Учалы ауылының РТС биҫтәһендә электән ҙур китапхана эшләп килә. Ләкин унда йөрөүселәр аҙыраҡ була. Шуға ла яҙыусы – драматург Мөхәммәт Хәйҙәров 1956 йылда партияның район комитетына барып, китапхананың яртыһын Өргөн ауылына күсереүҙе юллай. Ун ете йәшлек йәш ҡыҙ Римма Насип ҡыҙы Ҡаһированы китапханасы итеп тәғәйенләйҙәр. Ул китаптарҙы РТС-тан йөк машинаһына тейәп, Өргөн ауылына алып ҡайта.
Шулай башланып китә йәш Римманың хеҙмәт юлы. Бер нисә йылдан ул Туңғатар ауылы егете Әхтәм Ҡоләхмәтовҡа тормошҡа сыға. Ул осорҙа «Поляковка» совхозының үҙәге булған Комсомольск ҡасабаһында йорт-торлаҡтар төҙөү өсөн эшсе ҡулдар етешмәй. Йәш ғаилә ең һыҙғанып совхоздың төҙөлөш эштәрендә ҡатнаша, Әхтәм трактор йөрөтһә, Римма штукатур-буясы булып эш башлай. Яҡшы эшләгән йәштәргә үҙәктән фатир бирәләр. Бер-бер артлы балалары тыуа.
Баҡсала еләк-емеш, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскә-гөлдәр үҫтерергә яратҡан уңған ҡатынды профсоюз тәҡдиме менән Комсомольск балалар баҡсаһына баҡсасы итеп эшкә күсерәләр. Һынатмай йәш ҡатын – балалар баҡсаһы ашханаһына бәрәңге, сөгөлдөр, кишер, ҡыяр йәй эсендә өлгөрә. Тирә-яҡ күҙҙең яуын алырҙай гөл-сәскәгә күмелә.
Өлгөр, сәмле хеҙмәткәрҙе оҙаҡ йылдар тырышып эшләгәне өсөн совхоз идараһы маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләй. Ауылдаштары уны ябайлығы, ихласлығы өсөн хөрмәт итә.
Дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә Римма Насип ҡыҙы. Өлкән улы Рамай Ҡаһир – билдәле шағир. Әхнәф улы – оҙаҡ йылдар энергетика тармағында хеҙмәт итә. Дим Мәннан улы - йырсы, “Дәрүиш» төркөмө солисы, үҙенең моңло йырҙары менән халыҡ күңелендә мәңгелеккә ҡалған шәхес, йәштәр кумиры. Үкенескә күрә Дим Мәннан улы иртә мәрхүм булды. Төпсөк Айгөл ҡыҙы инәһенең иң яҡын серҙәше, таянысы.
Ата-әсәһе һалған әҙәплелекте, маҡсатлы йәшәүҙе күңеленә мираҫ итеп ҡабул иткән һылыу йәш ҡыҙыҡай, хәҙер инде үҙе киң күңелле, хәстәрлекле оләсәй. Ошо көндәрҙә ул үҙенең 85 йәшлек юбилейын билдәләй.
Сер түгел, халыҡ йолаларына тоғролоҡ һаҡлаған, тыуған ерем, туған телем тип күпләп гәзит-журналдар алдырып уҡыусы, матур күңелле ҡатындар йәшәтә бит ул милләтебеҙ күсен.
Зилиә Ильясова, Өргән ауылы
Донъямды яҡтырт инәй!
Инәй, һиңә һикһән биш,
Бошона белмәйһең һис!
Йәмле ауыл урамдарын
Ҡыҙҙыраһың иртән-кис!
Халыҡ менән һөйләшәһең,
Белешәһең хәл-хәбәр.
Кешеләрҙән рәхмәт алыу -
Алтындарға бәрәбәр!
Февраль айы аҡ ҡарҙарын
Урам буйына һала.
Инәй, һинең өсөн беҙ бит
Һаман бәләкәс бала.
Көндәреңде үткәрәһең
Һәр балаңды хәстәрләп.
Тел төбөңдә өс алтын һүҙ:
Бисмиллә, шөкөр, рәхмәт.
Кеше көнлө түгелһең һин,
Ҡарайһың үҙ-үҙеңде.
Шөкөр, хәтерең дә һәйбәт,
Үлсәп әйтәң һүҙеңде.
Кешеләргә тартылаһың
Ҡар тимәй, буран тимәй.
...Ҡояштың йылы нурындай, -
Донъямды яҡтырт, инәй!
Рамай Ҡаһир.