Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
16 Февраль 2024, 06:10

Афғанды үткән яугир

15 февралдә Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тулды. Илебеҙ тарихының берәүҙе лә битараф ҡалдырмаған тағы ла бер ҡанлы бите. Ул 9 йыл, 1 ай һәм 19 көн дауам итә. Районыбыҙҙан ғына 1979 йылдың 25 декабренән 1988 йылдың 15 февраленә тиклем барлығы 738 егет һәм ҡыҙыбыҙ Афғанстанда хеҙмәт иткән йә эшләгән. 9 яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлгән. Районыбыҙҙың яугир-интернационалистарының бер ғаилә булып йәшәүе, яуҙа һәләк булған иптәштәрен онотмауы, бер көс булып уҡмашыуы оло ихтирамға лайыҡ.

15 февралдә Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тулды. Илебеҙ тарихының берәүҙе лә битараф ҡалдырмаған тағы ла бер ҡанлы бите. Ул 9 йыл, 1 ай һәм 19 көн дауам итә. Районыбыҙҙан ғына 1979 йылдың 25 декабренән 1988 йылдың 15 февраленә тиклем барлығы 738 егет һәм ҡыҙыбыҙ Афғанстанда хеҙмәт иткән йә эшләгән. 9 яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлгән. Районыбыҙҙың яугир-интернационалистарының бер ғаилә булып йәшәүе, яуҙа һәләк булған иптәштәрен онотмауы, бер көс булып уҡмашыуы оло ихтирамға лайыҡ.

Ғәҙәттәгесә, Дан стелаһы янында сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. Сарала хәрби хәрәкәттәр ветерандары, һәләк булған яугир-интернационалистарҙың туғандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, йәштәр ҡатнашы. Бында улар һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, һуғыш йылдарындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Афған һуғышы ветерандары өсөн был көн яуҙаш дуҫтарҙы, таныштарын күреп, хәл-әхүәлде белешеү, үткәндәрҙе иҫкә алыу мөмкинлеге лә.

Ҡот осҡос ваҡиғаларға нөктә ҡуйылған көндән һуң 35 йыл ваҡыт уҙып китеп, ундағы ҡанлы ваҡиғалар алыҫайһа ла, әле лә ул көндәр интернациональ бурыстарын үтәп ҡайтҡан ҡыйыу йөрәкле ир-­егеттәрҙең күңел яраларын ҡуҙғата.

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Айҙар Хөснуллин да яугир-интернационалист, утты-һыуҙы кискән уҙаман.

Айҙар Сабир улы 1968 йылдың 23 ғинуарында Иманғол ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, 1986-1984 йылдарҙа автомәктәптә уҡый. 14 апрелдә класташы Урал Шәрипов менән бергә армияға саҡырыла.

- Был ил тураһында аҙ һөйләһәләр ҙә, унда һуғыш барғанын белә инек. Өфөлә йыйылыу пунктында интернациональ бурысыбыҙҙы үтәргә әҙерлегебеҙ хаҡында һоранылар, Учалы районынан күп кенә егеттәр кеүек, водитель итеп ебәрерҙәр, тип уйланым. Ләкин Ырымбурға килгәс тә, лагерҙа һауа-десант ғәскәрҙәренә эләгеүемде белдем. Десантсыларҙы ҡаты һайлайҙар ине, ә минең саңғы буйынса беренсе разряд, йүгереү һәм атыу буйынса беренсе үҫмерҙәр разряды бар ине. Апрель аҙағында беҙҙе Үзбәкстанға, Фирғәнәгә алып киттеләр. Казармала дүрт рота йәшәнек. Взводтың яртыһы Башҡортостан егеттәре ине. Вадим Ғәббәсов, Александр Фәйезов, Азат Таипов, Ринат Әминев һәм башҡалар - беҙ Учалынан күп инек. Улар менән бик дуҫ-татыу булдыҡ, бер-беребеҙгә ышандыҡ, яуаплылыҡ тойҙоҡ, ҡыйынлыҡтарҙы бергә үткәрҙек.

Етди әҙерлек алты ай дауамында барҙы. Беҙҙе ҡул һуғышы һәм башҡа, бигерәк тә тауҙарҙа хәрәкәт итеү, үҙеңде тотоу һәм атыу оҫталығына өйрәттеләр, төрлө күнегеүҙәр үт­тек. “Учебка” ваҡытында дүрт тапҡыр парашют менән һикерҙек. Беренсе тапҡыр бөтөнләй ҡурҡыныс түгел, ә икенсеһендә ҡурҡыуҙы еңеп сығырға тура килде. Әйткәндәй, һуғышта парашют әҙерлеге кәрәк булманы, - тип һөйләй утты-һыуҙы кискән уҙаман.

Алты ай төплө әҙерлек үткәс, уларҙы Ҡабулға алып киләләр.

- Килеп төшөү менән аптырашта ҡалдым - ҡарап тороуға ябай бер ауыл, шул да булдымы баш ҡала, тип уйланым. Шулай ҙа, һуңыраҡ, патрулгә сыға башлағас, баш ҡаланың матурлығын да күрергә тура килде. Унда бик эҫе, бөтөнләй ҡыш булманы, ике тапҡыр ғына ҡар яуғанын хәтерләйем - тик ул яуҙы ла, шунда уҡ иреп тә бөттө. 103-сө һауа дивизияһында, 350-се полкта хеҙмәт иттем. Ҡыҫҡартып, “полтинник” тип йөрөтә торғайныҡ. Яҡында ғына артиллерия полкы ине. Шарттар яҡшы, клуб шәп ине, шул ваҡытта һуңынан популяр булып киткән «Зәңгәр береттар» ансамбле барлыҡҡа килде. Тик мәҙәниәт усағына йөрөргә ваҡыт юҡ ине. Һуғыштан ҡайтҡас, бер аҙ ял итеп алаһың да, тағы ла заданиеға.

- Ә беренсе хәрби сығышты (боевая вылазка) хәтерләйһегеҙме?

- Әлбиттә, ундай әйбер хәтерҙән юйыламы инде, инде бейеклекте яулаған инек, беҙгә үҙебеҙҙең “вертушкалар” яңылыш ҡурҡыныс тыуҙырҙы - ут сығарып һиңә табан осоп килгән вертолет, ысынлап та, ныҡ ҡурҡыныс. Ярай ҙа билдәләнеп өлгөрҙөк. Тағы бер тапҡыр шундай хәл булды. Ул саҡта Пакистан сигендә ята инек. Малайҙар түбәнге ауылға һыуға киттеләр. Бер үҙем ҡалдым. Шунда өҫтән ҡапыл вертолет килеп сығып миңә ата башланы. Ярай ҙа төтөн шашкаһын ырғытып өлгөрөп, ташҡа ҡапландым. Егеттәр иҫән килеш табалмаҫбыҙ тип уйлағандар. Хәрби бурыс башлыса колонналарҙы оҙатыуҙан ғибәрәт ине.

Афғанстандағы йыл ярым хеҙмәт эсендә полкта өс ай ғына булалар, ҡалған ваҡытта һәр ваҡыт хәрби заданиеларҙа иң ауыр бурыстарҙы үтәйҙәр. Мәҫәлән, «Магистраль» операцияһы ваҡытында улар 1987 йылдың октябренән 1988 йылдың февраленә тиклем тауҙарҙа була.

Тап ошо ваҡытта Айҙар Сабир улы контузия ала ла инде.

- Ротаның өс нөктәһе бар ине. Беҙҙеке - иң ситтәгеһе, Пакистан сигендә. Взводтың бурысы - сикте һаҡлау. Беҙҙең подразделениеның төп составы аҙыҡ-түлек алырға китә. Ара йыраҡ ҡына. Дошман разведкаһы шуны ғына көтә ине күрәһең, беҙгә Пакистан яғынан һөжүм иттеләр. Ә беҙ бишәү генә. Тәжрибәлеләрҙән мин һәм рота командиры урынбаҫары ғына, шулай уҡ беҙҙең менән “медик” һәм атыш башланғас баштарын ҡайҙа тығырға белмәгән ике йәш егет. Минең һәм офицер янында гранатомет заряды шартланы. Ҡаршы атыша башланыҡ. Икебеҙ ҙә контузия алдыҡ, шулай ҙа аңыбыҙҙы юғалтмай, ҡайтҡансы сыҙаныҡ. Бындай хәүефле операциялар күп булды, әлбиттә, - тип һөйләне ул.

Сик буйындағы алыш өсөн уны Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлайҙар. Ә быға тиклем “Батырлыҡ өсөн” миҙалына тәҡдим ителгән була. Урындағы ерҙәрҙе разведкалау һәм дошман келәттәрен табыу бурысын ҡуялар, Айҙар Сабир улы өс һаҡлағысты таба. Йәшерен урынды табыу ғына түгел, шул уҡ ваҡытта тере ҡалыу бурысы ла тора бит әле.

Бейек тауҙар, таштар араһында һуғыштың ауыр­лыҡтарын үҙ иңендә татыған, йәшләй генә үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан Айҙар Хөснуллин Афған ерендә хеҙмәт итеп, батырлыҡ, рухи түҙемлек өлгөһө күрһәтә. 

1988 йылда армиянан ҡайтҡандан һуң проходкалаусы һөнәрен үҙләштерә. Алты йыл эске эштәр органдарында эшләй. 2002 йылдан алып тау-байыҡтырыу комбинатының ер аҫты руднигында тейәү-ташыу машинаһы машинисы булып хеҙмәт итә. Биш бала атаһы.

-  Әле лә һуғыш бара, хәҙер, әлбиттә, икенсе һуғыш, махсус техника, махсус ҡорамалдар - бөтә заманса. Хатта көнләшеп тә ҡуям - ул ваҡытта квадрокоптерҙар булһа, тау-таш араһы нисегерәк яҡшы күренер ине икән тип. Нисек кенә булмаһын, беҙҙең Совет, Рәсәй һалдаты һәр ваҡыт батырлығы һәм оҫталығы менән айырылып тора, - тип әңгәмәне тамамланы яугир-интернационалист.

Күп юғалтыуҙар килтергән Афған һуғышы тураһында оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Көндәр тыныс, күктәребеҙ аяҙ булып, атыш тауыштарын ишетмәйенсә йәшәргә насип булһын ине.

Вилиә ЯНБАЕВА.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас