Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
22 Февраль 2024, 05:31

”Ҡаһармандан яҡты эҙ ҡала“

"Беренсе империалистик, Граждандар, Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан, Еңеү көнөн фашизмдың өңөндә ҡаршылаған, ”Батырлыҡ өсөн “, “Германияны еңгән өсөн “, “Берлинды алған өсөн” миҙалдары, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланған ҡаһарман ауылдашыбыҙ Харисов Ғабдулла Мөхәмәтхарис улы (1898-1970 йылдар) тураһында  яҙып сыҡҡайным инде.Бөгөн әйтер һүҙем – батыр олатайҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы бүләһе  - Айгиз Нәсим улы хаҡында", -Гөлнур Заһирова.

”Ҡаһармандан яҡты эҙ ҡала“”Ҡаһармандан яҡты эҙ ҡала“
”Ҡаһармандан яҡты эҙ ҡала“

 “Яуҙа ауған һалдат һыны булып,

  Ейәндәре ҡалҡа алдымда”.

  А.Игебаев.

Беренсе империалистик, Граждандар, Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан, Еңеү көнөн фашизмдың өңөндә ҡаршылаған, ”Батырлыҡ өсөн “, “Германияны еңгән өсөн “, “Берлинды алған өсөн” миҙалдары, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланған ҡаһарман ауылдашыбыҙ Харисов Ғабдулла Мөхәмәтхарис улы (1898-1970 йылдар) тураһында  яҙып сыҡҡайным инде.Бөгөн әйтер һүҙем – батыр олатайҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы бүләһе хаҡында.

     Әсфәндиәров Айгиз Нәсим улы 1979 йылдың 21авгусында Учалы ҡалаһында тыуған.Тәүҙә ҡаланың 1-се мәктәбендә уҡый, һуңынан, ғаилә хәле буйынса күсеп килгәс, уҡыуын Озерный ауылында дауам итә.Үҙен күреп белмәһә лә,өлкәндәрҙең һөйләүе,  иҫтәлектәре аша данлы олатаһының илһөйәрлек, батырлыҡ  рухы кесе йәштән аңына, ҡанына һеңгән Айгиз Әсфәндиәров  әрмегә барыуҙы намыҫ эше итеп ҡарай. Ил алдындағы изге бурысын ул  Мурманск өлкәһенең Североморск ҡалаһында диңгеҙ пехотаһында үтәй. Һуңынан контракт буйынса Төньяҡ Кавказда, Чечня Республикаһында, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.Псков өлкәһенең Остров ҡалаһында төпләнеп,ғаилә ҡора. Ҡатыны Ирина менән Алина исемле  ҡыҙ тәрбиәләп  үҫтерәләр.Ҡыҙҙары урындағы эске эштәр бүлегендә эшләй, ситтән тороп юридик факультетта уҡый.Тарих менән ҡыҙыҡһынған Айгиз Псков өлкәһендә башланғыс алып, бөтә Рәсәйгә таралған, фиҙаҡәрлек, ныҡышмалыҡ, ихласлыҡ талап иткән, ифрат мөһим һәм сауаплы эҙәрмәнлек хәрәкәтендә лә ҡатнаша. Ҡанлы яуҙан ҡайтмай ҡалған, Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ,ҡәберһеҙ юғалған һалдаттарҙы мәңгеләштереүгә үҙ өлөшөн индерә ул.

 Махсус хәрби операция башланғас,  12721-се хәрби частә хеҙмәт итеүсе гвардия сержанты  Әсфәндиәров А.Н. үҙ ирке менән яугир һалдаттар сафына баҫа.” 2023 йылдың 22 авгусында Невское  торлаҡ пункты янында ПТРК (противотанковый ракетный комплекс) төркөмөнә етәкселек итеп, дошмандың миномет позицияһын юҡ итеү буйынса операция ойошторҙо.Тәжрибәле командир булараҡ, А.Н. Әсфәндиәров дошман минометын юҡ итергә үҙ расчеты өсөн иң уңайлы позиция һайланы.Расчетты урынлаштырып, дошман яғынан хәрәкәт башланғас, ут асты һәм дошман минометын юҡ итте.“ Гвардия сержанты А.Н.Әсфәндиәровтың награда битенән алынған был юлдар.  Хәрби хәрәкәттәрҙә үҙен тәжрибәле, оҫта командир итеп танытҡан Айгиз Әсфәндийәров ”За отвагу “, Суворов миҙалдары менән наградланған.Махсус хәрби операция барышында хәрби бурыстарҙы үтәүҙә күрһәткән аҡыллы инициатива, юғары күрһәткестәр өсөн Айгиз Нәсим улы часть командирының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды һәм  Яңы йыл алдынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтарылды. Батыр яугир Наурыҙ ауылына, тыны менән тартып алыр булып көткән  әсәһе – Зөлфиә Ғәбделхаҡ ҡыҙы янына ҡунаҡҡа килеп китте.

   Илһөйәрлек, хәрби антҡа тоғролоҡ, айбарлыҡтың  матур өлгөһө булған Айгиз һымаҡ егеттәребеҙ һоҡланыу, ғорурланыу тойғоһо уята. Яугирҙәребеҙгә  –  иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу,  ә сабырлыҡ, түҙемлелек менән көткән әсәйҙәргә уландарын ҡыуанып ҡаршы алыу насип булһын.Һүҙемде Миңнур Байғаринаның ”Һалдат әсәләренә “ шиғыры менән тамамлайым.

Кисерегеҙ, һалдат әсәләре,
Һеҙ ут йотҡан саҡта көлгәнде,
Һеҙ йоҡоһоҙ саҡта йоҡлағанды,
Уйлы саҡта ғәмһеҙ йөр(ө)гәнде.
Кисерегеҙ...
Тормош дауам итә.
Күктәр тыныс булһын өсөн дә,
Улдарығыҙ, ғәзиз улдарығыҙ
Утлы ғәрәсәттең эсендә.
Кисерегеҙ...
Беҙ ҙә һеҙҙең менән.

Бөтһөн һуғыш! - Теләк бер генә.
Иҫән-имен ҡайтһын улдарыбыҙ
Тыуған йорто, тыуған еренә!                                    

 

Гөлнур Заһирова, Наурыҙ ауылы.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас