Ҡаланың 10-сы мәктәбе нигеҙендә “Сәпкә тей” мәктәп тиры асылды. Белем усағы күптән инде үҙенең спортсылары менән дан тота, бында балаларҙы хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүләләр, кадет кластары булдырылған. Тир !Инициативалы мәктәп бюджетлауы” проекты ярҙамында тормошҡа ашырылды.
Әйткәндәй, был проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса 2021 йылда булдырылды. Документҡа ярашлы, 2021-2024 йылдар дауамында урындағы бюджеттар ошо йүнәлештәр буйынса проекттарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн республика ҡаҙнаһынан субсидиялар ала. Сара “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проектының маҡсаттарына тап килә. Мәктәпте инициативалы бюджетлауҙың төп бурысы – мәктәп биләмәһен һәм инфраструктураһын үҫтереү өсөн бюджет ҡарарҙарын ҡабул итеүгә уҡыусыларҙы мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү. Шулай уҡ улар ил Президенты Владимир Путиндың “май” указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла туранан-тура булышлыҡ итә. Уҡыусыларҙың башланғыстарын тормошҡа ашырыуға маҡсатлы бюджет сығымының дөйөм күләме йыл һайын 30 миллион һум тәшкил итә, ә бер проект өсөн 500 мең һумғаса субсидия ҡаралған.
10-сы мәктәптең был йәһәттән тәжрибәһе етерлек, проектта икенсе йыл рәттән ҡатнашалар. 2022 йылда конкурста еңеп алған грант аҡсаһына заманса телерадиорубка булдырғандар, тауыш яҙҙырыу һәм трансляция өсөн аппарат һатып алғандар. Коридорҙа, һәр класс бүлмәһендә аудиоколонкалар ҡуйылған, ял мөйөштәрендә телевизорҙар урынлаштырылған. Уҡыусылар “Мәктәп тәнәфесе” түңәрәгендә мәктәп тормошонан яңылыҡтар төшөрәләр. “Музыка тураһында”, “Иң ҡыҙыҡлылары”, “Һаулығым - байлығым” һәм “Ҡотлауҙар” рубрикалары уңышлы эшләй һәм, ниһайәт, бөгөн ҡыҙ-малайҙарҙың, ата-әсәләрҙең, уҡытыусыларҙың күптән көтөлгән тағы бер хыялы – мәктәп тирын асыуға өлгәштеләр.
7-11-се класс уҡыусыларынан торған инициатив төркөм – Арслан Хәкимйәнов, Илнур Ғәлин, Полина Кузнецова, Станислав Яйыҡбаев, Илиза Минһажева уҡыусылар хөкөмөнә тәүҙә биш проект тәҡдим итә. Тик конкурс шарты буйынса мәктәп бары бер генә проектты республика күләмендәге конкурсҡа тәҡдим итә ала. Барыһы ла ғәҙел булһын өсөн проекттар тауыш биреүгә ҡуйыла. Һөҙөмтәлә күпселек “Сәпкә тей” проекты өсөн ҡул күтәрә. Нәҡ ошо проект республика кимәлендә еңеп сыға.
Атыу клубы мәктәп подвалында урынлашҡан. Ремонт эшләнгән, йылы, иркен. Уҡыусыларға винтовканан атып үҙҙәренең мәргәнлектәрен һынарға барлыҡ шарттар ҙа бар. 10-сы мәктәп нигеҙендә булдырылған пневматик тир ҡала-районыбыҙҙа бөгөнгө көндә берәү генә.
- Сикһеҙ шатбыҙ, мәктәбебеҙҙә ҙур байрам. Беҙ уны бер йыл ғына көтмәнек. Проектты тормошҡа ашырыуҙа тотош команда көс түкте. Был тәңгәлдә тәжрибәбеҙ булғас, нисек эшләргә икәнен яҡшы белә инек. Уҡыусыларыбыҙҙың яуаплылығы, берҙәмлеге һоҡландыра. Ҡыҙ-малайҙарҙың мәктәп мөхитен яҡшыртырға, матурларға, замансаға әйләндерергә ынтылыуҙары еңеүгә килтерҙе лә инде. Хәҙерге балалар ныҡ һәләтле, баштарында шул тиклем күп ҡыҙыҡлы идеялар ята. Уларҙы тормошҡа ашырып өлгөр генә. Әлбиттә, берҙәмлектә көс, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Еңеүгә тос өлөш индергән, беҙгә һәр яҡлап ярҙам күрһәткән ата-әсәләргә, йәмәғәт ойошмаларына, ҡала-район предприятиеларын билдәләп үтеү урынлы булыр. Айырыуса район хакимиәтенә, мәғариф бүлегенә идеябыҙҙы күтәреп алғандары өсөн һәм мәктәптең ата-әсәләр комитетына, Айһылыу Фәтҡуллинаға, “Заказсы хеҙмәте” йәмғиәтенә, Учалы тегеү фабрикаһына, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына, шәхсән комбинаттың дөйөм һорауҙар буйынса директоры Александр Васильевич Андросенкоға, “Учалы электр селтәрҙәре” йәмғиәтенә, эшҡыуар Роза Зәйнәшеваға, 10-сы мәктәп коллективына ҙур рәхмәтемде белдерәм, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты мәктәп директоры Екатерина Сергеева. Директор әйтеүенсә, уҡыусыларҙан тыш, ҡала-район халҡы ла тирға килеп атыша ала. Бының өсөн алдан заявка ҡалдырырға кәрәк.
Белем усағының кадет хәрәкәте кураторы, проектты тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индереүсе, запастағы подполковник Илдус Имаев билдәләүенсә, тирҙың барлыҡҡа килеүе башланғыс атыу әҙерлегенә уҡытыуҙы ойошторорға, атыу ҡоралынан атыу күнекмәләрен башҡарыу шарттарын һәм тәртибен, ҡорал менән эш иткәндә хәүефһеҙлек сараларын өйрәнергә мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ бында ГТО нормаларына ярашлы күнекмәләр башҡарыласаҡ.
- Бөгөн үҫеп килгән быуындың атыу дәрестәре юҡҡа сыҡты, тирҙар ябылды, ә күпселек уҡыусылар һәм йәштәр винтовканы ҡулда тотоп ҡарау ғына түгел, ғөмүмән, уның нисек икәнен дә белмәй, ә уларға армияла хеҙмәт итергә тура киләсәк бит. Бынан тыш, беҙҙең мәктәп кадет мәктәбе һанала, тир беҙгә айырыуса кәрәк, - ти подполковник.
Ятып ҡалғансы – атып ҡал, ти халыҡ мәҡәле. Ә инде сәпкә тейҙерә атыуҙа, мәргәнлектә учалыларға етеүселәр, тиңдәр юҡ. Киләсәктә ҡыҙ-малайҙарҙың тирҙа атыу буйынса ярыштарҙа еңеүҙәр яулауҙарын көтөп ҡалабыҙ.
Әлиә ДАУЫТОВА.