Яйыҡ
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль , 08:58

Халыҡ йолаларында туғанлыҡ ҡәҙере

...Ҡунаҡтарҙың ауыҙынан ошондай хәбәр ҙә ишетелеп ҡалынды: барыһы ла бик яҡшы ойошторолдо, барыһына ла рәхмәт. Учалы ҡалаһы бик оҡшаны, матур, ыҡсым, таҙа. Тәбиғәт тә гүзәл, тик бына барыһын да юл ыңғайы  яҙа-йоҙа ғына күреп ҡалдыҡ. Ситтән тәүләп килеүселәргә экскурсия ойошторлһа, тағын да яҡшыраҡ булыр ине.

Халыҡ йолаларында туғанлыҡ ҡәҙере
Халыҡ йолаларында туғанлыҡ ҡәҙере

РФ Президенты В.В.Путин  2024 йылды Ғаилә йылы тип иғлан итте. Учалы филармонияһында үткән «Етегән йондоҙ»  V район-ҡала халыҡ  ижады фестивалендә төбәгебеҙҙә был  йыллыҡҡа рәсми рәүештә старт бирелде.

Ҡатнашыусыларҙы Учалы ҡала ултырағы хакимиәте башлығы Вадим Садиҡов сәләмләне, ғаилә ҡиммәттәре – шул иҫәптән быуындан быуынға күсә килгән йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр, мәҙәни күсәгилешлек икәнлеген билдәләне.

Был тапҡырҙа «Етегән йондоҙ»  фестивалендә 15 коллектив ҡатнашты – Башҡортостандың ҡала-райондарынан, күрше Силәбе өлкәһенән. Һәр ҡатнашыусылар берәй халыҡ йолаһын сәхнәләштереп күрһәтте, сығыштарҙы компетент жюри баһаланы.

Жюри ағзалары: мәҙәниәт һәм сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре  Дамир Абубакиров, БР республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире Эльвира Әхмәтйәнова, комиссия рәйесе – билдәле фольклорсы, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы, Рәсәй Фән академияһының Өфө федераль  ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклористика бүлеге мөдире Гөлнүр Хәсәйенова.
  Учалылар, әлбиттә, үҙҙәрен бик яҡшы күрһәтте.

Ахун балалар сәнғәт мәктәбе Иманғол филиалынан  “Ынйыкай” ансамбле (етәкселәре Гөлсәсәк Муллағәләмова)  балалар араһында Гран-при яуланы.

Ололар араһында ла иң  юғары баһа фәҡәт учалыларҙа – “Хазина” халыҡ фольклор ансамбле (етәкселәре – Ғәрифә Кудрявая) шулай уҡ Гран-при менән һөйөндөрҙө.

Башҡа район мәҙәниәт йорттары һәм сәнғәт мәктәптәре лә үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте, юғары баһаланды. 

  Ахун мәҙәниәт йортоноң “Серҙәштәр” ансамбле (етәкселәре – Лия Фәйзуллина) – II дәрәжә лауреаты (“Ҡаҙ өмәһе” йолаһын сәхнәләштереү).

 Учалы ауылының район мәҙәниәт йортоноң “Киленсәк” ансамбле (етәкселәре – Гөлнара Ғарипова) – II дәрәжә лауреаты (“Киске ултырыш”).

 Ҡунаҡбай күп функциялы мәҙәниәт йортоноң “Аҡ теләк” ансамбле (етәкселәре – Гөлфинә Йомағужина) -  III дәрәжә лауреаты («Ҡаурый һыҙырыу өмәһе»).

 Комсомольск балалар сәнғәт мәктәбенең “Любизар” ансамбле (етәкселәре – Ғаяз Ибраһимов, Әлфиә Ҡорамшина) – III дәрәжә лауреаты («Хан һуғыу»).

 Төрлө коллективтар  айырым номинацияларҙа ла билдәләнде:

- “Аулаҡ өй”ҙө сәхнәләштергән Ураҙ балалар сәнәғәт мәктәбенең “Тамсылар” ансамбле ( етәкселәре –Айнур Суфиянов) – “Үҫеп килгән быуынға рухи-әхлаҡи тәрбиә өсөн”;

-“Тыуған көн байрамы”н сәхнәләштергән  Ҡунаҡбай балалар сәнәғәт мәктәбенең “Һомай” ансамбле ( етәкселәре –Гөлфинә Йомағужина) – “Киң йәйелгәнлек һәм күп жанрлылыҡ өсөн”;

-«Нардуган»ды сәхнәләштергән  Учалы ауылы  балалар сәнәғәт мәктәбенең “Ихлас ” ансамбле ( етәкселәре –Луиза Ғиззәтуллина, хореограф – Юлиә Зайнышева) – “Киң йәйелгәнлек һәм тамашалыҡ өсөн”.

   Көнө буйы ҙур зал гөрләп тора. Байрамды алып барыусылар һуңынан  билдәләне: “Рухи ҡиммәттәрҙе сағылдырған был көсөргәнешле бәйгелә борондан килгән йолалар, бала саҡтың мауыҡтырғыс уйындары  күрһәтелде, әйтерһең дә быуаттар төпкөләнән рух шишмәләре урғылды. Бөгөнгө осрашыу ҡатнашыусылар өсөн  ғәмәли дәрестәр, тормош һабаҡтары, йылы аралашыу булып иҫтәрендә ҡалыр. Барығыҙға ла һаулыҡ, ижади уңыштар, илһам, өмөтлө киләсәк теләп хушлашабыҙ. Киләһе 2026 йылда ла, “Етегән йондоҙ” дуҫтарын йыйып, яҡты нурҙар менән балҡыһын!”

  Беҙ ҙә был теләктәргә ҡушылабыҙ һәм еңеүселәрҙе генә түгел, бар ҡатнашыусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

....Ҡунаҡтарҙың ауыҙынан ошондай хәбәр ҙә ишетелеп ҡалынды: барыһы ла бик яҡшы ойошторолдо, барыһына ла рәхмәт. Учалы ҡалаһы бик оҡшаны, матур, ыҡсым, таҙа. Тәбиғәт тә гүзәл, тик бына барыһын да юл ыңғайы  яҙа-йоҙа ғына күреп ҡалдыҡ. Ситтән тәүләп килеүселәргә экскурсия ойошторлһа, тағын да яҡшыраҡ булыр ине. Был хәбәрҙәренә мотлаҡ ҡолаҡ һалыр кәрәктер – ҡунаҡсыллыҡтан тыш, төбәгебеҙҙең туризм йәһәтенән популярлығын арттырыу сараһы ла булыр ине  бындай экскурсиялар.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: