Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
2 Февраль 2024, 11:45

Яҙыусыға оло баһа

Әҡлимә Сафина ҡала-районыбыҙҙа ғына түгел, республикабыҙҙа, унан ситтәге төбәктәрҙә лә яҡшы билдәле шәхес. Ике тиҫтә китап авторының әҫәрҙәре бер тынала уҡыла. Ошо көндәрҙә тынғыһыҙ яҙыусы-прозаик, актив йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы, РФ-тың һәм БР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы Әҡлимә Ғиззитдин ҡыҙы Сафина Башҡортостан Республикаһының Хөрмәт грамотаһына лайыҡ булды. ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Әҡлимә Сафина ҡала-районыбыҙҙа ғына түгел, республикабыҙҙа, унан ситтәге төбәктәрҙә лә яҡшы билдәле шәхес. Ике тиҫтә китап авторының әҫәрҙәре бер тынала уҡыла. Ошо көндәрҙә тынғыһыҙ яҙыусы-прозаик, актив йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы, РФ-тың һәм БР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы Әҡлимә Ғиззитдин ҡыҙы Сафина Башҡортостан Республикаһының Хөрмәт грамотаһына лайыҡ булды. ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Уҙған йылда районда, Башҡортостанда, илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә шаулап-гөрләп уҙған “Зәйнулла ишан эҙҙәре буйлап” саралар теҙмәһенең инешендә нәҡ Әҡлимә апайыбыҙ тора. Нәҡ уның инициативаһы, тырышлығы менән уҙҙы был саралар һәм даһи яҡташыбыҙ, билдәле дин әһеле хаҡында әлегәсә билдәле булмаған мәғлүмәттәрҙе асты.

Бынан тыш, Әҡлимә Ғиззитдин ҡыҙы ҡәләмдәштәренә ҡарата иғтибарлы һәм ярҙамсыл булыуы менән дә билдәле. Уның хәстәре һәм ярҙамы менән ҡәләм тирбәтергә батырсылыҡ итеүселәрҙең дә байтаҡ икәнлеген ишетеп беләбеҙ.

Әҡлимә Сафина 1948 йылдың 28 майында Учалы районы Сәфәр ауылында тыуған. Тыуған ауылы мәктәбендә 9 класты, Учалы ҡалаһында төҙөүселәр училищеһын тамамлағандан һуң, Ленин исемендәге колхозда эшләй, комсомол ойошмаһы секретары була. Силәбе партия мәктәбендә уҡып, ҡулына ҡыҙыл диплом алғас, колхоздың профком рәйесе, партком секретары, ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй. Ситтән тороп ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын тамамлай. Ике йыл партияның Ҡыйғы район комитетында идеология бүлеге инструкторы вазифаһын башҡара. Сәфәр ауылы хакимиәте башлығы ла була. 2003 йылда хаҡлы ялға сыға. 2013-2018 йылдарҙа Учалы яҙыусылар ойошмаһын етәкләй. Әлеге көндә лә, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, телем, илем тип йәшәгән яҙыусыларҙың береһе ул.

Алдан билдәләүебеҙсә, Әҡлимә Ғиззитдин ҡыҙы ҡала, район, хатта республика кимәлендә  уҙғарылған әҙәби, мәҙәни сараларҙа, осрашыуҙарҙа, төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Мәҡәләләре районда һәм республикала сыҡҡан матбуғат баҫмаларында йыш донъя күрә. Яҡташыбыҙ Мөхәмәт Хәйҙәров һәм Хәснә Юлдыбаева исемендәге премиялар лауреаты. 1968 йылда комсомолдың - юбилей, 2002 йылда “Халыҡ һанын алыуҙа актив ҡатнашҡаны өсөн” билдәләренә лайыҡ була.

Әҡлимә Сафинаның «Сәфәрем-тыуған төйәгем» китабы хаҡында айырым билдәләп үтергә кәрәк. Китапта бәйән ителгән ауыл тарихы, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, ата-бабаларҙың үткән юлы, ауылдың арҙаҡлы шәхестәре тураһында тупланған бай материал мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылар, китапханасылар, музей хеҙмәткәрҙәре һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн үтә лә ҡиммәтле мәғлүмәттәр бирә.

Әҡлимә апайҙың Афғанстан һуғышы ветерандары хаҡында донъя күргән китабы йәш быуынға хәрби-патриоттк тәрбиә биреү йәһәтенән ҡиммәт. Шуға ла ҡала-районыбыҙҙа афған һуғышы яугирҙары менән уҙғарылған осрашыуҙар, ғәҙәттә, Әҡлимә Сафинаһыҙ үтмәй.

Бөйөк Ватан һуғышы темаһы ла Әҡлимә апайыбыҙҙың ижадында ныҡлы урын биләй. Төрлө яҙмыштар аша илебеҙ яҙмышын да асыҡ күрәбеҙ уның әҫәрҙәрендә. Ә ауылдашы, Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлин тураһында «Ишетәһегеҙме, ул тере...» тигән китабының нәҡ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына тура килтереп баҫылып сығыуын барыбыҙ ҙа айырым бер йылылыҡ менән ҡабул иттек.

Милли көрәш менән шөғөлләнгән батырҙарыбыҙ хаҡындағы китап та онотолған исемдәрҙе тергеҙергә, йәштәргә был юҫыҡта маяҡ булырҙай яҡташтарыбыҙҙы хөрмәтләргә өйрәтте.

Ғөмүмән, Әҡлимә Сафина янып, ярһып йәшәй. Сәфәрҙә теннис клубының, балалар майҙансығының төҙөлөүендә, хоккей уйнау урынының барлыҡҡа килеүендә тынғыһыҙ яҙыусының өлөшө бик ҙур. Хатта мәктәптә яҡшы уҡыусы балаларға үҙ кеҫәһенән стипендия түләү яйын да таба бит ул. Уҙған йыл май айында 75 йәшлек юбилейы уңайынан Әҡлимә апай бер төркөм ҡәләмдәштәрен Ирәмәл тауына сәйәхәткә алып барғайны. Үҙе әйтеүенсә, был тауға ул 26 тапҡыр артылырға өлгөргән! Бәлки, ҡәләменең оҫталығы һәм үткерлеге, һүнмәҫ-һүрелмәҫ энергияһы уның изге тауҙан фатиха алыуынандыр. Һәр хәлдә шулай уйларға форсат бар...

Гүзәл ЛАТИПОВА.

 

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас