Район Советының 40-сы ултырышы үтте. Учалы районының социаль-иҡтисади үҫеше, 2023 йылдағы район хакимиәте эшмәкәрлеге һәм 2024 йылға бурыстар тураһында район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов доклад яһаны.
- Халыҡ йәшәйеше кимәленә йоғонто яһаған төп фактор – иҡтисадтың бөтә тармаҡтарының тотороҡло эшләүе һәм үҫешеүе, яңы эш урындары барлыҡҡа килтерелеүе, кадр потенциалы һаҡланыу. Дөйөм алғанда, Учалы районы иҡтисады тотороҡло үҫешә. 2023 йылдың 11 айында ойошма-предприятиелар әйләнеше 79 миллиард 809 миллион һум тәшкил итте, үҫеш темпы - 114%. 59 миллиард һумдан ашыу суммаға тауар етештерелә, хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтелә. Сеймал сығарыусы сәнәғәттең (добывающая промышленность) өлөшө - 62%, йәғни 37 миллиард һум. Эшкәртеүсе сәнәғәт миҡдары - 24,5%, 14 миллард һумдан ашыу, - тип билдәләй Руслан Ғәлийән улы.
Сығарыусы предприятиеларҙың производство темпы 2022 йылға ҡарата 124,8 процент тәшкил иткән. Сәнәғәт производствоһы күләме буйынса Учалы районы Башҡортостандағы 63 муниципалитет араһында 6-сы урынды биләй.
Эре һәм урта предприятиеларҙа тулайым инвестиция күләме 8 миллиард һумдан ашыу, үҫеш темпы 107,8%. Инвестицияларҙың әһәмиәтле өлөшөн Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты тәьмин итә.
Бәләкәй бизнес әүҙемлеге арта бара. Урта һәм бәләкәй бизнес субъекттары район үҫешенә 168 миллион һум инвестициялар һалды.
Агросәнәғәт өлкәһендә ыңғай динамикаға өлгәшелде, үҫеш темпы 110%.
Әлегә тиклем файҙаланылмаған 1268 гектар ер әйләнешкә индерелде. Һуңғы 4 йыл ағымында – 5 мең гектарҙан ашыу майҙан.
2023 йылда райондың консолидацияланған бюджеты үтәлеше 16 процентҡа күберәк. Урындағы ҡаҙнаһы килемдәренең яртыһынан ашыуы 13 һалым түләүсегә тура килә, шул иҫәптән Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты өлөшө - 22,8%.
Әһәмиәтле төҙөлөштәр башҡарыла, шул иҫәптән концессия килешеүе нигеҙендә ҡала ҡаҙанлығын төҙөү эше алып барыла.
Урам яҡтыртыуын модернизациялау бурысы уңышлы хәл ителә. Шул иҫәптән Учалы ҡалаһында 2756 урам яҡтыртҡыстары ҡуйылды, Ураҙ һәм Уральск ултыраҡтарында – 500 дананан ашыу.
2023 йылда 70 километрҙан ашыу газ селтәрҙәре төҙөлә, 2 миллиард һумдан ашыу “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең инвестициялары һалынды. Мансур-Ҡорама газ үткәргесе монтажлана (43 километр), Юлдаш-Ҡалҡан газ үткәргесендә эштәр тамамланды (7 километр), Яңы Байрамғол-Ғәҙелшә-Наурыҙ-Йәһүҙә-Мишкә-Мәҫкәү газ үткәргесен һалыу тамамланып килә.
«Геострой-регион» йәмғиәте былтыр Учалы ҡалаһының 9-сы микрорайонында 12 ҡатлы торлаҡ йорт төҙөү эштәренә тотондо.
Ҡалала дауахананың яңы хирургия корпусы төҙөлөшөндә эштәр ҡайтанан башланды.
Ҡунаҡбай һәм Мәҫкәү ауылдарында яңы модулле фельдшер-акушер пункттары сафҡа индерелде. Барлығы һуңғы 6 йылда районда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сикәтендә 17 модулле фельдшер-акушер пункттары төҙөлдө – был республика муниципалитеттары араһында иң юғары күрһәткес.
Учалы ҡалаһында яңы полилингваль мәктәп сафҡа индерелде.
“Профессионалитет” федераль проекты буйынса 2023 йылда Учалы тау сәнәғәте колледжы базаһында “Тау сәнәғәте тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге” мәғариф-производство кластеры булдырылды.
Мәктәптәрҙә инициативалы бюджетҡа индереү программаһын бойомға ашырып, 10-сы мәктәптә телерадиорубка һәм тир, 3-сө лицейҙа – инженер лабораторияһы, 1-се Башҡорт лицейында - «Комфорт+» ял зонаһы, 5-се мәктәптә – медиаүҙәк асылды.
2023 йылда райондың коммерцияға нигеҙләнмәгән 4 автоном ойошмаһы федераль һәм республика грант конкурстарында еңде.
Докладтың тулы варианты менән район хакимиәтенең рәсми сайтында (https://uchaly.bashkortostan.ru/), “Документтар” бүлегенең “Отчеттар” бүлексәһендә танышырға мөмкин.
Бергә, берҙәм булырға
Депутаттар корпусы эшмәкәрлеге тураһында район Советы рәйесе Руслан Ғайсин отчет яһаны. Һандар теле менән әйткәндә, 2023 йыл Советтың 13 ултырышы әҙерләнә һәм үткәрелә (береһе – күсмә), 114 ҡарар ҡабул ителә. Совет президиумы 19 тапҡыр ултырыш үткәргән, 129 ҡарар ҡабул ителә. Комиссиялар иһә 23 ултырыш үткәрә, ревизия комиссияһы – 7 тапҡыр.
Бында, вәкәләттәр сиктәрендә, социаль-иҡтисади үҫешкә, финанстарға (айырыуса – урындағы бюджетҡа), муниципаль милеккә ҡағылышлы байтаҡ һорауҙар ҡарала, муниципаль хоҡуҡ акттарына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерелә, урындағы орган-структураларҙың етәкселәренең отчеттары тыңлана һәм баһалана, закон менән ҡаралған контроль башҡарыла. Шул иҫәптән юл хужалығы эшмәкәрлеге, архитектура, торлаҡ төҙөлөшө, ер контроле тәңгәлендә вәкәләттәрҙе тапшырыу тураһында ауыл ултыраҡтары һәм район хакимиәте араһында килешеү проекттары тикшерелә һәм хуплана.
Билдәлелек сәйәсәтенә мөһим роль бирелә. Совет ҡарарҙары “коррупциоген фактор” (вазифа һатлыҡйәнлеге пәйҙә булыуға булышлыҡ итерҙәй хәл-шарттар) йәһәтенән тикшерелә, үҙгәртелә бара. Бөтә депутаттар БР Башлығы хакимиәтенә керем-сығымдары, милектәре, матди йөкләмәләре тураһында мәғлүмәт биргән. Райондың рәсми сайтында бөтә ҡарарҙар сығарыла бара, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Учалы районы Советы” исемле айырым төркөм дә булдырылған.
Депутаттар үҙҙәренә тура йөкмәтелгән бурыстарҙы атҡарыу менән генә сикләнмәй, һайлау округтарында йәнле эш алып баралар. Шул иҫәптән төрлө акция-өмәләрҙә ҡатнашыу, мәҙәни саралар үтеүгә булышлыҡ итеү һәм башҡа.
Әлеге 5-се саҡырылыш район Советтары депутаттарының вәкәләттәре быйыл сентябрь айында сығасаҡ. Үткән осорҙа актив эш алып барған, ныҡлы гражданлыҡ позицияһында торған, бурыстарға яуаплы ҡараш өсөн Руслан Александрович рәхмәт белдерҙе.
- Ил өсөн ҡатмарлы дәүерҙә беҙ барыбыҙ ҙа бергә булырға тейешбеҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға күмәкләп булышлыҡ итеү – оло бурысыбыҙ. Байтаҡ райондаштарыбыҙ гуманитар ылауҙар йыйғанда әүҙем, ихлас күңелдән ҡатнаша, барыһына ла бар йөрәктән рәхмәт әйтке килә! - тип тә билдәләне ул.
Әйткәндәй, депутаттар йәмәғәтселек, йәштәр менән тығыҙ эш итергә ынтылыуҙары ҡоро һүҙ генә булып ҡалмай. Былтыр, мәҫәлән, район Советы депутаттарының бер ултырышына 1-се Башҡорт лицейы уҡыусылары килде, райондың социаль-иҡтисади үҫеше, төбәк ҡаҙнаһы ҡайҙан һәм ни рәүештә барлыҡҡа килеүе менән яҡындан таныштылар. Эйе, ситтән тороп тәнҡиткә бирелеү өсөн күп аҡыл кәрәкмәй, ә бит һәр эштең үҙ тәртибе, үҙ ҡанундары һәм сиктәре бар.
Илшат ӘҒЛӘМОВ.