Юлдаш халҡы Ватанды һаҡлаусылар көнө һәм Ғаилә йылына берсә арналған байрамдарын билдәләр өсөн ғәҙәт буйынса яратҡан Ишбикә тауына йүнәлделәр. Ысынлап та, был түбәнән бик матур күренештәр асыла, урыны ла төрлө саралар өсөн уңайлы.
Байрам байраҡтар янына баҫып “Катюша”, “ Шайморатов генерал” йырҙарын күмәкләп башҡарыуҙан башланды. Ленинград блокадаһы тамамланыуҙың 80 йыллығы, нәҡ Ленинград фронтында йә бөгөнгө көндә МХО-ла алышҡан ауылдаштар телгә алынды. Ошондай ҡыйыу ул үҫтергән ата-әсәләренә рәхмәттәр әйтелде, музыкаль бүләк итеп йырҙар башҡарылды.
Өлгөлө ғаилә – ил таянысы икәнлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынып, быйыл, Ғаилә йылында тыуған бәпестәрҙең исемдәре аталып, тормоштары бәхетле булһын тип изге теләктәр теләнек, яҡындары хөрмәтенә йырҙар башҡарыла.
Артабан тиҙлеккә, сослоҡҡа, мәргәнлеккә ҡоролған ярыштар һәм уйындар йыр-телмәрҙәр менән аралашып барҙы. Атай-әсәйҙәрҙән балалар ҙа ҡалышҡы килмәне, ҡат-ҡат төрлө ярыштарҙа ҡатнаштылар. Ҡырҙа бешерелгән билмән дә айырыуса тәмле булып тойолдо. Уңған хужабикәләр әҙерләгән тәмлекәстәр менән самауыр сәйе лә эсеп туйғыһыҙ татлы булды.
Таҡмаҡ әйтеүселәр бәйгеһе лә бик күңелле үтте. Көн кискә ауышҡансы ауыл өҫтөндә йыр-моңдар яңғыраны. Хатта балалар баҡсаһы сабыйҙары ла йыр башҡарып шатландырҙы. Байрамды музыкаль яҡтан биҙәгән Нәғим Аллаяровҡа, ойоштороу эше менән мәшғүл ҡатын-ҡыҙҙар советына һәм ауыл йәмәғәтселәренә рәхмәт һүҙҙәре байтаҡ ишетелде. Ярыш еңеүселәренә бүләктәр алыуҙа ауыл мәсете лә ярҙам итте, йәмәғәтселәр үҙҙәре лә йыя.
Бик күңелле булды, әммә байрамдың ниндәй датаға бағышланғаны, тап әле яҡташтарыбыҙ яу ҡырында йөрөүҙәре бер минутҡа ла баштан сыҡманы. Шуға ла мәҡәләне ошо шиғри юлдар менән тамамлайым:
Ниндәй ғәрәсәт ҡупһа ла,
Урал тауы һелкенмәҫ.
Шундай бөйөк халҡым барҙа
Илем минең еңелмәҫ!
Һыуыҡ, ҡарлы ҡыштарҙан һуң
Килер еремә яҙҙар.
Оҙаҡламай еңеү менән
Ҡайтыр беҙҙең батырҙар!
Уралдың үҙәндәрендә
Ята ап-аҡ томандар.
Беҙ көтәбеҙ, Еңеү менән
Һау ҡайтығыҙ, уландар!
Мәрйәм Ҡамашева, Юлдаш ауылы.