Беҙҙең Учалы ауылында тиҫтәгә яҡын егәрле, дәртле, һәр береһе үҙенең лайыҡлы эшен асҡан эшҡыуар йәшәй. Шуларҙың береһе - Фәнүз Ғәйнан улы Йәғәфәров. Билдәле эшҡыуар ике тиҫтәнән ашыу кешене эш урыны менән тәьмин итеп, бик дәртле, берҙәм коллектив туплаған. Улар ағас, утын әҙерләү менән шөғөлләнә. Пилорамала таҡта ярҙылалар, штакетник, бурса һәм хужалыҡта кәрәкле башҡа төрлө көнкүреш әйберҙәре етештерәләр.
Фәнүз Ғәйнан улы үҙенең һөйөклө ҡатыны Зөһрә еңгәнең тыуған ауылы Һәйтәктә бынамын тигән күркәм, ҙур мәсет төҙөттө. Учалы ауыл советы депутаты булараҡ, районда үткәрелгән төрлө мәҙәни сарала ҡатнаша, кәрәк саҡта мохтаждарға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Уны төрлө гәзит-журнал редакцияһында ла яҡшы беләләр, сөнки үҙенең эшселәрен даими рәүештә ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙыртып тора.
Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тиҙәр. Матур ғаилә традицияһын дауам итеп, Йәғәфәровтарҙың ике улы ла эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
Өлкән улы Динар «Таҙа ҡала» йәмғиәтендә башҡарыусы директор булып эшләй. Азат исемле кесе улы 2014 йылдан «Нева» предприятияһы нигеҙендә «Башҡорт күмере» йәмғиәте ойоштороп, ағас күмере етештерә. Әҙер продукцияны улар «Русский алюминий» компанияһына ебәрәләр. Әлбиттә күмерҙең сифаты бик юғары булырға тейеш, сөнки ул төрлө металл әҙерләү цехтарында ҡулланыла.
Фәнүз Ғәйнан улы үҙенең улдары менән ғорурлана, сөнки улар үҙҙәренең ауылдаштарына һәйбәт кенә эш хаҡы түләгән диами эш урындары булдырғандар. Кинйәләре Зөлфиә БДУ-ның иҡтисад факультетын тамамлап, уңышлы эшләп йөрөй.
Учалы районының Иҫтамғол ауылында мәктәп директоры булып эшләгән атаһы, быҙау ҡараусы, һауынсы булып эшләгән әсәһе балаларын бәләкәйҙән эш һөйөргә өйрәтәләр. Фәнүз Фәнил ағаһынан ҡалышмай йортта ҡош-ҡорт, мал ҡарау кеүек эштәрҙе башҡара. Ошо арала Фәнүзә һеңлеләрен дә ҡурсалап өлгөрәләр. Был эштәрҙе ул тормош һабаҡтары итеп күңеленә һеңдереп ҡуя. Мәктәптә лә яҡшы уҡый, бик көслө спортсы була. Атыу, саңғыла йүгереү буйынса тик призлы урындар яулай. Һөнәрселек училищеһын тамамлаған егет диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт итә. Ер шарының күп кенә диңгеҙ, океандарын гиҙеп сығырға тура килә Фәнүзгә. Уларҙың махсус тәғәйенешле подразделенияһы хатта Эфиопияла, Сейшел утрауҙарында операция башҡарыуҙа ҡатнаша. Хеҙмәттән ҡайтҡан йәш егет Учалы ауылындағы «Райсельхозтехника» берекмәһенә шофер булып эшкә урынлаша. Ул саҡтарҙа был берекмәне Тельман Кәримов етәкләй. Оҙаҡ йылдар уның ҡул аҫтында эшләгән Фәнүс етәксеһенән эшселәргә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға, күңелендә рух ныҡлығы туплап, алдағы тормошҡа аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәргә өйрәнә.
Учалы районының билдәле һәм абруйлы шәхестәре рәтендә йөрөүе – Фәнүз Ғәйнан улының үткән данлы юлының, бай биографияһының, юғары кешелеклек сифаттарының һөҙөмтәһе.
Үҙ эшенә һәр ваҡыт яуаплы ҡарағаны, кешелекле лә, кеселекле лә, кәрәк саҡта талапсан да булғаны өсөн абруйлы эшҡыуарҙы район хаҡимиәте етәкселеге лә, коллегалары ла, халыҡ та хөрмәт итә.
-Ирешелгән уңыштар – көндәлек хеҙмәт ул, профессиональ оҫталыҡ һәм хеҙмәткәрҙәремдең үҙ эшенә үтә яуаплы ҡарау һөҙөмтәһе, - ти Һәйтәк ауылының почетлы гражданы.
Һөйөклө ҡатынынан, аҡыллы, тырыш балаларынан уңған, ейән – ейәнсәрҙәренең шат тауыштарына күмелеп йәшәгән Фәнүс Ғәйнан улы ошо көндәрҙә үҙенең 65 йәшлек күркәм юбилейен билдәләне. Донъялар имен булып, киләсәктә лә эшендә уңыштарға өлгәшеп, халыҡ мәнфәғәте өсөн тырышҡан ир – уҙаманға шатлыҡ – ҡыуаныстар менән генә йәшәргә яҙһын.
Хөрмәтле ил ағаһы һин!
Халҡыңа ҡот-ырыҫтарҙы
Тарат һин, ағай, Фәнүз.
Бәхет тауына менергә
Һалғанһың һин күпме көс!
Күпме ағас ултырттығыҙ,
Үҫһен тиеп урмандар.
Киләсәкте уйлап йәшәй
Иманлылар, уңғандар!
Һәйтәктә мәсет төҙөүөң
Сауаптарҙың иң ҙуры.
Кешеләрҙең күңеленә
Таралһын иман нуры!
Шатлыҡ – бәхеттәрҙә үҫһен
Балалар, ейәндәрең.
Учалының данын арттыр, -
Ишәйт ҡот-ырыҫ, йәмен!
Бар донъяңды нурландырһын
Һөйгәнең - Зөһрә еңгә.
Оҙаҡ, бәхетле йәшәгеҙ, -
Иңдәрҙе терәп иңгә!
Хөрмәтле ил ағаһы һин,
Быға дәлил абруйың.
...Халыҡ ҡа файҙа килтерһен, -
Һәр маҡсатың, һәр уйың!
Рамай Ҡаһир.