Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
16 Февраль 2024, 06:15

Ҡаһарман башҡорт егете

Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың тыуыуына 5 февралдә 100 йыл тулды, ә үлемһеҙ батырлыҡ ҡылыуына 27 февралдә 80 йыл була. Уға арнап ҡала-районыбыҙҙа бик күп ҡаһарманлык сәғәттәре, патриотик саралар үтте. 1943 йылдың 27 февралендә Чернушки ауылын азат итеү өсөн барған һуғышта дошман дзоты амбразураһын үҙ күкрәге менән ҡаплап һәләк булған батырҙың исемен тарихтан Александр Матросов булараҡ беләбеҙ.

Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың тыуыуына 5 февралдә 100 йыл тулды, ә үлемһеҙ батырлыҡ ҡылыуына 27 февралдә 80 йыл була. Уға арнап ҡала-районыбыҙҙа бик күп ҡаһарманлык сәғәттәре, патриотик саралар үтте. 1943 йылдың 27 февралендә Чернушки ауылын азат итеү өсөн барған һуғышта дошман дзоты амбразураһын үҙ күкрәге менән ҡаплап һәләк булған батырҙың исемен тарихтан Александр Матросов булараҡ беләбеҙ.

Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, Александр Матросов 1924 йылдың 5 февралендә Украинаның Днепропетровск өлкәһендә ул ваҡыттағы Екатеринослав (хәҙер Днепропетровск) ҡалаһында тыуа. Әммә, һуңынан 1924 йылда Днепропетровскта ундай исем-шәрифле баланың тыуыуы теркәлмәгәнлеге асыҡлана.

1990 йылдарҙағы рухи күтәрелеш осоронда ҡаһарман егеттең яҙмышын асыҡлау буйынса эш башлана. Үткән быуаттың 90-сы йылдарына тиклем рус малайы булып йөрөгән А. Матросовты яҡташыбыҙ, билдәле публицист, яҙыусы Рәүеф Насиров кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр, яңынан-яңы документтар табып, батырыбыҙҙы яҡшы белгән, илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә йәшәгән кешеләр менән хатлашып, алһыҙ-ялһыҙ күп ерҙәрҙе гиҙеп Александр Матросовтың Учалы районы Ҡунаҡбай ауылынан Шакирйән Мөхәмәтйәнов икәнлеген иҫбатлай. Ни сәбәпле бындай иҫ киткес ауыр эшкә тотонған һуң Рәүеф Насиров, быға нимә сәбәпсе булған?

- Мине был эшкә тотонорға халыҡ үҙе этәрҙе. 1988 йылУчалыла “Ураҡ һәм сүкеш” район гәзите мөхәррире йөгөн тартҡан саҡ. Ҡунаҡбай ауылынан Шакирйән менән бергә уйнап үҫкән дуҫтары – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарынан, уның уҡытыусыларынан мөрәжәғәттәр яуа башланы. Ни тиһәң дә, ул унда икенсе класты тамамлап киткән. Тик бының өсөн дәлилдәр, документтар кәрәк! Тотош районды гиҙеп сыҡтым, уны белгән кешеләр менән осраштым. Тик документтарға килгәндә, ауыл Советынан “убыл” тигән справка ғына табылды. Холҡо бигерәк дыуамал булған. Ул саҡта Сәфәр ауылы эргәһенән Мейәскә алтын рудаһы ташығандар, Шакирйән шунда сығып киткән еренән ауылына башҡаса ҡайтмаған, - ти ул был хаҡта.
Шакирйән үҙ әсәһенән иртә етем ҡала. Ул йылдар бик ауыр була. Шакирйәндең тыуған йылы 1923 йыл. Ашарға аш, кейергә кейем булмай. Атаһы үгәй әсәй алып ҡайта. Шакирйән бәләкәйҙән үк бик теремек, үҙ аллы булып үҫә. Уның эшләп, туйғансы ашайһы, һәйбәт итеп кейенәһе килә. Шулай уҡ рус телен дә өйрәнергә теләй. Шул уйҙар менән ул тыуған ауылын ҡалдырып сығып китә. Был 1934 йыл була. 1939 йылда уны ауылда күрәләр. Ул һәйбәт кенә кейенгән, рус телендә һөйләшә, үлһәм мине А. Матросов исеме менән эҙләгеҙ, ти атаһына. Ул күп урындарҙа була, юлда тотоп, уны балалар йортона ебәрәләр. Шунан Александр-Шакирйән 1940 йылда Өфөләге балалар хеҙмәт колонияһына эләгә. Китаптар күп уҡый, дуҫтарын ихтирам итә, колонияла уны тәрбиәсе ярҙамсыһы итеп ҡуялар. Колонияла тәртип урынлаштыра. Ул плакаттар, стена гәзиттәре сығара. Һуғыш башланғас, фронттан килгән хәбәрҙәр менән танышып бара. 1942 йылдың 3 сентябрендә уны ла Ҡыҙыл Армия сафына алалар. Башта Краснохолмск хәрби пехота училищеһында уҡый. 1943 йылдың 18 ғинуарында училищеның бик күп курсанттары, шул иҫәптән Александр-Шакирйәнде лә фронтҡа ебәрәләр. Ул И. Сталин исемендәге 91-се Тымыҡ океан доброволец-комсомолецтар бригадаһына (һуңынан – 56-сы гвардия уҡсы диви-зияһының 254-се гвардия уҡсы полкы) ебәрелә. Рота командирының ординарецы була ул.

Һалдаттар асыҡ ерҙә оҙон-оҙон землянкалар соҡоп, шунда йәшәй. Унда ла һыуыҡ, ашарға ла бик аҙ бирелә. Сөнки бер ниндәй ҙә ярҙам килә алмай, тирә-яҡтан немецтар уратып алған була. 1943 йылдың 23 февралендә Александр-Шакирйәндең бригадаһына Чернушки ауылын алырға тигән приказ бирелә. Ә уға тиклем был ауыл немецтар ҡулында була. Ауылға яҡын барып булмай, дзоттан ут сәсәләр.

Шул ваҡыт Александр-Шакирйән иптәшенә: “Мине ҡаплағыҙ, ә мин дзотҡа яҡыныраҡ барып, граната ырғытам”, - ти. Шакирйән шыуышып барып етә дзот янына һәм ут сәсеп торған амбразураны үҙ кәүҙәһе менән ҡаплай. Был инде 1943 йылдың 27 феврале була. Ә унан инде беҙҙең һалдаттар “Ура” ҡысҡырып, Чернушки ауылын фашистарҙан азат итә. Шакирйәндең ғүмере шулай өҙөлә.

Ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн 1943 йылдың 9 июнендә А. Матросовҡа СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Батырҙың биографияһындағы ҡапма-ҡаршылыҡтар уның тыуған урыны менән генә бәйле түгел, артабанғы яҙмышы, ғүмеренең һуңғы минутына тиклем үрелгән. Тик шуныһын бер кем дә инҡар итә алмай: ҡайҙа ғына тыуһа ла, ниндәй милләттән булһа ла Александр Матросов - Шакирйән Мөхәмәтйәнов беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланырлыҡ хәрби ҡаһарманлыҡ ҡыла. РФ Оборона министрлығының үҙәк архивында ошо турала рәсми документ һаҡлана. Уның батырлығы миллионлаған һалдаттарға дәрт, рух өҫтәй. Барлығы 400 һалдат уның ҡаһарманлығын ҡабатлай.

Учалыла герой-яҡташыбыҙҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Тыуған ауылында Шакирйән Мөхәмәтйәнов исемендәге мәҙәни-тарихи үҙәк булдырылған, унда музей ҙа бар. Районда бер-нисә урам Герой исемен йөрөтә. 2015 йылда Ҡунаҡбай ауылында Александр Матросовтың ҡаһарманлығына арналған тәүге хәрби-тарихи реконструкция үткәрелде.

Әлиә ДАУЫТОВА.

 

Үлемһеҙлек
Яу оранын һалғас иҙге Ватан,
Ил ҡурсалап хәрби ант биргән.
Уралымдың сая күк бөркөтө,
Ҡуш йөрәкле башҡорт Шәкирйән.

Илбаҫарҙы ҡуй һарыҡтай атҡан,
Ҡыуған саҡта тыуған илемдән.
Тәүге мөхәббәтең Ләлә ҡыҙҙан,
Сәләм хаты алдың Шәкирйән.

Мөхәббәтем минең бөркөткәйем,
Ғәйрәтле шиңмәс көс бирәм.
Дошмандарҙы еңеп имен ҡайтһаң,
Ул-ҡыҙҙарың тыуыр Шәкирйән.

Ярты быуат ят исемдә белдек,
Сырамыттыҡ наҙлы йөҙөңдө.
Дошман утын түшең менән ҡаплап,
Еңеүгә юл һалдың Шәкирйән.

Сал Чернушки һинең батырлыҡты,
Гүйә бөгөнгөләй хәтерләй.
Сәскәгә тиң ғүмереңде биреп,
Мәңгелек дан алдың Шәкирйән.

Батырлығың Урал тауы буйлап,
Яҙғы күкрәү булып сәселгән.
Тыуған ауылың Ҡунаҡбайың көтә,
Өҙөлөп көтә һине Шәкирйән.
Ғәлимйән НӘЖМЕТДИНОВ,

Әбйәлил районы,

Тупаҡ ауылы.

 


Шакирйән
Хөкөм һөрә аслыҡ, яланғаслыҡ,
Февраль айы. Һыуыҡ сатлама.
Малай тыуа башҡорт ғаиләһендә.
“Шәкирйән”, - тип исем атала.
Тәҡдиренә яҙылғанмы шулай
Татыманы әсә ҡосағын.
Бәхетһеҙлегенә балаҡайҙың,
Һүндерелә ғаилә усағы.
Әсәһенән ҡалғас әсе яҙмыш
Солғап ала башҡорт балаһын.
Етем йорто тәрбиәһе көтә.
Тапмай атай башҡа сараһын.
Ҡанундарҙың ҡаты булған мәле.
Ҡурсып үҙен хәйлә- мәкерҙән,
Белгетмәҫкә теләп кем икәнен,
Ялған исем ала Шәкирйән.
Тыуған телендәге бишек йырын,
Ишетеп, һөйөлөп үҫмәгәс,
Үҙ халҡының ғорур батырлығы,
Андарына барып етмәгәс,
Кәмһенгәндер башҡорт булыуынан
Таянысһыҙ үҫкән был бала.
Етемлеге үтә елегенә.
Күпте күрә шуның арҡала.
Ғүмеренең күпмелер ваҡыты
Тәртип һаҡлау йортонда үтә.
Шәкирйән исеме онотола.
Александр булып ир етә.
Гитлер баҫып ингәс илебеҙгә,
Ил һаҡларға китә фронтҡа.
Ҡыҙыу ҡанлы егет ҡурҡыу белмәй.
Дошмандары менән алышта.
Үлем ауыҙына йөрәк терәп,
Ҡаплағанда дошман ДЗОТ- ын
Нимә кисергәндер ошо ваҡыт,
Иҫләгәнме икән ил-йортон.
Кендек ҡаны аҡҡан Ҡунаҡбайын,
Тыуған ерендәге ғаиләһен...

Сит исемдә, сит ерҙә ҡәбере.
Батырлығы ҡайтты әйләнеп.
Александр Матросов - тип сыҡты
Илебеҙҙә Шәкирйән даны.
Әммә батырлығы әйтә кеүек:
Халҡың улын, башҡортом, таны!

Илсиә ҠАСИМОВА-ЯНЫБАЕВА,

Әбйәлил районы,

Хәмит ауылы.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас