Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
26 Февраль 2024, 09:49

Ғәлиәхмәрҙә илһөйәрлек тантанаһы

-Ир-егеттәрҙен бурысы -тыуған илде, Ватанды, ата-әсәйеңде ,туғандарыңды һаҡлау-яҡлау, - тине Нәкип ағай һәм был бурысты лайыҡлы үтәү өсөн оҫталыҡ та, алдан әҙерлек тә талап ителә икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуға лә хәрби сәнғәтҡә тура ҡағылышлы ярыштар үткәрҙе.

Ғәлиәхмәрҙә илһөйәрлек тантанаһыҒәлиәхмәрҙә илһөйәрлек тантанаһы
Ғәлиәхмәрҙә илһөйәрлек тантанаһы

23 февраль Ғәлиәхмәр ауылы клубында Ватанды һаҡлаусылар, СССР ғәскарҙарын, Афған еренән сығыуға 35 йыл тулыуы айҡанлы Һәм дә МХО-ла һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә арналған кисә-ярыш үткәрелде.

"Һылыуташ" ойошмаһы ағзалары  Римма Ишбаева, Мәймүнә Лоҡманова, Рәмзиә Мәғәфурова,Рәүилә Мәҡсүтова ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаштылар.

"Оса ҡоштар" йырын башҡарғанда күҙҙәргә йәштәр эркелде. Ә бына “Берлинды кем алған ?” инсценировкаһы, киреһенсә, тамашасыларҙың куңелен күтәрҙе. Дәртле бейеуҙәребеҙ ҙә кисәгә йәм һәм дәрт  өҫтәне.

Артабан һүҙ ауылдашыбыҙ хаҡлы ялдағы уҡытыусы Әйүпов Нәҡип ағайға бирелде.

Ул үҙенең сығышын ауылдаштарын байрам менән ҡотлап, Бөйөк Ватан  

Һуғышында, Афганда һәм МХО -ла һаләк булған ауылдашыбыҙ Ғибаҙуллин Әмирҙе аяғурә баҫып иҫка алыу менән башлап ебәрҙе.

-Ир-егеттәрҙен бурысы -тыуған илде, Ватанды, ата-әсәйеңде ,туғандарыңды һаҡлау-яҡлау, - тине Нәкип ағай һәм был бурысты лайыҡлы үтәү өсөн оҫталыҡ та, алдан әҙерлек тә талап ителә икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуға лә хәрби сәнғәтҡә тура ҡағылышлы ярыштар үткәрҙе. Бик сәмле барҙы был сара.  Автоматты һүтеп-йыйыу буйынса түбәндәге еңеүселәр һәм призерҙар (2-се, 3-сө урынға сығыусылар) билдәләнде:  Азамат Билалов, Йәмил Ғәлин, Фәнүр Мәғәфүров һәм Ислам Ғәлин; ҡыҙҙар араһында – Розалия Йомабаева, Яҙгөл Ишбаева.

Автомат магазинына  тиҙлеккә патрон тултырыу буйынса ярышта: Азамат Билалов, Ислам Ғәлин, Йәмил Ғәлин; ҡыҙҙар араһында - Розалия Йомабаева, Яҙгөл Ишбаева, ә өсөнсө урынға иң йәш ҡатнашыусы Алтынай Билалова сыға. Барыһына ла миҙалдар тапшырыла. Шулай уҡ патриотик сараларҙа актив ҡатнашҡандары өсөн  Инсаф Мәғәфүров, Урал Лоҡманов, Рәүилә Мәҡсүтова, Рәмзиә Мәғәфүрова,  Мәймүнә Лоҡманова, Римма Ишбаева һәм бер төркөм балаларға локаль һуғыштарҙа  ҡатнашыусылар ойошмаһы етәксеһе Рәйес Ҡасимовтың исеменән Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Татлы приздар менән күңелле һәм фәһемле викторина ла үткәрелде. Иң күп һорауҙарға дөрөҫ яуап биргән Мәрүән ағай Ишбаев шоколадты ла күберәк алды.

Ауыл ҡатын-ҡыҙы хәстәрләгән табын артында йәне әңгәмәләр дауам итте. Хәҙрәт Әхмәт ағай Шәйәхмәтов  һуғыштарҙа һәләк булған егеттәребеҙ әрүәхтарына  изге аят-доғалар уҡыны. Бик йылы һәм файҙалы сара булды. Килеүселәр бар ойоштороусыларға, шул иҫәптән ярыш-өсөн кәрәк-ярағын, бүләктәрен йөкләп килгән Нәҡип Әйүповҡа ихлас күңелдән рәхмәт әйттеләр.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас