Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
16 Февраль 2024, 04:48

Батталда буҙа байрамы

Буҙа!..Башҡортомдоң милли эсемлеге! Баласағым тәме, тыуған йортом, инәйем иҫтәлеге!

Батталда буҙа байрамыБатталда буҙа байрамы
Батталда буҙа байрамы
  • Батталда буҙа байрамы.
    Батталдар буҙа байрамы үткәрә икән, тигәнде ишеткәс тә, ҡыҙыҡһыныу, еңелсә бер тулҡынланыу менән барырға йыйындыҡ.
    Буҙа!..Башҡортомдоң милли эсемлеге! Баласағым тәме, тыуған йортом, инәйем иҫтәлеге! Йылдың ниндәй миҙгелендә лә буҙанан өҙөлмәй инек. Буҙа ҡойоу оҫтаһы булып танылған инәйемдең буҙаһын эскәндәр: “Әле булһа тәме тел осонда,”-тип һағынып иҫкә ала.
    Иҫтәлектәргә бирелеп, юлдаштарым Учалы районы “Ағинәй” ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Сәғит ҡыҙы Солтанбаева, мәҙәниәт бүлеге методисы Гөлшат Булат ҡыҙы һәм район мәҙәниәт йорто директоры Гөлнара Жәүәт ҡыҙы менән халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында әңгәмәләшеп, тәғәйенләнгән ергә килеп етеүебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Мәҙәниәт йорто алдында ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатып, тәмле былау бешереүсе Баттал уңғанбикәләре Рәмзиә Әһлиева менән Нурзилә Бирғәлина ҡаршы алды. Танһыҡ төтөн еҫенә ишаралап: “Күҙ теймәһен үҙегеҙгә, төтәҫләп керетәйек!”- тип мәрәкәләп, мәҙәниәт йортона әйҙүкләнеләр.
    Тамаша яңы ғына ойошторолған “Күбәләк”ағинәйҙәр фольклор төркөмөнөң сығышы менән башланды:
    Эй, буҙаһы, буҙаһы,
  • Күпме уның ыҙаһы,
  • Буҙа эсеп, күңел асһаҡ,
  • Онотола маҙаһы.
    Идиә Ғәлимова сығарған таҡмаҡтар барыһының да күңеленә хүш килеп, күтәренке кәйеф тыуҙырҙы һәм ошо күтәренкелек сараның аҙағына тиклем күңелдәрҙе арбап, тантана итте. Идиә Миҙхәт ҡыҙы – Баттал мәҙәниәт йорто директоры.Үҙ эшен яратып башҡарған етәксе Әбйәлил районынан йөрөп эшләүенә лә, эш хаҡы ярты ставка булыуына ла күнгән. Әммә был хәл батталдарҙы борсой һәм улар Идиә Миҙхәт ҡыҙының хеҙмәте лайыҡлы баһаланһын ине, тигән теләктәләр.
    Батталда “Осҡон”өлгөлө балалар бейеү ансамбле барлығы тураһында хәбәрҙар инек. Был байрамда үҙҙәрен күреп, бейеүҙәрен тамаша ҡылыу бәхете тейҙе. “Буҙа” бейеүен башҡарған Яҙгөл Әһлиева һәм Илмира Байегетовалар барыһын да һоҡландырҙы, хайран ҡалдырҙы.
    Һай, халҡымдың бейеүҙәре! Аһ, сәнғәттең тәьҫир көсө! Ғорурлығым сиктән аша Затым башҡорт булған өсөн!
    Бәләкәй төркөм ҡыҙҙарының бейеүе лә күңелдәргә хуш килде. Афарин, ҡыҙҙар!
    Байрамдың ойоштороусыһы Идиә Миҙхәт ҡыҙы буҙа тураһында файҙалы мәғлүмәттәр биреп, милли эсемлегебеҙҙең тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһап алғандан һуң, буҙа ҡойоу оҫтабикәләре менән таныштырҙы.
    Буҙасылар ярышҡа ихлас әҙерләнгәндәр: буҙа ҡойоу кәрәк-яраҡтары, һауыт-һаба, ҡорамалдарын алдарына теҙеп ҡуйып, һәр береһе үҙенең был эсемлекте ҡойоу тәртибен тәфсирләп һөйләп ишеттерҙе. Баһалама ағзаларына тыңлап ҡына түгел, һәр оҫтабикәнең буҙаһын тәмләп ҡарап, баһалау бурысы йөкмәтелде. Бер үк эсемлекте ҡойоу ысулдарының төрлөлөгө, һәр эсемлектең үҙенә генә хас тәме һоҡландырҙы ла, ғәжәпләндерҙе лә!
    Баттал оҫтабикәләре Суфиянова Рәмзиә менән Шәғәлина Лидиәнең урындығында ҡул тирмәне, киле, тимерҙән яһалған тағы ниндәйҙер ҡорамал, ағас һауыт-һаба урын алған.
    -Беҙ буҙаны боронғо ысул менән ҡоябыҙ. Һоло ярмаһын ҡыҙҙырып, ҡул тирмәнендә тартабыҙ. Килелә лә төйөргә була, әммә беҙ үҙебеҙгә ҡулайыраҡ ысулды һайланыҡ. Ҡул тирмәнендә тартыу көстө ала, шуға күрә ирҙәребеҙ тимерҙән электр менән эшләүсе ҡулайлама яһап бирҙеләр. Буҙа ҡойорға беҙ ҡәйнәләребеҙҙән өйрәндек, һөҙгәндә иләк аҫтына һалына торған ошо асалы ағас та, буҙа әсетеү өсөн ағасты соҡоп эшләнгән был оло күнәк тә - ҡәйнәләрҙән ҡалған ҡомартҡы, һаҡлап ҡына тотонабыҙ. Буҙаға һыйырҙың эс майын (туң май) һалып ҡайнатабыҙ.Бер ниндәй ҙә әсетке һалмайбыҙ, үҙе ултырып әсей, - тип буҙа ҡойоу серҙәре менән уртаҡлашты оҫтабикәләр. Буҙалары, ысынлап та, бик тәмле, күпереп тора.
    Ғәлиәхмәр ауылынан килгән Илһамова Миңлекамал, буҙа ҡойоу ысулын шиғыр юлдары менән тасуирлаһа, ауылдашы Лоҡманова Мәймүнә үҙенә хас ихласлығы, алсаҡлығы менән һөйләп ишеттерҙе:
    -Минең буҙаға тотоноуыма иремдең үпкә сире менән ауырып китеүе сәбәпсе булды. Ҡайҙа әле, буҙа менән дауалап ҡарайым, тип, “Юлдаш” радиоһынан ишеткән ысулды ҡулланып, ҡоя башланым. Нисек ишеттем, шулай эшләнем: һоло,арыш ондарын ҡатыштырып ҡоям, һарыҡтың эс майын табала иретәм, бер ни тиклем төтәп, ҡыҙып китергә тейеш ул. Шул эҫе майҙы он менән бутайһың. Әсеткегә электән алып ҡалған буҙаны һалып әсетәм. Әйтергә кәрәк, буҙа эсә торғас, иремдең сире лә уҙҙы.
    “Һарыҡ майы һалам” тигәне бер аҙ шикләндергәйне, юҡҡа булған: буҙаһы эсеп туйғыһыҙ тәмле ине!
    Озерный ауылы оҫтабикәһе Сәғитдинова Гөлсөм иһә һоло, арыш, тары, ҡарабойҙай, арпа – биш төрлө ондо ҡыҙҙырып ҡоя икән буҙаны. Яғылып ҡына торған, тотош күперек кенә, бик тәмле Гөлсөмдөң буҙаһы!
    Ҡобағош ауылынан килгән буҙасылар үҙҙәренең матур сығыштары менән күңелдәрҙе күтәреп ебәрҙеләр. Буҙа ҡойоу ысулын да шиғри формала еткерҙе улар. Ғәйфуллина Люциә иһә бик тәмле буҙаһының серен асты:
    -Мин геркулесты ит турағыстан тартып, арыш оно ҡушып ҡоям буҙаны. Һыйырҙың туң майын ҡулланам. Ҡымыҙ һатырға сыҡҡанда, буҙа ла алып сығам. Быныһын аҡса эшләүҙән бигерәк, башҡорттоң был файҙалы эсемлеген дә белһендәр, тигән теләктән. Халыҡтың төрлөһө бар, белмәгәндәре лә осрай.
    Рәмилә һәм Әлфиә Зыяитдиновалар ҙа буҙа ҡойоп килтергәндәр, афарин!
    Сораман ауылынан килгән оҫтабикәләр сағыу кейемдәре, күркәм сығыштары менән байрамдың бер йәме, биҙәге булдылар. Мәхийәнова Лунида буҙа ҡойоу серен асып:
    -Мин буҙаны геркулестан ҡоям. Инәйемдең буҙаһы бик тәмле була торғайны. Үкенес, унан бер нәмә лә өйрәнеп ҡалмағанмын. Шулай ҙа, үҙемсә буҙа ҡоям хәҙер,-тип һөйләне.
    Шулай итеп, уңғанлыҡҡа, оҫталыҡҡа майҙан тотҡан буҙасылар ярышы тамам. Халҡыбыҙҙың милли эсемлеген онотолоп, юғалып ҡалыуҙан һаҡлап, боронғо ысулдарға тоғро ҡалып, шул уҡ ваҡытта яңы һулыш өрөп, ҡәҙерләп торған ошо уңған, бөтмөр ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ был байрамда барыһы ла еңеүсе! Шулай ҙа иң-иңдәрен билдәләп китеү ҙә урынлы булыр.
    Баттал ауылы уңғанбикәләре Суфиянова Рәмзиә менән Шәғәлина Лидиәнең буҙаһы бик юғары баһаланып, “I дәрәжә диплом”ға лайыҡ булды.
    Ғәлиәхмәр ауылы оҫтабикәһе Лоҡманова Мәймүнә “II дәрәжә диплом”, Озерный ауылы буҙасыһы Сәғитдинова Гөлсөм “III дәрәжә диплом” менән бүләкләнде.
    Башҡа ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа билдәләнде.
    Еңеүселәр һәм ҡатнашыусылар Учалы мәҙәниәт бүлегенең дипломдарын һәм Идиә Миҙхәт ҡыҙы әҙерләгән иҫтәлекле бүләктәрҙе алып, һөйөндө.
    Мәрзиә Сәғит ҡыҙы, район ағинәйҙәре сафын тулыландырып, ойошмаға ҡушылған Баттал ауылы ағинәйҙәр төркөмө етәксеһе Гөлдәр Рәхмәт ҡыҙына “Ағинәй” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаеваның “Рәхмәт хаты”н тапшырҙы.
    Байрам милли ризыҡтарҙан һығылып торған табын артында һый-хөрмәт күрһәтеү менән тамамланды. Юғары кимәлдә үткәрелгән ошо матур сара өсөн Идиә Миҙхәт ҡыҙына, Баттал ауылы старостаһы Хәлфетдин Суфияновҡа, ашнаҡсылар Рәмзиә Әһлиева менән Нурзилә Бирғәлинаға, ауыл халҡына оло рәхмәт белдереп таралышты ҡунаҡтар.
  •  
  •                                                                                                            Миңнур Байғарина, Наурыҙ ауылы. 
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас