Бишенсе йыл рәттән ойошторолған “Диктор тауышы” конкурсы Башҡортостандың халыҡ артисы, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының күренекле дикторы, яҡташыбыҙ, Яңы Байрамғол ауылында тыуып үҫкән шәхес - Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арналды.
Был конкурсты Учалы районының мәғариф бүлеге “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының “Юлдаш” радиоһы менән берлектә ойоштора. Уҡыусы балалар араһында башҡорт теленә ихтирам булдырыу, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү, һөнәр һайлауға булышлыҡ итеүгә арналған конкурсты ойоштороуҙа Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы ярҙам күрһәтә.
Башҡорт Левитаны ҡабатланмаҫ тенор, ҡырҡ йылға яҡын көн һайын үҙенсәлекле, мөһабәт тауыш менән Башҡортостан халҡын уятты. Әхәт Мортазин диктор, журналист, режиссер, актер булараҡ танылыу яулай. Күп сараларҙа Башҡортостан Республикаһының рәсми тауышы була. Радио һәм телевидение өсөн бихисап кадрҙар әҙерләй. Республиканың "алтын фондын" әҙәби әҫәрҙәр, тамашалар менән байыта. Уның эшен бөгөн уҡыусылары дауам итә. Быйыл уға 65 йәш тулыр ине.
Конкурс мәктәп, муниципаль, региональ этаптан торҙо. Быйыл 80-дән ашыу ижади эш ҡаралды. Төп шарт - яңылыҡтар уҡып ишеттереү һәм мәктәп тормошонан репортаж әҙерләп, журналист маһирлығын, дикторлыҡ һәләтен күрһәтеү ине. Эштәрҙең 45-е финалға сыҡты, улар араһынан 13 еңеүсе билдәләнде. Учалы, Белорет, Йылайыр, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Әбйәлил, Мәләүез, Ғафури райондарынан, Силәбе өлкәһенән уҡыусылар әүҙем ҡатнашты. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 6 февралдә Әхәт Мортазиндың тыуған көнөндә Өфөлә, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында үтте.
Районыбыҙҙан биш уҡыусы йомғаҡлау тантанаһында ҡатнашты - Комсомольск мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Айнель Әйүпова (уҡытыусыһы - Г.Х. Бәхтийәрова), Илсе мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Самира Баҡыева (уҡытыусыһы - Р.Т. Солтанова), 1-се Башҡорт лицейының 9-сы класс уҡыусыһы Регина Сиражитдинова (уҡытыусыһы - Е.В. Шахурина), Уральск мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Тимур Вәлиуллин (уҡытыусыһы - Р.Р. Шаһиева), Мулдаҡай мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Алена Смирнова (уҡытыусыһы - З.Ә. Әминева).
Конкурс ике йәш төркөмөндә билдәләнде. Башланғыс кластар араһында икенсе урынға - Комсомольск мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Айнель Әйүпова һәм Илсе мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Самира Баҡыева сыҡты.
Өлкән төркөмдәр араһында өсөнсө урынды Мулдаҡай мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Алена Смирнова яуланы. Икенсе урынға Сабир Йыһаншин исемендәге 1-се Башҡорт лицейының 9-сы класс уҡыусыһы Регина Сиражитдинова һәм Уральск мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Тимур Вәлиуллин лайыҡ булды. Афарин, йәш дикторҙар!
Сарала “Тамыр” телеканалында оҫталыҡ дәрестәре, билдәле алып барыусылар менән осрашыуҙар, телерадиотапшырыуҙарҙа ҡатнашыу, телеүҙәккә экскурсия ла ҡаралған ине.
Вилиә ЯНБАЕВА.