Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
9 Февраль 2024, 06:00

Тыныслыҡта һәм татыулыҡта

Уҙған аҙнала Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Учалы районына килде, эш сәфәре барышында ҡала-райондың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашты.

Уҙған аҙнала Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Учалы районына килде, эш сәфәре барышында ҡала-райондың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашты.

Түңәрәк өҫтәл артында урындағы ҡоролтай бүлексәһе, Учалы район хакимиәте вәкиләдре, ҡала-районыбыҙ активистары менән йәнле һөйләшеү барҙы. 

Эльвира Ринат ҡыҙы урындағы ҡоролтай ағзаларын эргә-тирәләге хәл-ваҡиғаларға, социаль-ижтимағи проблемаларға битараф ҡалмаҫҡа, уларҙы урындағы хакимиәт менә берлектә хәл итергә тырышырға, һөҙөмтә булмаһа, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына мөрәжәғәт итергә саҡырҙы.

Яҡташыбыҙ һуңғы арала республикабыҙҙа барған ваҡиғаларға ҡарата сикһеҙ борсолоу белдерҙе.

-Халыҡтың кисерештәрен уртаҡлашабыҙ: экологияға бәйле һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр бар һәм уларҙы кисекмәҫтән хәл итергә кәрәк. Киләсәктә улар манипуляция өсөн нигеҙ булып тормаҫҡа тейеш.

Күп милләтле төбәгебеҙҙең барлыҡ халҡына, учалыларға мөрәжәғәт итеп, йәмғиәттә тыныслыҡ һаҡларға, санкцияланмаған сараларҙа ҡатнашыуға провокацион өгөттәрҙе ҡабул итмәҫкә саҡырабыҙ. Протестар проблемаларҙы хәл итеүгә илтмәй, ә киреһенсә, илебеҙ халыҡтары араһындағы тыныслыҡты боҙоп, хәлде ҡатмарлаштыра ғына. Был низағтар Ватаныбыҙ дошмандарының емергес эшмәкәрлеге өсөн нигеҙ булып тора.
Илебеҙҙән ҡасып киткән һәм тәртипһеҙлектәргә өндәгән һатлыҡйәндәргә яңы хужалары алдында хеҙмәт итергә мөмкинлек тыуҙы. Улар асыҡтан-асыҡ милләт-ара низағҡа саҡыра, һәм был, әлбиттә, башҡорт халҡының мәнфәғәттәренә ҡырҡа ҡаршы килә, әлеге ваҡытта провокаторҙар тап шуны ҡулланырға маташа ла. Әлеге шарттарҙа экстремистик йүнәлештәге санкцияланмаған митингыларҙа, протест акцияларында ҡатнашыу сиктән тыш ауыр эҙемтәләргә килтереүен иҫкә төшөрөп үтәм. Украинала махсус хәрби операция бара, ҡыҙыу нөктәлә Учалынан да егеттәр байтаҡ. Улар ғүмерҙәрен аямай тыныслыҡ өсөн көрәшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбандар ҙа бар. Ошондай ауыр ваҡытта беҙ бергә булырға тейешбеҙ. Яугирҙарыбыҙ республикалағы барған ваҡиғалар өсөн борсола, ә Украина ресурстары илебеҙ эсендә «тарҡалыу процесы» башланыуына, «башҡорттарҙың үҙаллылыҡ теләүенә» шатлана.Әммә беҙ быуаттар буйына күп милләтле илдә йәшәнек, йәшәйбеҙ һәм йәшәйәсәкбеҙ, был беҙҙең көсөбөҙ.

Учалылар МХО-лағы егеттәребеҙгә даими гуманитар ярҙам ебәрә, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, ағинәйҙәр ойошмалары ла был эшкә дәррәү ҡушылған, уларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - тине Эльвира Айытҡолова.

Йәмәғәтселекте, айырыуса йәштәрҙе тыныслыҡ һаҡларға, хис-тойғоларға ҡоролған провокацион саҡырыуҙарҙы ҡабул итмәҫкә саҡырҙы депутат.

Башҡорттар ҡоролтайының урындағы бүлексәһе рәйесе Мозафар Ҡадиров бүлексәнең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, ҡоролтайҙың эшенә ҡағылышлы башҡа темалар ҙа ҡаралды, ағымдағы йылға пландар билдәләнде.

Эльвира Айытҡолова йәмәғәт ойошмаларын йәштәр менән әүҙемерәк эшләргә саҡырҙы.

Әңгәмә барышында ҡала-районыбыҙҙа кадрҙар мәсьәләһе киҫкен тороуы телгә алынды. Учалының почетлы гражданы Вәкиф Ғәйфуллин ауылдарҙа эш урындарын булдырыу һәм уҡытыусыларға эш хаҡын арттырыу тураһында һорау күтәрҙе. Урындағы активист Илдар Исхаҡов та был тәңгәлдә проблемалар барлығын билдәләне.

-Бөгөнгө көндә уҡытыусыларҙың эш хаҡтары бәләкәй. Мин үҙем мәғариф өлкәһендә эшләнем, әммә эш хаҡы түбән булыу арҡаһында яратҡан эшемде ҡалдырып производствоға киттем. Ир-егеттәр мәктәпкә ни өсөн бармай, сөнки түләмәйҙәр. Ә ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеү ир кешенең бурысы. Ҡатыным табип, уларҙың да эш хаҡы артыҡ күп түгел. Тормош иптәшем ахырҙа бер нисә участканы алып барырға мәжбүр, - ти ул.

Күрше Силәбе өлкәһендә эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренең һәм уҡытыусыларҙың эш хаҡтары беҙҙән күберәк булыуын телгә алдылар. Шуға ла йәш белгестәр сит өлкәгә китеп эшләүҙе өҫтөн күрәләр.

Йәмәғәт ағзаһы Фәнүр Шаһиев ауыл биләмәләренең проблемалы мәсьәләләре тупланған райондың юл картаһы кәрәк тип һанай.

Активистар башҡорт телен өйрәнеүҙең мөһимлегенә лә туҡталды. Эльвира Ринат ҡыҙының фекеренсә, телде өйрәнеү иһә ғаиләнән башлана, шулай уҡ мәктәп тә ҙур роль уйнай.

Сығыш яһаусылар башҡорт теленән яҡшы, аңлайышлы дәреслектәр кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы Таңһылыу Ғүмәрова урындағы яҙыусыларҙың китаптарын баҫтырып сығарырға ярҙам итеп ебәреүҙәрен үтенде. Учалы телерадиостудияһы директоры Римма Солтанова проблеманы гранттар ярҙамында хәл итеү мөмкинлеген әйтте. Яҙыусылар ойошмаһының был тәңгәлдә тәжрибәһе ҙур.

Әлиә ФӘРРӘХОВА. 

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас