Ҡалабыҙҙа төрлө тарафтарҙан килгән, төрлө милләт кешеләре йәшәй.
Әгәр ҙә уларҙы барлай китһәң, Учалыла тик эшһөйәр, яҡшы кешеләр йыйылған, тигән фекергә килмәй мөмкин түгел. Ялҡауҙарҙы, елғыуарҙарҙы, тар эслеләрҙе бында яратмайҙар һәм улар бик үк төпләнеп тә бармай. Егәрлеләр ҡалабыҙҙы үҙ тыуған ерендәй яҡын күреп, бөтә күңеле, йәне-тәне менән бирелеп хеҙмәт итә.
Гөрләп торған комбинатыбыҙҙы данлаған таусыларыбыҙ үҙе генә ни тора! Күҙ асып йомған арала, батша һарайындай ҡалҡып сыҡҡан йорттарыбыҙ, гөл баҡсаға әүерелгән ҡалабыҙ кемдәрҙе генә һоҡландырмай ҙа, кемдәргә генә рухи байлыҡ бирмәй. Әлбиттә, был тынғыһыҙ етәкселәребеҙҙең, хеҙмәткәрҙәребеҙҙең, уңған эшселәребеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәт емеше.
Учалының данын күтәреүсе ғилми хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылары, табиптары, яҙыусылары, артистары бар.
Мин үҙемдең мәҡәләмдә шундайҙарҙың береһе булған ябай бер ҡатын менән таныштыраһым килә. Уның исеме Сәкинә Зөфәр ҡыҙы Мөрсәлова. Ул 1933 йылдың 5 авгусында хәҙерге Архангел районына ҡараған Үрге Ләмәҙ ауылында тыуған. «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» тигән фильм, матур тәбиғәт ҡосағына һыйынып ултырған, ошо кескәй генә ауылда төшөрөлгән дә инде. Алты балалы ғаиләлә тыуған ҡыҙ бәләкәйҙән үк бик теремек, эшһөйәр, откор булып үҫә һәм ошо сифатын ғүмере буйы юғалтмай. «Минең тормош девизым - бер минут та эшһеҙ ултырмау», - ти ул йылмайып. Ысынлап та матур итеп кейенгән Сәкинә апайҙы көн дә тиерлек гәзиттәр тотоп подъездан подъезға йөрөгәнен күрәһең. Шул уҡ ваҡытта ул ветерандарҙың хәлдәрен дә белешә һәм кәрәк икән, ярҙам ҡулын һуҙырға ла өлгөрә. Бындай уңғанлыҡ һәм кесе бәйеллелек, моғайын да, ата-әсәһенән киләлер.
Атаһы Зөфәр Әхмәт улы бик белемле, абруйлы, ойоштороу эшенә үтә лә һәләтле була. Шуға ла уны Мәскәүгә юғары партия мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Ниндәй генә эшкә ҡушһалар ҙа урынына еткереп, маҡтауға лайыҡ итеп башҡара ул.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға, уға армия хеҙмәтенә алыныусыларға хәрби әҙерлек үткәрергә ҡушыла һәм үҙе лә 1942 йылда һуғышҡа алына. Был саҡта Сәкинә апай беренселә генә уҡып йөрөгән була. Элек тә бигүк еңелдән булмаған тормоштары тағы ла нығыраҡ ауырлаша. Өҫкә кейем, ашарға ризыҡ етмәй. Бер туғандар булған бер үк аяҡ, өҫ кейемен алмашлап кейеп уҡырға йөрөйҙәр.
- Ул саҡтағы һуғыш балаларының, һәр береһенең яҙмышы аяныслы ине. Аслыҡтан, үпкәләренә һалҡын тейҙереп үлгән ауылдаш ҡыҙҙар-малайҙар ҙа булды. Беҙ әсәйемдең тырышлығы менән һуғышты иҫән-һау үткәрҙек. Атайым 1945 йылдың башында яраланып ҡайтты. Уның йүнселлеге менән яйлап аяҡҡа баҫыуға, 1947 йылда утыҙ ете генә йәшендә ул фажиғәле рәүештә мәрхүм булды, - тип көрһөнөп иҫкә алды үҙенең үҫмер сағын, күпте күргән Сәкинә Зөфәр ҡыҙы.
Сәкинә апай мәктәптә тырышып уҡый, үҙешмәкәрлек түңәрәгендә лә актив ҡатнаша. Атаһын 5 ноябрҙә ерләйҙәр, ә ул ун дүрт йәшлек ҡыҙ уҡытыусылары менән бер рәттән, 6 ноябрь көнө сәхнәлә пьесала ҡатнашып, Анюта исемле ҡыҙ ролен уйнай. Әллә етем ҡалған сабый баланы йәлләп, әллә уның шундайҙа оҫта итеп, йөрәктәргә үтерлек итеп уйнағанын күреп халыҡ һыҡтап, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә ҡул саба. Тамаша бөткәс тә: «Хоҙай һиңә бәхет бирһен инде», - тип арҡаһынан тупылдатып һөйәләр ҡыҙҙы. Моғайын да уға ошо көндән сәхнә ауырыуы йоғалыр ҙа...
Әсәһе Маһиямал Хәсән ҡыҙы, йорт хужабикәһе, колхозсы, тормош иптәше үлгәс тә, бөгөлөп төшмәй. Ирҙәрсә, итәгенә төшкән ҡайғы-хәсрәтте йөрәгенә йөкмәп, алты баланы ла тормош юлына баҫтыра. Уның балалары бер-береһенә ярҙамсыл, кешелекле булып үҫәләр.
Сәкинә Зөфәр ҡыҙы үҙенең хеҙмәт юлын 19 йәшендә Оло-Теләк леспромхозында, Сим балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башлай. Шул ваҡытта уҡ сәхнәгә булған һөйөүе уны ауыл клубына алып килә, йәштәр менән һөйләшеп сәхнәгә пьесалар ҡуя башлай.
Тормош иптәше Мөжәһит менән дә шунда таныша. Сәхнәлә уның ире булып уйнаған һуғыш ветераны, уҡытыусы үҙенә кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Унан өс малай таба.
Сәкинә апай ғаиләне һаҡларға ни тиклем тырышһа ла, 1965 йылда ғаилә тарҡала. Әсә балаларын тәрбиәләүгә ҙур көс һала. Уларҙы аяҡҡа баҫтырыу, башлы-күҙле итеү еңелдән булмай. Әммә сабыр холоҡло, итәғәтле әсә тормош һынауҙарына бирешмәй.
Тәүге улы Юра йәшләй генә мәрхүм була. Шамил улы - Санкт-Петербургта, Рафаэлы Өфөлә йәшәй. Икенсе тормош иптәше Мөкәримдән дүртенсе улы Рәүиле тураһында ҙур ғорурлыҡ менән:
- Санкт-Петербургта хәрби-диңгеҙ инженер училищеһын тамамлап, бер йыл подводник булды. Һуңынан Санкт-Петербургта уҡ Иҡтисад академияһына уҡырға инде. Уны уҡып бөтөүгә Ленинград өлкәһенең Выборг районындағы (Финляндия сиге эргәһендә) Светогорск ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп ҡуялар. Тиҙҙән уны Мәскәүгә күсерәләр. Әлеге көндә Санкт-Петербургта «Корвет» предприятиеһының генераль директоры, - ти.
Бына бит ул Учалы егеттәре! Йәнгәлиев Рәүил Мөкәрим улы 1-3-сө кластарҙа беренсе мәктәптә уҡыһа, 4-8-се кластарҙы өсөнсө мәктәптә бөтә. Һуңынан Өфө йылға училищеһын тамамлай.
Сәкинә Зөфәр ҡыҙы ситтән тороп техникум тамамлай һәм оҙаҡ йылдар китапханасы була. Ҡайҙа ғына эшләһә лә тырыш, әүҙем хеҙмәткәр үҙен гел яҡшы яҡтан күрһәтә. Йөкмәтелгән бурысты яуаплылыҡ тойғоһон юғары ҡуйып, ваҡыты менән иҫәпләшмәй намыҫ менән башҡара. Шуға ла уға төрлө яуаплы йәмәғәт эштәрен ышанып тапшыралар. Күп тапҡыр урындағы советҡа депутат итеп һайлана, комсомол ойошмаһын да етәкләргә тура килә уға. Партия сафына ингәс, заманында иң абруйлы партия ойошмаһында секретарь була. Пропагандист, стена газетаһы редакторы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, иптәштәр һәм халыҡ суды заседателе була. Ул үҙенең эргәһендә йөрөгәндәрҙе тәрбиәләй һәм шул ук ваҡытта төрлө хәл-ваҡиғаларҙан фәһем алып үҙе лә алғы һыҙыҡҡа ынтыла.
Сәкинә апай 1974 йылда ғаиләһе менән Миндәктән Учалыға күсеп килә. Үҙенең һөнәре буйынса эш булмағас, Учалы ҡалаһының страховка бүлегенә инспектор булып урынлаша. Тынғыһыҙ Мөрсәлова бында ла үҙен һынатмай. Уның тырыш хеҙмәте тураһында районыбыҙҙың гәзите биттәрендә күп яҙалар. Хатта уның фотоһы Республика алдынғылары менән бер рәттән почет таҡтаһында тора.
Сәкинә Зөфәрҡыҙы Мөрсәловаға 90 йәш тулды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул әле лә бер ҙә генә бушамай, тулы ҡанлы тормошта, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәй. Заманында үҙе йәшәгән йорттоң һәм подъездың «өлкәне» булып та эшләне. Нимәләр эшләгәнен көндәлегенә теркәп яҙып барған ул. Көндәлектә уның ойошторған, эшләгән эштәре тураһында уҡып, һоҡланмай мөмкин түгел. Ә эшләнгән эштәре бөтәһелә йәмәғәт башланғысында, үҙ аҡсаһына.
Бынан тыш, ҡаланың инициатив төркөмөнөң актив ағзаһы ла була.
- Бында беҙ ултырыштар уҙғара, медицина, мәғариф өлкәһеме, йә берәй ойошманың эшен тикшереп ала инек, - ти үткәндәрҙе иҫкә алып..
Мөрсәлова алты тапҡыр халыҡты иҫәпкә алыуҙа ҡатнаша. Бында ла ул үҙенең әүҙемлеген, йыйнаҡлығын күрһәтә. 1979 йылда халыҡты иҫәпкә алыуҙа ҡатнашҡандағы тырыш хеҙмәте өсөн Министрҙар Советының маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә.
Сәкинә апайҙың сәхнәгә, театрға булған һөйөүе тураһында яҙмаһам, мәҡәләм тулы булмаҫ кеүек. Ысынлап та, Сәкинә Зөфәр ҡыҙының тормошо театр менән тығыҙ бәйле. Мәктәп йәшенән 80 йәшенә тиклем (66 йыл) төрлө ҡыҙыҡлы, фәһемле, сағыу ролдәре менән тамашасы күңелендә яҡты образдар тыуҙырып йәшәй. Уға байтаҡ режиссерҙарҙың ҡул аҫтында эшләргә тура килә. Уға баш режиссер Розалия Фәизова етәкләгән башҡорт халыҡ театрында уйнарға насип була. Розалия Фәизова:
- Сәкинә апай ролдәрҙе бар күңелен һалып, бирелеп башҡарҙы. Беҙ уны бөтәбеҙ ҙә яратып «тынғыһыҙ апай» тип йөрөттөк, - ти.
Мөрсәлова театрҙа ҡатнашып йөрөгән дәүерендә генә ҡырҡтан ашыу диплом һәм маҡтау грамоталары менән наградланған икән.
Сәкинә апайҙың миңә өйөндә лә булырға насип булды. Уның китапханаһындағы энциклопедияларҙы һәм башҡа танылған авторҙарҙың китаптарын күреп шатландым. Бындай байлыҡ һирәктәрҙә генә бар бит ул! Мәҡәлә геройымдың китап уҡыуҙан тыш, бәйләнеү, сигенеү кеүек бик күп эштәрен күреп тә һоҡланмау мөмкин түгел. 90 йәшлек юбилей - кеше ғүмеренең оло байрамы ул. Сәкинә апай уны оло емештәр менән ҡаршы ала. Һаулыҡ һиңә, Сәкинә апай!
Әҡлимә САФИНА,
Сәфәр ауылы.