Өс көн дауамында - 15, 16 и 17 март РФ Президентын һайлаясаҡбыҙ. 2030 йылдың май айына тиклем дәүләтебеҙҙең иң юғары вазифаһына 4 кандидат рәсми рәүештә теркәлеүе тураһында Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итте. Бына улар, бюллетендә ни сиратта ҡуйыласаҡтар (алфавитҡа ярашлы), беҙ ҙә шул тәртиптә бирәбеҙ:
Даванков Владислав Андреевич, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, кандидатураһын “Яңы кешеләр” сәйәси партияһы күрһәткән, 1984 йыл тыуған.
Путин Владимир Владимирович, РФ Президенты, кандидатураһын үҙе күрһәткән, 1952 йыл тыуған.
Слуцкий Леонид Эдуардович, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, кандидатураһын “ЛДПР” сәйәси партияһы күрһәткән, 1968 йыл тыуған.
Харитонов Николай Михайлович, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, кандидатураһын “КПРФ” сәйәси партияһы күрһәткән, 1948 йыл тыуған.
Инаугурация, йәғни рәсми рәүештә вазифа биләй башлау тантанаһы быйыл 7 майға планлаштырылған, әммә уға тиклем ваҡыт байтаҡ әле, ә бына һайлауға бәйле эш-хәрәкәттәр менән һәр кемебеҙ бик яҡын араларҙа осрашасаҡ.
Ошо хаҡта Учалы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Әлфиә Ғарифуллина бәйән итте:
-17 февралдән 7 мартҡа тиклем яңы проект – “Информ УИК” ғәмәлгә ашырыла. Районыбыҙҙа 189 урап йөрөүсе (обходчик) тәғәйенләнде, улар махсус әҙерлек үттеләр. Бөтә йорттарға барып, һайлау ойошторолоу тәртибе тураһында аңлатасаҡтар, белешмә материалдары таратасаҡтар һәм үҙҙәре лә һорауҙар бирәсәк. Бер-нисә генә ябай һорау, кампанияға ҡағылышлы ( мәҫәлән, йортоғоҙға килеп һайлатыуға мохтаж түгелһегеҙме?), яуаптар шундуҡ планшет йә смартфонға индерелә барасаҡ. Һайлаусының паспорт йә шәхесте раҫлаған башҡа документ күрһәтеүе талап ителмәй. Бер фатирҙа бер-нисә кеше йәшәй икән, берәүһенең генә яуап биреүе етә. Граждандар яуап биреүҙән баш тартырға иреклеләр. Был кампанияға шарт ҡуйыла – һайлаусылар менән эш йә йәмәғәт урындарында түгел, мотлаҡ йәшәгән ерҙәрендә осрашырға тейештәр. Шул уҡ ваҡытта өй эсенә инергә ҡушылмай, бөтә аралашыу тупһа алдында (подъезда) барасаҡ.
Әлфиә Ҡорбанғәли ҡыҙы йорттарҙы урап йөрөүселәрҙе нисек өҫ-баш буйынса таныу тураһында ентекләп төшөндөрҙө. «Информ УИК» тип яҙылған япма-күкрәксә (жилет) кейәләр һәм үҙҙәре тураһында мәғлүмәт менән бейджик тағалар, ҡулдарына махсус муҡса тотҡан буласаҡтар һәм, әлбиттә, рәсми шәхес таныҡлығы йөрөтәсәктәр. Ғәҙәттә икешәрләп, 10.00-20.00 сәғәттәрҙә йөрөйәсәктәр.
Элек саҡырыу ҡағыҙҙарын почта йәшниктәренә һалып сығыу ғына ҡаралһа, хәҙер участка һайлау комиссиялары составынан билдәләнгән урап йөрөүселәргә үҙҙәренә килеп һөйләшеү ҡушылды. Күп ваҡытығыҙҙы алмаясаҡтар, йәмәғәт, өҫтәмә мәшәҡәттәр тыуҙырмаясаҡтар, асыҡ йөҙ менән ҡабул итегеҙ һәм үтенестәрен үтәгеҙ – улар эш кешеләре бит, үҙҙәренә тапшырылғанды башҡаралар!
Территориаль комиссия рәйесенән мәғлүм булған һайлауҙарға ҡағылышлы башҡа мәғлүмәттәрҙе лә телгә алайыҡ.
Участка комиссиялары 6 марттан эш башлаясаҡ, 15, 16 и 17 март 8.00 – 20.00 сәғәттәрҙә тауыш биреп буласаҡ. Был көн йәшәгән урындан ситтә булырға йыйыныусылар өсөн “Мобиль һайлаусы” механизмы ҡаралған, беркетелеүҙән төшөү танытмаһы (открепительное удостоверение) юллар кәрәк: 29 ғинуар – 11 март дәүерендә – дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре порталы, МФЦ, территориаль һайлау комиссияһы аша, 6-11 март – участка һайлау комиссияларында ла. Был документ менән үҙегеҙ ул көндәрҙә булған урында тауыш бирергә мөмкин.
Ҡала һайлау участкаларында 4 дана КОИБ (һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы) эшләйәсәк, 28 участкала ( ҡалала һәм ҙур ауылдарҙа) тауыш биреү процедураларына видеофиксация башҡарыласаҡ.
Бөгөнгө көнгә ҡала-районда 53 465 һайлаусы теркәлгән. Барлығы 61 станционар һайлау участкаһы һәм Үҙәк ҡала дауаханаһында бер ваҡытлыса участка йәйелдерелә. Шул иҫәптән 31 участка мәҙәниәт учреждениелары биналарында (мәҙәниәт йорттары, клубтар,китапханалар), 23 – мәғариф биналарын биләй.
Президент һайлау кампанияһы ойошҡан рәүештә тыныс үтһен дә, аҙағы хәйерле булһын, тип теләйек.
Фотола - Учалы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Әлфиә Ғарифуллина обходчиктар һеҙҙән һорау алыу приложениеһын күрһәтә. Күп түгел!