атрибуттарҙы пропагандалау, экстремистик материалдарҙы таратыу, үрҙә һанап киткән тыйылған ғәмәлдәрҙе ойоштороу һәм уларҙы тормошҡа ашырыуға әҙерлек алып барыу ҡарай. Енәйәттәрҙе башлыса формаль булмаған ойошмаларҙа торған үҫмерҙәр ҡыла. Милли, социаль яҡланмаған ҡатламға нәфрәт тыуҙырыу, кәмһетеү идеологияһын алға һөрөүселәр ошондай аҙым яһай. Интернет селтәрендә раса, милләткә ҡарата нәфрәт уятҡан видеороликтар ҡуйыусы бәлиғ булмаған балалар ҙа хөкөмгә тарттырыла. Терроризм-экстремизмдың иң хәүефле формаһы. Уға террористик акт, аманат алыу, законлы булмаған ҡораллы формирование ойоштороу, һауа, һыу, тимер юлы транспортын алып ҡасыу инә. Террористик акт тураһында ялған хәбәр таратыу ҙа беҙҙең заманда иң таралған енәйәттәрҙең береһе иҫәпләнә һәм закон буйынса уны ҡылыусы ҡаты язаға тарттырыла.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хәбәр итеүенсә, кешеләрҙең Украинаның махсус хеҙмәттәре тарафынан шантажға дусар ителеүҙәре лә мөһим проблемаларҙың береһе булып тора. 2023 йылда илебеҙҙең 46 төбәгенән 187 кеше ҡулға алынған, был әҙәмдәр украиндарҙың махсус хеҙмәттәренән төрлө заданиелар алып улар ҡушҡанды эшләй. Аңдары томаланған кешеләр һөҙөмтәлә енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыла. Социаль селтәрҙә айырыуса бәлиғ булмаған балаларҙың аңында яман уйҙар тыуҙырыу менән шөғөлләнеүселәрҙең барлығы хәүефләндерә. 2023 йылда шуға бәйле ҡала-районыбыҙҙа ике енәйәт эше теркәлә. Былтыр июнь айында Мейәс тимер юлдарында яндырыу ойошторған 1993 һәм 2005 йылғы ике диверсантты ҡулға алалар. Уларҙың береһе Учалы кешеһе булып сыға. Диверсанттар релей шкафтарына бензин һибә һәм уларҙы яндыра. Мейәс һәм Учалы ҡалаһының федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең оператив эше ярҙамында енйәтселәрҙең эҙенә тиҙ төшәләр. Уларға “диверсия” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Енәйәтселәрҙең украинаның махсус хеҙмәттәренән инструкциялар алыуы асыҡлана.

Ҡара уйлы әҙәмдәр гүзәл заттарҙы шантажлап тоҙаҡтарына ҡаптыралар. Ҡала-районыбыҙ мәктәптәренең береһен тамамлаған ҡыҙ Силәбе ҡалаһында юғары уҡыу йортонда белем ала. Былтыр йәй Учалыла өләсәһендә ялда булғанында Украинаның махсус хеҙмәттәре уның “Бәйләнештә” сәхифәһен емереп инеп, шәхси характерҙағы фотоларын ҡулға төшөрөп, эҙәрлекләй башлайҙар. Һөҙөмтәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡаршы негатив ролик төшөрөп интернетҡа һалырға мәжбүр итәләр. Видеоролик авторын шундуҡ асыҡлайҙар. Экстремистар йәштәрҙе хәүефле ойошмаларға йәлеп итеү өсөн төрлө ысул ҡуллана. Улар бөтәһе лә енәйәтсе, шулай ҙа матур һүҙҙәр артына йәшенәләр. Был һүҙҙәргә бер ҙә ышанырға ярамай, - тип иҫкәртте йәштәрҙе сарала ҡатнашыусылар.      

Экстремизм һәм терроризм – кешелек донъяһына ҡаршы йүнәлтелгән енәйәтселек һәм күпселек осраҡта был енәйәттең ҡорбандары – бер ғәйепһеҙ кешеләр, быны оноторға ярамай!

Әлиә ФӘРРӘХОВА.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас