Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
22 Февраль 2024, 04:15

Ветеран-яугирҙар тыныс тормошта ла һынатмай

Күргәндәрен яңынан иҫләү еңел түгел ветеран-яугирҙарға, шулай ҙа улар йәштәрҙе хәлде аңлап ҡабул итергә, илебеҙ эсендә дошмандар  әҙерләгән теракттарға әҙер булырға, уларҙы иҫкәртә белергә, информацион һуғышта һаҡ булырға тейешлекте иҫкә төшөрҙө.

Ветеран-яугирҙар тыныс тормошта ла һынатмайВетеран-яугирҙар тыныс тормошта ла һынатмай
Ветеран-яугирҙар тыныс тормошта ла һынатмай

Ветеран-яугирҙар тыныс тормошта ла һынатмай

Старики-разбойники

Учалылар үҙҙәре  сираттаға “гуманитар ылауҙы” үҙҙәре фронтҡа илтте. Әлбиттә, үҙәкләштерелгән рәүештә лә ебәрелеп тора, әммә былай тиҙерәк булыр тип эш итә Рәил Ҡорамшин, Артур Ғайназаров, Әхмәт Дәминдаров, Азамат Кәбиров, Роберт Таштимеров. Үҙҙәре йыйған, предприятиелар биргән күстәнәсте, исемле посылкаларҙы “Скания”  һәм “Патриот” автомобилдәренә тейәп ноябрь аҙаҡтарында юлға сығалар ҙа, бер аҙнанан әйләнеп киләләр.

Рәил Таяр улы бик теүәл кеше бит ул, әңгәмәнең байтаҡ өлөшөн отчетҡа бағышланы – һәр посылка ғына түгел, учалылар йыйған һәр тине нисек толтолоуын телгә алды. Байтаҡ әйбер алып баралар: быҡтырылған ит, маскировка селтәрҙәре, генератор, инструменттар, киң ассортимента медицина кәрәк-ярағы, хатта, “Урал” автомобиленә тәгәрмәстәр (һалдаттарҙың һорауы буйынса,пенсионер апай биргән 200 мең һумға) һәм башҡа күп.  Хатта мунса!

- Алғы һыҙыҡтағы егетттәр тап мунса тураһында һүҙ сығарғайны бит, - тип аңлатма бирҙе Рәил Ҡорамшин. – Әҙерҙе лә алырға  була, әммә ниңә аҡсаны тәләф итергә? Ҡала предприятиелары, айырым эшҡыуарҙар ярҙам иткәс, бер производство бинаһында күмәкләп күсермәле агрегат ҡорҙоҡ. Барып етеү менән һалдатттар шундуҡ һынап ҡараны, бик тә ҡәнәғәт ҡалдылар. Беҙ бит миндеген дә, шампунь-һабынын дә хәстәрләнек.

Беҙҙең ирекмәндәргә һалдаттар “старики-разбойники” тип күмәгенә бер позывной таға. Ошо исемле совет кинофильмына ишара яһап инде: пенсия йәшендәге әҙәпле граждандарға үҙҙәрен йәштәрсә тәүәккәл тоторға тура килә унда.  Әммә  беҙҙекеләр ысынында ла үҙҙәрен баҙнатлы итеп күрһәтә. Ҡыҫҡаһы, улар барған фронт участкаһында бортына “Учалы” тип яҙылған танк нацистарҙың тәҡәтен ҡорота (“Рубин” позынойы йөрөткән, дәүләт наградаларына лайыҡ булған яҡташыбыҙ унда хеҙмәт итә). Ошо танк алғы һыҙыҡҡа атырға сыҡҡанында, “пехота һағалауын” беҙҙең ирекмәндәр башҡара.  Командованиены оҙаҡ өгөтләргә тура килә, Ғайназаров һәм Ҡорамшин был операцияла үҙҙәре оҙаҡ алышыуын, Таштимеров сик һаҡсыһы булыуын иҫәпкә алып ҡына рөхсәт итәләр. Һәм беҙҙекеләр һынатмай, автоматтан атып, танкка артҡы яҡтан яҡынлашҡан автомобилдәрҙе өркөтәләр. Төнгө ваҡытта нишләүҙәре билдәһеҙ бит – үҙҙәре һөжүм итеүҙәре йә  фара ҡабыҙып-һүндереп дошманға сигнал биреүҙәре бик тә мөмкин. Бындай ышаныслы һаҡ башҡарылғас, танкистар айырыуса тыныс эш итәләр, дошмандың терәк пунктын тар-мар килтерәләр. Иртәгеһен беҙҙең “старики-разбойники”ларға командование рәхмәт еткерә, мөмкинлектәре  булһа, контракт төҙөп, тап үҙҙәренә килеүҙәрен һорайҙар. Хәрби миҙалға лайыҡ баһа бит был!

- Биш түшкә һарыҡ алып барғайныҡ бит, ҙур ҡаҙан һәм кәстрүлдә былау, “шулюм” һурпаһы әҙерләнек, - тип һөйләй Артур Йәдкәр улы. – Ә икенсе көнөнә – шашлык. Һалдаттар - йәш егеттәр шул, ҡайһыларының быға тиклем һарыҡ ите татығандары ла булмаған. Тәбиғи, “үҙебеҙҙекеләрҙе” генә түгел, барыһын да һыйланыҡ – фронттың был яғында булғандар барыһы ла беҙҙекеләр, барыһы ла уландарыбыҙ. Һалдаттар хәҙер яҡшы туҡландырыла, әммә “йорт ризығын” бик тә оҡшаттылар. Ул көндәрҙә ямғыр һибәләп тороуы бер яҡтан насар булһа, икенсе яҡтан – дошман дрондарына осҡолап табынға ҡамасауларға ирек бирмәне.

- Яңы йыл тирәләрендә тағы барып килергә ниәт итәбеҙ, егетттәр ҡаҙы килтереүҙе һоранылар бит! - тип йылмая Роберт  Таштимеров. Бына шулай,  борон да яу сапҡан башҡорттар үҙҙәре менән ҡаҙы йөрөтөр булған, уларҙың вариҫтары ҡаһарманлыҡ яғынан ғына түгел, ниндәйҙер аш-һыуға өҫтөнлөк йәһәтенән дә уларға оҡшаш.

Артур Ғайназаров яңгәмәнең аҙағында бик тә мәғәнәле кәңәш бирҙе:

- Барыбыҙ ҙа ҡайҙалыр ял иттем, машина яңырттым, кеүек фотолар менән социаль селтәрҙәрҙә маҡтанырға ярата.  Саҡ ҡына тыйыйылып торор кәрәк ине – көнө-төнө окопта ултырған, баш өҫтөндә снаряд-ракеталар шартлаған егеттәребеҙ алдында уңайһыҙ бит!  Әйтерһең дә, улар бөтөнләй икенсе донъяла йәшәйҙәр һәм алышалар!

Эйе, хаҡ һүҙҙәр! Барыбыҙ ҙа тап әле илебеҙ яҙмышы хәл ителеүе, егеттәребеҙ ҡан түгеүе тураһында иҫтә тоторға һәм хәлдән килгәнсә булышлыҡ итергә бурыслы.

P.S. Кем теләй, ҡайҙа теләй үтә ала, тигән яңылыш һығымта яһап ҡуймағыҙ! Тәртибен теүәл белеү шарт. Гуманитар йөк менән барған ирле-ҡатынлы ирекмәндәрҙе дошман дрондары үлтергәс, тәртип айырыуса ҡатыланған, ти.

Позывнойҙары - Рай һәм ЧеГевара

Тап “Учалы-алға!”  девизы яҙылған районыбыҙ флагы әлегә иҫән украин нацистарының ҡурҡыныс төштәренә инәлер.  Был  әләмде елберҙәтә  яҡташтарыбыҙ Украина ҡалаларында...

Район хакимиәтендә Рәил Ҡорамшин менән Артур Ғайназаровҡа Рәхмәт хаттары тапшырылды – йәштәргә илһөйәрлек тәрбиәһе биргән һәм мобилизация сараларына булышлыҡ иткән өсөн.

Рәил Таяр улы Ҡужай ауылынан, байтаҡ ғүмере Себерҙә үтә. Ниңә 59 йәшендә яуға баҫҡан? “Уландарыбыҙ  баштарын һалған мәлдә ситтә боҫоп ҡалырға намыҫым ирек бирмәй”, - тип кенә яуапланы. Взвод менән етәкселек итә. Батырлыҡтары өсөн Шайморатов исемендәге орден менән наградланды. Әйткәндәй, 25 йәшлек улы Украинаға саҡ ҡына алдараҡ юлланған була,атай ҙа сыҙай алмағанлығы аңлашыла.... Альберт менән яу ҡырында осрашалар. Ул – танкист, әле госпиталдә дауалана, ти. “Башҡорттар – ҡыйыу һалдаттар, командование ла, азат ителеүҙе түҙемһеҙләнеп көткән урындағы халыҡ та беҙҙе ихтирам итте. Хәлдән килгәнсә ярҙам иттек, рәхмәттәрҙе байтаҡ ишеттек”, - тип ғорур  билдәләй ул.

Ә Артур Йәдкәр улы менән мәҡәләләрҙе гәзитебеҙҙә элек байтаҡ яҙҙыҡ: нисәмә йылдар милицияла, хөкөм үтәтеү инспекцияһында өлгөлө хеҙмәт итте бит. Подполковник дәрәжәһендәге 58 йәшлек ветеран махсус операцияла һәләк булған ике  яҡташ егетте ерләүҙә ҡатнаша ла, ҡырҡыу ҡарарға килә. Оло йәштәге атаһын: “ Себергә, алтын ҡаҙырға барам”, - тип юрамал  йыуата ла,  яҡындарының ай-вайына ҡарап тормайынса, “БАРС”  подразделениеларының штурм отрядына яҙыла. Баштан уҡ шарт ҡуя – хәрби дәрәжә юғары булһа ла, штабта ултырмаясаҡ. Шуға ла отделение менән етәкселек итергә ризалаша. Попасное, Лисичанск, Горское һәм башҡа ҡалаларҙы азат итеүҙә алғы сафта  ҡатнаша.  “Хәрби туғанлыҡ” миҙалы, Луганск Халыҡ Республикаһы Грамотаһы менән наградланған. “Яҡташыбыҙ Шамил Алмарҙанов күҙ алдымда һәләк булды. Снайпер ине, үҙ ирке менән иптәштәренең сигенеүен ҡаплап ҡалғайны. Ысын мәғәнәлә герой! - ти  Артур Ғайназаров. - Эйе, һуғышта ҡурҡыныс, әммә хәрби туғандашлыҡ  һәм илһөйәрлек был хисте еңергә ярҙам итә. Һәм унда ғына  бик яҡшы төшөнәң – Украиналағы ише  фашистар беҙгә лә килеп етмәһен өсөн өңдәрендә дөмөктөрөр кәрәк, башҡа әмәл юҡ. Өҫтәүенә, беҙ, ололар, йәшәүен йәшәгәнбеҙ, бәлки яуға барыуыбыҙ йәшерәк ватандаштарыбыҙҙың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалалыр. Һәр хәлдә лә, һуңғы бәрелештә ике яраланған егетте яу яланынан  һөйрәтеп сығара алыуыма ҡыуанам”. Үҙе лә контузия ала, дауалана.

Ике яугир ҙа, кәрәк булһа, тағын да ҡорал алырға әҙербеҙ, тип билдәләнеләр. Ә әлегә  һәр форсатты файҙаланып, мобилизацияланған егеттәр менән тәжрибәләрен йомарт уртаҡлашалар – юлға  нимә алырға, үҙеңде нисек тоторға һәм башҡа.

....был хаҡта интеретта мәғлүмәт күп. Шулай ҙа хөрмәтленән-хөрмәтле ветерандарыбыҙҙың бер-ике кәңәшен ҡабатлайыҡ: “Иң башта бик ҙур рюкзакты хәстәрләр кәрәк – билдән һәм күкрәктән ҡайыш менән нығытылғаны уңайлы. Фонарь, медаптечка йыш талап ителә. Сәй, кофе, шәрбәт ризыҡтар бер саҡ артыҡ түгел. Һәм тәмәке, сөнки бирелгәне етмәй ҡала, тартмағандар иптәштәрен һыйлай. Беҙ йәйге айҙарҙа булдыҡ, хәҙер йылы эс кейемдәре лә ныҡ кәрәктер. Одеколон да онотмаһындар – йыуышырға форсат һирәк сыға. Иң мөһиме – яҡташтар бер-берен ҡурсалап йөрөһөн!”

“Көс – дөрөҫлөҡтә”

Үҙәк район моделле китапханһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Артур Ғайназаров һәм Рәил Ҡорамшин менән осрашыу үтте. Был патриотик сәғәт «Көс -дөрөҫлөктә» (“Сила - в правде”) тип аталды һәм унда Учалы тау сәнәғәте колледжының аграр сәнәғәт факультеты студенттары, Учалы Башҡорт лицейы һәм  Әхнәф Хөснөтдинов исемендәге урта мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

Хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусылар һорауҙарға яуап бирҙеләр һәм ошо хәрби операцияла үҙ теләктәре менән ҡатнашыуҙары, был һуғыштың элеккеләрҙән бөтөнләй икенсе һәм ҡотолғоһоҙ булыуы хаҡында бошоноп һөйләнеләр.

Күргәндәрен яңынан иҫләп һөйләү еңел түгел уларға, шулай ҙа һеҙ, йәштәр, белеп торорға, илебеҙ эсендә дошмандар  әҙерләнән теракттарға әҙер булырға, уларҙы иҫкәртә белергә, информацион һуғышта һаҡ булырға тейешһегеҙ, тип иҫкәртте улар.

Осрашыуҙы алып барыусы Минзирә Ғариф ҡыҙы Шәрәфетдинова украин халҡының беҙҙең ил өсөн бер ҡасан да сит булмауын билдәләп үтте. Сөнки был дуҫлыҡ тураһында бик күп яҙыусылар әҫәрҙәр ижад иткән. Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы халыҡтар араһында бер ниндәй ҙә милләтселек булмаҫҡа тейеш, тип  ихлас дәлилләнһә,  әһип иҫтәлектәрендә  былай тип тә яҙып ҡалдыра: һуғыштан һуң алған яраларынан дауаланған ваҡытта  бер украин ҡатыныны  ул теләгән ебетелгән алма табып килтерә,  Мостафа Сафа улы аҡса тәҡдим иткәс: «Илебеҙҙе азат итеүселәр беҙҙең өсөн барлыҡ ҡиммәттәрҙән өҫтөн», - тип яуаплай. Украин халҡы  әлеге ваҡытта ла Рәсәй халҡына ошо  мөнәсәбәтелер, тип ышанабыҙ. Кисәлә Мостай Кәримдең «Украинаға» шиғыры яңғыраны һәм шиғырҙа әйтелеүенсә, Украина ерендә тыныслыҡ урынлашһын, балалар бәхетле булһын, азатлыҡ өсөн ярҙам ҡулы һуҙған һәм ғүмерҙәрен биргәндәр бер ваҡытта ла  онотолмаһын!

Осрашыу һуңында ҡыҙҙарҙыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға: «Һеҙҙең шундай булыуығыҙға һоҡланып, рәхмәт әйтеп ҡулығыҙҙы ҡыҫырға рөхсәт итегеҙ», - тип  мөрәжәғәт иттеләр.  Сара  тамамланғас та тиҙ генә таралышманы халыҡ, сөнки һәр кемдең бирәһе һорауҙары күп ине. Артур Ғайназаров һәм Рәил Ҡорамшин барыһының да һорауҙарына ҡыҫҡа һәм теүәл яуап бирҙеләр.

Йәштәргә тәрбиә биргән, әлеге ҡатмарлы заманала аҡты ҡаранан, яҡшынын ямандан айырырға өйрәткәндәре өсөн ветерандарға рәхмәт.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас