Ҡобағош ауыл китапханаһында Совет ғәскәрҙәре Афганстандан сығарылыуга 35 йыл тулыуҙы билдәләнеләр һәм унда батырҙарса һәләк булған ауылдаштары Шакиров Рәфисте иҫка алдылар.
Сараға Биргалин Илгиздең ата әсаһе
Ғилман ағай менән Гәүһәр еңга, Ҡаһарманов Сөнәғәт, Рамаҙанов Ирек, Ғәйфуллин Ринат һәм Рәфистең бер туған ағалары Шәриф менән Риф ҡустылар, Рәшит Ҡауыев һәм башҡа абруйлы кешеләр сыкырылғайны.Кисә Афған һуғышында, МХО-ла батырҙарса һәләк булған Учалы егеттәрен бер минут тынлыҡ менан иҫкә алыуҙан башланды.
Һәр бер сығыш яһаусы Афған һуғышы, МХО тураында үҙ кисерештәрен тулҡынландырғыс итеп һөйлане, ә Ғилман ағай улы Илгиз эргәһена Кушкаға барғанын бәйән итте. Тулҡынландырғыс хикәйә яҙырлыҡ!
Һәр бер сығыш үҙенсә фәһемле будлды.Ойоштороусыларҙың сығыштары, шиғыр, йырҙары менән ҡатнаш алып барылды. Мәктап уҡыусылары, балаларҙың ҡатнашыуы йән һәм йәм остане, ә 5 йашлек Ҡунакбаева Әмиләнең йыр менән сығышы күңелдәрҙе тулҡынландырып, куҙҙәргә йәш тултырҙы. Афған, локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылар ойошмаһы етаксеһе Касимов Рәйес исеменән хәрби- патртотик эштәрҙә әуҙем ҡатнашяусыларға
(Локманова Зимфира,
Ғаҙзалова Зөлфиа,
Ғәйнуллина.Рәмзиә,Асанбаев Вил)
Рәхмәт хаттары тапшырҙыҡ.
Балалар.учебный автомат менән танышып, фотолар төштөлар. Сара аҙағы ғәҙәттәгесә ойоштороусыларҙың тәмле аштары, өстал артында әңгәмә менән тамамланды .Бына ошондай саралар, кисәлар, һәр бер ауылда, мәктәптә үткәрелер, хәрби-патриотик тәрбиәгә тейешле әһәмиәт бирелһә.
Тыуған ил, Ватан төшөнсәһе, уны һаклау бурысы йәш быуында аңында өстөнлөклө торорға тейеш. Был осраҡта төрлө юҡ-барға урын ҡалмаҫ ине тип уйлайым.
Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы