Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
22 Февраль 2024, 05:50

65 миллион һум тотторҙоҡ!

Линар Сәлмән улы Хоҙайназаров Учалы мәғлүмәт үҙәгенә килеп, криминаль хәлдәр менән таныштырҙы, коллективтың бөтә һорауҙарына ентекләп яуап бирҙе. Оҙайлы әңгәмә ваҡытында мәғлүм булғандарҙы бер аҙ ҡыҫҡартып бирәбеҙ.

65 миллион һум тотторҙоҡ!65 миллион һум тотторҙоҡ!
65 миллион һум тотторҙоҡ!

Былтырғы йылдың аҙағынан Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлеге начальнигы вазифаһын Л.С. Хоҙайназаров башҡара. Линар Сәлмән улы 1983 йыл Белорет районында тыуған. 2002 йыл Өфө юридик институтын, 2013 йыл – РФ Эске эштәр министрлығының идара академияһын тамамлай. Төрлө райондарҙа, төрлө вазифаларҙа хеҙмәт итә, шул иҫәптән Мәсетле районында  полиция начальнигы, Мишкә һәм Бөрйән райондарында эске эштәр бүлектәре начальнигы вазифаһын биләй. Дүрт бала атаһы ( уларҙы “Урал” санаторийына йөрөтөп, районыбыҙ менән алдан уҡ таныш икән). Үҙе һәм хеҙмәттәштәре алдына ҡуйған девиз: “ Яҡындарыбыҙ һәр ваҡыт үҙҙәрен тулы именлектә тойорлоҡ итеп хеҙмәт итергә тейешбеҙ!”  Бик хүп,  төптән ҡарағанда, халыҡҡа матур отчеттар кәрәкмәй бит,  хоҡуҡ һағында тороусыларға берҙән-бер талап  – тирә-йүндәге хәүефһеҙлек.

Линар Сәлмән улы Учалы мәғлүмәт үҙәгенә килеп, криминаль хәлдәр менән таныштырҙы, коллективтың бөтә һорауҙарына ентекләп яуап бирҙе. Оҙайлы әңгәмә ваҡытында мәғлүм булғандарҙы бер аҙ ҡыҫҡартып бирәбеҙ.

Беҙ ҙә яуҙа...

2023 йыл Учалы районында 821 енәйәт теркәлде, 2022 йыл менән сағыштырғанда 3,1 процентҡа кәм. Әммә шуныһы насар – дүрт йөҙ тирәһе эште тикшереүҙе туҡтатып тороу тураһында ҡарарҙар сығарыла, башлыса әлеге лә баяғы мутлыҡ-алдашыу тураһында һүҙ бара. 300 мутлашыу-алдашыу осрағы теркәлә, үҫеш 64 процент. Былтыр һәммәһе 65 миллион һумға жуликтарҙы байытҡанбыҙ!

Мутлашыусыларҙың 99,9 проценты Украинанан, Рәсәйгә кире ҡараштағы Балтика буйы илдәренән эш итә. “ Сит территорияла булғас, ялған форма кейеп, йөҙҙәрен күрһәтеп кеше ышандырыуҙан да тартынмайҙар! Дошманды еңгәс,  күрше илдә бурҙарҙы  тотоу бер аҙ еңелләшер. Фронт линияһы Артемовск –Авдеевка тирәләрендә генә түгел, бөтә илебеҙ буйынса үтә, иҡтисади һөжүмгә дусарбыҙ”, - тигән фекерҙә иптәш подполковник.  Берҙе үҙенә   шылтыратҡандарында, мәрәкәләп әйтә: “ Мине алдап маташҡансы, окоптың төбөнө нығыраҡ һыйынып ят, юғиһә беҙҙең снарядтар кәрәгеңде бирер”. Фәҡәт Украин телендә һүгенәләр ҙә, ҡайҙа йәшәгәнеңде беләбеҙ, башыңды киҫәбеҙ, тип янаған булалар.  Үҙебеҙҙең алданып ҡалыу бер бәлә, әммә мәгәр, үҙебеҙҙең аҡса менән дошман яғын көсәйтеү айырыуса аяныс...  Урындағы күңелһеҙ  ваҡиғалар миҫалында бурҙарҙың  йыш ҡулланған алдау ҡалыптарын тағын да барлайыҡ.

Аҡсаңды ҡотҡар!

Банк (полиция, ФСБ һ.б.) хеҙмәткәре бәйләнешкә сыға ла, туҙға яҙмаған хәбәр тытылдай башлай: билдәһеҙ бур счеттағы аҡсаңды урлап йә һинең исемдән кредит алып маташа. Ҡаршы тороу өсөн тоҙһоҙ ысул тәҡдим итә, дөрөҫөрәге талап ҡуя.  Бик ашығыс рәүештә фәлән-фәлән счетҡа аҡса күсерер кәрәк.

-Алдашыу ҡорбандары,  ғәҙәттә, бындай ысулдар тураһында хәбәрҙар була. “Беҙҙең коллективҡа килеп сығыш яһағанығыҙҙа мин дә булдым, ишеттем, аңлаған да  кеүек инем. Тик бына үҙемә шылтыратҡайнылар, ҡойолдом да төштөм....”, - тигәндәрен йыш ишетергә тура килә, ти Линар Сәлмән улы . Ябай халыҡҡа ни үпкә инде, бер районда баш табип, йәғни, юғары белемле,   көн дә финанс мәсьәләләрҙе хәл иткән иптәш  ошондай ҡармаҡҡа эләгеп,  алдаҡсыларға 10,5 миллион тоттора. Ҡара иҫәп менән ғүмеренең аҙағынаса айына 80-шәр мең һум бурыс түләй барырға тура киләсәк. Байтаҡ ваҡыт Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында яуалы вазифа биләгән пенсионер ҙа  ябай ғына тоҙаҡҡа эләкте.  Тиҫтәләп йыл осрашмаған коллегаһы исеменән алдаҡсы бәйләнешкә сыға, аҡсаңа  хәүеф янай, ярай ҙа ФСБ ярҙамға килергә әҙер, тип ҡурҡыта. Оҙаҡламай, ялған “ФСБ хеҙмәткәре” шылтырата, алдап-йолдап 3,5 миллион һумын үҙенә күсерттерә. Ҡартлыҡҡа йыйған бар аҡсаһын!

Күпкә фажиғәлерәк тә хәлдәр булғылай.  75 йәште үткән педагог  ғүмер буйы йыйған 1,2 миллион һум аҡсаларын күсерә.  Йәшәгән фатирҙарын, “Рено” автомобилдәрен дә һаттырталар. Һатып алусылар алдаҡсылар менән килешеп эш итмәгәстәре, фатир ҙа, машина ла кире ҡайтарылмай. Икенсе ҡалала йәшәгән балалары үҙҙәренә алмаһа, ҡартайған көндә урамда, бер тин аҡсаһыҙ, бурысҡа батҡан көйөнсә ҡаласаҡтар. Бәғзе оло кешеләр еңмеш, үҙһүҙлегә лә әйләнә торған бит әле. Ошо көндәрҙә Өфөлә булды был хәл. Банкоматтар алдында полицейҙар тора. 70 йәшлек бабай 500 мең һумын күсерә башлағас, ҡайҙа, ни маҡсатта түләйһегеҙ тип һорайҙар. Бабай йоҙороҡ һелтәп һуғышырға тотона, баҡһаң, алдаҡсылар : “Һатлыҡйән полицейҙар һеҙгә ҡамасаулап маташыуы мөмкин”, - тип ҡурҡытҡандар икән. Ҡулын бығаулап  бүлеккә килтергәс кенә аңына килә, әммә һуң инде – аҡсаһын арҡыры бабай күсереп өлгөргән була.

Ысынында алһалар?

Паспорт күсермәһе менән файҙаланып, ҡайҙалыр һеҙҙең исемдән микрозайм алыуҙары ла  мөмкин әлеге заманала. Учалыла былтыр 80 осраҡ теркәлде. Әммә был хаҡта бер кем дә алдан иҫкәртмәйәсәк! Ғәҙәттә әллә ни күп аҡса түгел, шулай ҙа  процент артып, сумма ҙурая бара.  Быға тарымаҫ өсөн, паспорт мәғлүмәттәрен интернетҡа сығармағыҙ.  Һәм  алмаған микрозайм тураһында  ниҙер белеп ҡалыу менән, тиҙерәк хоҡуҡ һаҡлау органдарына мәрәжәғәт итегеҙ.  Тап интернеттан паспорт мәғлүмәттәре нигеҙендә бер Хабаровск ҡалаһы бәндәһе  беҙҙең яҡташ исеменән 7 мең һум ала. Учалы кешеһенән  суд приставтары бурыс түләүҙе талап итә. Эштең айышына төшөнгәс, приказдары ғәмәлдән сығарылды.  Алыҫ тарафтағы бур ҙа тотолдо. Әммә үҙегеҙ кемгәлер мәғлүмәт бирһәгеҙ, яуап һеҙҙә буласаҡ.

Бәлә-инвесторҙар

Матди яҡтан иң зарарлыһы тап ошо ысулдыр. Һәр кемебеҙ кинәт байыу, елдән аҡса һуғыу  тураһында хыяллана.  Ялған брокерҙарҙың теле телгә йоҡмай тәтелдәүенә әүрәп, йөҙә лә белмәйенсә финанс даръяһына сумырға теләүселәр саманан тыш күп.  Ялған инвесторҙар  быны бик оҫта файҙалана.  Әйтәйек,  10 мең  һум алып,  тиҙ генә арала 1 мең дивиденд ҡайтаралар, сумма 50 меңгә еткәс – 5 мең;  кеше был схемаға күнегеп 1 миллион һум ебәрә икән, көтөлгән 100 мең һум дивиденд та, төп сумма ла, брокер шәрәмәттәре үҙҙәре лә  шундуҡ  ғәйеп булалар.

Аварияға эләкте

Ялған полицей йә тәфтишсе шылтырата ла, яҡын кешегеҙ  юл һәләкәтендә ғәйепле, яза ҡаты булмаһын өсөн фәлән-фәлән сумма кәрәк, тип алдайҙар.  Аҡсаны (дөрөҫөн әйткәндә, һеҙ биргән ришүәтте!) курьер килеп ала. Уның бер ни белмәйенсә эш итеүе лә ихтимал, интернеттағы иғланға әүрәгән була торғандар – фәлән-фәлән урындан аҡса алырға ла, фәлән-фәлән счетҡа күсерергә, нисәлер процентын эш хаҡы итеп үҙендә ҡалдырыға. Анһат аҡса табыу форсаты йәштәрҙе ылыҡтыра, ләкин белеп ҡуйһындар ине – улар ҙа яуапҡа тарттырыла,  кем һәм нимәгә яллағанды белмәнек, тип аҡлана алмаясаҡтар. Айырыуса наркотик таратыусы курьерҙарға яза ҡаты, бәлиғ булмағанлыҡтары ла һаҡлап ҡалмаясаҡ . Наркотиктар менән бәйле 49 факт теркәлде былтыр, шул иҫәптән 28 осраҡта – иң ауыр статья – наркотик һатыу.

 Бөтә олатай-өләсәйҙәр, атай-әсәйҙәр был хаҡта иҫтә тотһон ине, йәш кеше аҡсаны иркен ҡуллана башлай икән, мотлаҡ сығанағы менән ҡыҙыҡһыныр кәрәк. Курьерҙар интернет аша ғына эш итә алмағас, йыш тотолалар.

Интернет сауҙаһы

 Кеше саҡ ҡына аҡса күсерһә, ырғаҡҡа эләкте тигән һүҙ - артабан үҙен-үҙе лә ышандыра башлай.Бер яҡташыбыҙ  Автовито селтәре аша Дүртөйлөнән бик осһоҙ хаҡҡа машина алырға килешә. Хужа, юл ыңғайы үҙем илтермен тип, яғыулыҡҡа 7 мең һум һорай. Килешелгән ваҡытҡа килеп етмәгәс, көтөлмәгән ғаилә хәлдәренә һылтанып, йәнә 25 мең күсерттерә. Күпмелер ваҡыттан ниндәйҙер уйҙырма менән тағын ашығыс рәүештә 80 мең әүрәтеп ала. Беҙҙең кеше, машина хаҡынан был сығымдар бары кәметеләсәк тип үҙен тынысландыра. Ахырҙа, теге бәндә,  юлға сыҡҡайным, боҙолдом, ремонт өсөн байтаҡ сумма кәрәк тип теләнселәнеүҙе ишеткәс кенә, тишек кәмәгә ултыртылыуын аңлай. Ватсап аша яҙылған бер ҡосаҡ распискалар менән аҡсаһыҙ ҙа, автомобилһеҙ ҙә тороп ҡалды. Интернет аша алыш-бирештә айырыуса уяу булығыҙ, унда выжданлы һатыусыларға ҡарағанда хәрәмселәр байтаҡҡа күберәк.

Мутлашыусылар элемтә операторҙары исеменән дә  эш итәләр.  Килешеү ваҡыты бөттө, бәйләнешһеҙ ҡалағыҙ, тип буш урында ҡурҡыталар, отошло тариф тәҡдим итеүҙәре лә мөмкин. Һөҙөмтәлә дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре порталы пароле йә башҡа конфиденциаль мәғлүмәт әйттертеп, төп башҡа ултырталар. Ысын операторҙар телефон аша эш итмәй, клиенттың салонға шәхсән рәүештә килеүе йә дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре порталындағы шәхси кабинеты аша эш итеүе шарт. Ғөмүмән, иптәш подполковник һыҙыҡ өҫтөнә алды:” Яңы мәғлүмәт технологиялары күбәйә, камиллаша бара, тик  улар менән тәү сиратта мутлашыусылар эш итергә әйрәнә”.

Йомғаҡлау урынына

Уяу булығыҙ, йәмәғәт! Оло кеше сабыйҙарҙан нәҡ шуның менән айырыла бит -  үҙ ҡылыҡтары өсөн үҙе яуаплы. Һәр граждан янына берәр полицей беркетеп булмай.  Мутлашысылар тоҙағына эләгеүҙең бар осраҡтарында ла тиерлек енәйәт ҡорбандары үҙҙәре  йә ғәйепле,  йә сәбәпсе.  Ҡомһоҙлоҡ йә аңралыҡ бәләһе.

Аңлашыла, заман енәйәттәренә ҡаршы тороу өсөн хоҡуҡ базаһы ла заманса булыуы шарт. БР Дәүләт Думаһындағы, БР Дәүләт Йыйылышындағы депутаттарыбыҙ полицейҙарҙың бер тәҡдимен ишетеп, закондарға өҫтәмә индереүҙе юллаһын ине.Улар  “Буфер ваҡыты” билдәләү килешер  ине тигән фекерҙә: әйтәйек, бер граждан ҙур сумманы күсергәндә икенсе граждандың тәүлек үткәс кенә аҡсаны  ала алыуы. Алданғандар ғәҙәттә шундуҡ аҡылға киләләр, ярҙам һорап йүгерәләр, ләкин алдаҡсылар бик етеҙ эш итеп, аҡсанан елдәр иҫкән була инде.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас