Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының яңы хирургия корпусын төҙөп бөтөү билдәһеҙ сәбәптәр буйынса оҙаҡҡа һуҙылды. 31 ғинуарҙа Учалы районына эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров учалыларҙың күңеленә өмөт ҡуҙы өҫтәне. Хирургия корпусы төҙөлөшөн шәхсән барып ҡараны һәм проблемалы объект киләсәктә мотлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип белдерҙе.
- Хирургия корпусы киләһе йылда асыласаҡ. Төҙөлөш-монтаж эштәрен тамамлауҙан тыш, бында тағы йыһаздар һатып алырға кәрәк. Был 2025 йылға бюджетта һалынасаҡ ҙур сумма. Шулай булһа ла, әҙер һәм заманса яҡшы комплектлаштырылған дауахана асыласаҡ, - тине ул.
Учалыға яңы хирургия корпусы мотлаҡ кәрәк. Әлегеһе 1967 йылда төҙөлгән һәм бөгөн уның ниндәй торошта булыуын барыһы ла яҡшы белә. Ул заман талаптарына яуап бирмәй һәм медицина ярҙамын тейешле кимәлдә ойоштороуҙы тәьмин итә алмай.
5 мең квадрат метр майҙанды биләгән яңы өс ҡатлы бинала операция блогы, реанимация бүлексәһе, 24 карауат-урынлыҡ палаталар, травмпункт, экспресс-лаборатория, ҡабул итеү һәм диагностикалау бүлектәре урынлашасаҡ.
Радий Хәбиров был көндө Учалы тау сәнәғәте колледжында ла булды. Уҡыу йорто 1967 йылдан тау ҡаҙылмалары сығарыу тармағы өсөн белгестәр әҙерләй. Быйылғы уҡыу йылында колледжда 987 студент уҡый, шул иҫәптән 90 кеше – башҡа төбәктәрҙән. Улар бында 11 йүнәлеш буйынса һөнәри белем ала. Учреждение директоры Дмитрий Абдрахманов уҡыу йортоноң электән Учалы тау-байыҡтырыу комбинатын кадрҙар менән тәьмин итеү өсөн булдырылыуын билдәләне. Уҡыу йортон тамамлаған егет-ҡыҙҙарҙың күбеһе әлеге көндә предприятиела уңышлы эшләйҙәр. “Профессионалитет” федераль проекты нигеҙендә Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты менән колледж араһындағы хеҙмәттәшлек төҙөлгән. Ҙур ихтыяж менән файҙаланған һөнәрҙәргә эйә булған йәштәр бер ҡасан да эшһеҙ тороп ҡалмай, уларҙы һәр ҡайҙа ла көтөп ҡалалар.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған интерактив белем биреү, гидравлика һәм гидропривод лабораторияларын ҡараны.
Педагогтар менән аралашҡанда ул колледжға ятаҡ кәрәклеген дә билдәләп үтте.
- Бик көслө уҡыу йорто, кәрәкле белгестәр әҙерләй. Ятаҡ булғанда алыҫ район-ауылдарҙан, башҡа төбәктәрҙән дә йәштәрҙе йәлеп итергә мөмкин, - тине ул.
Төбәк етәксеһе Учалы тау сәнәғәте колледжына республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә 2024 йыл дауамында кәрәкле проект-смета документацияһын әҙерләргә ҡушты.
Колледж директоры әйтеүенсә, уҡыу корпустарының береһен ятаҡ итеп үҙгәртеү мөмкинлеге бар. Ятаҡ булһа, әлбиттә, уҡыу йортонда белем алырға теләүселәр һаны ҡырҡа артасаҡ. Йәшәргә урын булмау арҡаһында күп егет-ҡыҙҙар колледжда белем алыуҙан мәхрүм. Ҡуртымға фатир алып йәшәү бик ҡиммәткә төшә, әлеге ваҡытта Учалыла бер бүлмәле фатирҙы айына 15 мең һумға бирәләр. Ауылда йәшәгән ата-әсәләрҙең күбеһенең бындай хаҡҡа фатир ҡуртымлап балаларын йәшәтергә хәлдәренән килмәй. Улар ятағы булған уҡыу йорттарын эҙләй. Ошо арҡала ҡыҙ-малайҙарын ситкә уҡырға ебәрәләр. Фәҡәт үҙем былтыр ике үҫмерҙең йәшәргә урын таба алмауҙары арҡаһында колледждан китергә мәжбүр булыуҙарына шаһитмын. Ятаҡ мәсьәләһе оҙаҡҡа һуҙылмай хәл ителер, тигән ышаныс бар.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Ваҡытының тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальонда хеҙмәт иткән “Портной” позывнойлы яугирҙың ғаиләһе менән осрашты.
Мәғлүм булыуынса, Донбассҡа эш менән барғанында төбәк етәксеһе МХО-ға Башҡортостандан барған ир-егеттәр менән осрашҡан булған. Яугирҙар менән аралашҡанда Радий Хәбиров мөмкинлек булғанда уларҙың туғандарын һәм яҡындарын барып күрергә вәғәҙә биргән.
Учалы ауылында яугирҙың әсәһе, туғандары менән осрашҡанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уның сәләмен еткерҙе.
- Былтыр йәй беҙ батальон урынлашҡан ергә барҙыҡ. Мин бер егеткә Шайморатов миҙалын тапшырҙым һәм: “Атай-әсәйең бармы? Улар янына барып сығыуымды теләйһеңме?” - тип һораным. Һәм бөгөн мин бында. Һеҙгә алғы һыҙыҡтан оло сәләм тапшырам. Һеҙҙең көйәләнеүегеҙҙе яҡшы аңлайым. Үҙем дә егеттәр өсөн бик борсолам, - тине Радий Фәрит улы.
Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткәрҙең ғаилә ағзаларынан хәл ителмәгән мәсьәләләре тураһында һорашты һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләренә, яҡындарына республика кәрәкле ярҙамды күрһәтергә әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Әлиә ДАУЫТОВА.