Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
23 Февраль 2024, 06:40

Ер сигенә... һаламға

Һәр кешегә доньяла Тыуған еренән дә ҡәҙерлеһе юҡ. Ул һинең бәләкәй Ватаның,  үҫкән алтын бишегең, һине үҙ аллы тормошҡа алып сыға торған юлдың иң беренсе башланғысы. Беҙ шул ерҙә тыуабыҙ, тәпәй баҫабыҙ, туған телебеҙҙә иң ҡәҙерле һүҙҙе -“әсәй” һүҙен әйтергә өйрәнәбеҙ.

Һәр кешегә доньяла Тыуған еренән дә ҡәҙерлеһе юҡ. Ул һинең бәләкәй Ватаның,  үҫкән алтын бишегең, һине үҙ аллы тормошҡа алып сыға торған юлдың иң беренсе башланғысы. Беҙ шул ерҙә тыуабыҙ, тәпәй баҫабыҙ, туған телебеҙҙә иң ҡәҙерле һүҙҙе -“әсәй” һүҙен әйтергә өйрәнәбеҙ.

Ҡайҙарға ғына китһәк тә, тыуған еребеҙ беҙҙе ғүмергә үҙенең күренмәҫ ептәре менән бәйләп, гел үҙенә тартып тора. Ер йөҙөндәге шундай иң ғәзиз ерҙәрҙең береһе мин тыуып үҫеп килгән Илсе ауылым. Ауылымды тырыш, егәрле халыҡ биҙәй, матурлай.

Илебеҙ тарихы кешеләр тормошоноң тарихы менән тығыҙ үрелгән. Улар әллә ниндәй батырлыҡтар менән дан ҡаҙанмаған, ләкин үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән илебеҙ данын, ҡеүәтен арттырыуға индергән тос өлөштәре баһалап бөткөһөҙ. Беҙҙе белерҙәр, быуындан-быуынға беҙҙең турала һөйләрҙәр, тип уйҙарына ла керетеп сығармаған улар, эргәләрендәге кешеләр өсөн, илебеҙ өсөн эшләүҙәрен дауам иткәндәр.

Тарихҡа байҡау яһайыҡ. Илсе ауылында 1929 йылда «Башҡортостан» колхозы ойошторола. Халыҡ яҡты матур киләсәк өсөн көндө төнгә ялғап, еңел булмаған хеҙмәт шарттарында үҙҙәренең көсөн аҙ түкмәй унда. Мин был хаҡта өләсәйемдән, оло әбейҙәремдән, бабайҙарымдан, урамыбыҙҙың ололарынан, әсәйемдең һөйләгәндәрҙән ишетеп беләм. Табындарҙа, ҡөрьән аяттарында күңел һандыҡтарында ятҡан хәтирәләр менән бүлешә башлайҙар. Уларҙы миңә тыңлауы ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та.

Айырыуса иғтибарымды улар һөйләгән бер хәтирә йәлеп итте. Ул Украина ере менән бәйле. Әлеге ваҡытта унда аңлап етмәгән сәйәсәт арҡаһында ҡот осҡос ҡанҡойош барған ваҡытта был хәтирә бик тә урынлы һәм актуаль булыр, тигән уйҙа ҡалам.

Бынан 49 йыл элек була был хәл. 1975 йылда Башҡортостандың байтаҡ райондарында ямғыр яумай. Йәй буйына бер генө тапкыр ямғыр була, уныһы ла июнь башында ғына. Сәсеү эштәре тулыһынса башҡарыла, яҡшы уңыш көтөргә генә ҡала, ләкин...

Рәсих Лоҡмановтың “Илсе ауылы тарихы” китабынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, иң ауыр осор, ысынлап та, 1975 йылда була. Был ваҡытта колхоз менән Мөждәбә Барый улы Сафин етәкселек итә (1972-1975 йылдар). Бойҙай гектарынан 1,7 центнер уңыш бирә. Барлығы иһә 8622 ц ғына уңыш йыйып алына. Хөкүмәткә икмәк һатыу тураһында һүҙ ҙә булмай. Бигерәк тә мал аҙығы әҙерләү бик ауырға тура килә. Силос - 24990 ц, сенаж - 9820 ц, бесән - 5603 ц, һалам 1330 ц ғына әҙерләнә. Һөт һәм ит әҙерләү күрһәткестәре лә ҡыуандыпмай, планға ҡарата бик түбән була. Колхозда эре мөгөҙлө малдарҙың, һарыҡтарҙың, йылҡы малының, сусҡаларҙың һаны кәмей - хөкүмәткә тапшырыуҙан башҡа сара ҡалмай. Йыл дауамында 209 баш эре мөгөҙлө мал һәм 305 баш һарыҡ үлә. Был бик ҙур юғалтыу була. Ғөмүмән, 9-сы биш йыллыҡ әллә ни уңыштар менән һөйөндөрмәй.

Шуға ҡарамаҫтан, бөтә колхозсылар үҙҙәренә йөкмәтелгән яуаплылыҡты намыҫ менән атҡарып сығырға тырыша. Ҡоролоҡҡа ҡарамай тырышып хеҙмәт итеүҙәрен дауам итәләр. 1975 йылдын 2 июнендәге идара йыйылышының ҡарарына ярашлы, мал аҙығы әҙерләүҙә колхоз идараһының бригада советтары, мәктәп, сельпо, ауыл Советы коллективтары ҡатнашырға тейеш була. Ҡабул ителгән план буйынса, ауыл Советына - 10 тонна, балалар баҡсаһы коллективына - 2 тонна, медицина хеҙмәткәрҙәренә – 2 тонна, мәктәп коллективына - 20 тонна, МТМ эшселәренә – 5 тонна, идара эшселәренә 12 тонна япраҡлы мал аҙығы әҙерләргә һәм уны июль айында тамамларға ҡушыла. Тимәк, ҡоролоҡто еңеп сығыу өсөн ауылдың бөтә тармаҡтарында эшләгән коллективтар һәм бөтә ауыл халҡы ҡатнаша. Ямғыр яумағанлыҡтан, бесән әҙерләүҙә ҡыйынлыҡтар килеп сыға. Ағастарҙың япраҡтарына иһә ҡорт төшә һәм сифатын ныҡ түбәнәйтә. Башҡортостандың Юғары Башҡарма комитетының указы буйынса, өҫтәмә аҙыҡ - һалам әҙерләүҙе Украина ерендә ойошторорға һәм ҡоролоҡтан ныҡ зыян күргән хужалыҡтарҙы һалам әҙерләүгә йәлеп итергә тигән ҡарар сығарыла. Был ҡарар Учалы районындағы «Башҡортостан” колхозына ла ҡағыла.

Архив документтарынан күренеүенсә, 1975 йылдың 25 июнендә үткән идара йыйылышында түбәндәге ҡарар ҡабул ителә: Кировоград өлкәһендә “Башҡортостан” колхозы 1000 тонна һалам әҙерләргә тейеш. Унда барыусылар өс бригадаға бүленә, исемлек ошолай була: Жәүҙәт Вәлиев, Хәй Шаһиев, Сәлим Мөхәмәтйәров, Айбар Әхмәҙиев, Фәрит Ханов, Рәүил Сәйҙуллин, Жәүҙәт Аманов, Тажик Сафин, Әғзәм Вәлиев, Муллағәли Ғимаҙиев, Әхмәт Солтанов, Илһам Ғизитдинов, Ғәли Хажиев, Иҙгар Нуриев, Мирхәт Хәкимйәнов, Рим Файзыханов, Айрат Ханов, Ринат Сәғәҙиев, Ришат Әхмәтйәнов, Радик Вилданов, Рәшит Миһранов, Әлфрит Әхмәтвәлиев, Рәүис Абдрахманов, Мирхәт Шәрипов, Ринат Вәлимәсов, Фәрит Мостафин, Закир Сәитов, Рәмил Нуретдинов, Рифат Ғалимжанов, Кәрим Вәлитов, Жәмил Заһиҙуллин, Рәшит Фәттәхов, шоферҙар Нияз Әһлиуллин, Ғаяз Мөхәмәҙиев, Рим Бәҙәмшин.

Был уҙамандарҙың бөгөн күбеһе был донъяла юҡ инде. Иҫәндәренең ҡайһы берҙәре менән осрашып һөйләшергә насип булды.

Ғаяз Мөхәмәҙиев. Ул ғүмер буйы “Башҡортостан” колхозында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, хеҙмәт ветераны:

- Миңә ул ваҡытта 23 йәш ине. Хәтерләүемсә, 1975 йылда ҡар бик аҙ булды. Апрель айында уҡ иртә иреп бөттө. Йәй буйы бер тамсы ла ямғыр яуманы. Беҙ бара торған урын Кировоград өлкәһе, Александровск районы, Ивангород ауылы ине. Ауылдаштарым менән 1-се төркөмдә 28 июнь көнө юлға сыҡтыҡ. Райондан 32 техника: ГАЗ-51, ГАЗ-52, ГАЗ-53 маркалы машиналар, ЮМЗ, МТЗ, Т-40 тракторҙары менән ҡуҙғалдыҡ. Алты көн буйына барҙыҡ, 3075 км юл үттек. Тракторҙарҙы, пресстарҙы поезға тейәп ебәрҙек. Йөк машиналары менән үҙебеҙ юлға сыҡтыҡ. Харьков, Белгород ҡалаларында туҡтап ял иттек. Барып еткәс, эшкә тотондоҡ.

Украин халҡы беҙҙе бик йылы ҡаршы алды. Йәшәү шарттарына килгәндә, улар, Башҡортостан менән сағыштырғанда, бик күпкә етеш йәшәйҙәр ине. Магазиндарында бөтә төр әйберҙәр бар. Климат йылы, беҙ барғанда һары сейә (черешня) бешкән, ҡарбуз баҫыуҙары бик ҙур майҙанды биләй ине. Ундайҙы күргән булмағас, ныҡ аптыраныҡ. Ерҙәр бик уңдырышлы, хатта ергә таяҡ тыҡһаң да үҫеп китергә генә тора. Ямғыр яуһа ла, эште тотҡарлап тормай, шунда уҡ ҡояш сығып, тиҙ генә киптерә һала. Йәшәгән өйҙәренең баштары һалам менән ҡапланған. Унда беҙҙәге шикелле буранан һалынған өйҙәр юҡ, кирбестән йә самандан. Ауылдар йыш урынлашҡан. Беҙҙәге шикелле урам менән ултырмағандар. 3-4 өй, ағай-энеләр бергә ултыралар. Украиндар кәүҙәгә эре халыҡ. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙары эшкә шәп. Ауыр эштәрҙе күберәк улар эшләй. Беҙгә ярҙам итергә тырышып ҡына торҙолар. Һаламды иң беренсе тюклап, ышыҡ аҙбарҙарға ташып өйҙөк. Ямғыр аҫтында ҡалдырырға ярамай. Аҙаҡтан вагондарға тейәп, Башҡортостанға оҙаттыҡ. Йәшәгән шарттарыбыҙ зарланырлыҡ булманы. Үҙебеҙ бешерҙек, көн һайын беребеҙ дежур булды.

Кривой Рог ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һәләк булған яугирҙарға һәйкәл ҡуйылған. Унда беҙ башҡорт, татар фамилиялары яҙылған исемлек менән таныштыҡ. Беҙгә оло ғына бер украин әбейе ошо һуғыш тураһында һөйләне. Совет һалдаттарына рәхмәт уҡыны.

Аҙыраҡ буш ваҡытыбыҙ булһа, ундағы совхозға ярҙам итергә тырыштыҡ. Иген, һалам ташыныҡ, ҡарбуз баҫыуында эшләнек.

Бөгөн барыбыҙҙың да үҙәккә үткән колорадо ҡуңыҙын Башҡортостанға шул йылды беҙ алып ҡайтып “бүләк иттек”. Унан хәҙер бер нисек тә ҡотола алмайбыҙ.

Беҙҙең менән ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә булғыланы. Унда ат аҫраһалар ҙа итен ашамайҙар икән. Ашарыбыҙға йылҡы ите һатып алабыҙ тигәс, аптырашып киттелр. Атты һуйғас, беҙҙең янға бер аҙналай килмәй йөрөнөләр. Һеҙ ниндәй ҡырағай халыҡ ул, тип аптыраштылар. Баҡһаң, улар йылҡы итен сусҡаларға ғына ашата икән. Хатта һыуытҡысҡа ла һалдырмай ҡаңғырттылар. Инәлә торғас, бер мөйөштә генә урын таптылар. Август аҙағында эште тамамлап ҡайттыҡ. Украинала һалам әҙерләгән осор барыбыҙ өсөн дә бик иҫтәлекле ваҡиға булып күңелдәрҙә әле лә һаҡлана, - тип бәйән итте беҙгә ул осорҙағы эш сәфәрен хеҙмәт ветераны Ғаяз Мөхәмәҙиев.

Колхоз осоро - ул үҙе бер оло тарих. Ә ябай колхозсыларҙың хеҙмәте ошо тарихтың бер сағыу бите. Ошо ябай ҙа, бөйөк тә хеҙмәт кешеләренең эштәренә хөрмәт менән ҡарау, улар менән ғорурланыу беҙҙең мөҡәддәс бурыс.

Ҡасандыр гөрләп торған колхоздар хәҙер юҡ инде. Бөтә ғүмерҙәрен, булмыштарын ауылға, тыуған колхозына бағышлаған халыҡ хужалыҡтарҙың тарҡалыуын бик ауыр кисерҙе. Ул данлы йылдарҙы колхозсылар һаман һағынып иҫкә ала. Иҫкә алмаҫлыҡмы ни, йәшлектәре, бөтә ғүмерҙәре колхоз тормошо менән бәйле ине бит...

Идиә ХАЖИӘХМӘТОВА,

Илсе урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Рәсүл ЗАРИПОВ,

Илсе урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы.

 

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас