Алдаҡсы-мутлашыусылар тураһында күпме генә иҫкәртһәк тә, кешеләрҙең күпселеге әйткәнде ишетә белмәй буғай! Бер үк тырма башына әленән-әле баҫалар ҙа, баҫалар.
Оло кешеләргә таныш булмаған номерҙан телефонды бөтөнләй алмаҫ кәрәктер ахыры. БР буйынса эске эштәр министрлығы сираттағы, хәҙер инде ҡәҙимгегә әйләнгән фажиғә тураһында хәбәр итте. Учалы районынан 68 йәшлек пенсионерға билдәһеҙ номерҙан шылтыраталар. Үҙҙәрен мут бәндәләр элемтә операторы һәм “Дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре” порталы хеҙмәткәрҙәре тип алдайҙар. Һәм абзыйҙы ҡурҡытырға керешәләр, йәнәһе лә, уның исеменән ниндәйҙер енәйәтселәр кредит алып маташа, буш урында бурыслы булып ҡалмаҫ өсөн беҙҙең ҡушҡандарҙы теүәл үтә, тип бойоралар. Бахыр пенсионерҙың үҙ аҡсаһы ла йүнләп булмағандыр, 600 мең һумға кредит юллай һалып, бурҙарға күсерә. Башҡа һыймаҫлыҡ бит, йәмәғәт: булмаған бурыстан ҡотолмаҡ булып, ысын бурысға батыу. РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса (“Мутлыҡ”) енәйәт эше ҡуҙғатылыуын ҡуҙғатыла ла ул, әммә енәйәтселәҙең Киев йә Львовтан эш итеүҙәре бик тә ихтимал, шуға күрә тиҙ арала суд алдына баҫтырылыуҙары ла бик икеле. Ә пенсионерға кредитын оҙаҡ түләргә тура киләсәк әле.
Ә күрше Белоретта булған хәлгә көлөрһөң дә, иларһың да....63 йәшлек пенсионер ҡатын интернетта иғланға иғтибар итә. Ниндәйҙер “кәрәмәт эйәһе” сихыр-боҙомдан ҡурсалайым тип вәғәҙә итә икән. Ситтән генә, дистанцион рәүештә. Ҡатын ысынлап та арбалалыр, үҙе һәм яҡындарына ниндәйҙер “рухи ҡалҡан” ҡуйҙырыу өсөн 69 мең Һум күсерә. Бигүк файҙаһы булмағандыр - аңына килеү менән полицияға ярҙам һорап йүгерә.