Йыр - ул ижадсы күңелендәге кисерештәрҙең сағылышы ғына түгел, уның донъяға ҡарашы, йәшәү фәлсәфәһе. Әҫәрҙең ниндәй шарттарҙа ижад ителеүен белеү тыңлаусыға йырҙы тәрәнерәк аңларға ярҙам итә. Шундай рухи ҡомартҡыларыбыҙҙың береһе - башҡорт халыҡ йыры “Илсе Ғайса”.
“Илсе Ғайса” йырының килеп сығыу тарихын журналист Рәүеф Насиров “Совет Башҡортостаны” газетаһы биттәрендә “Тарих яҙыр инем ташына” (1985 йылдың 5-6 сентябрь һандары), “Аҡмулланың аҡ юлынан” (1990 йылдың 31 май-3 июнь һандары) мәҡәләләрендә баҫтыра.
Аҙаштырған болан балаһылай
Яңғыҙ башым ситтә интегәм,
Көндәрен дә төнөн йөрәгем яна,
Иҫемә төшһә тыуған илгенәм...
Оят булмаҫ микән көй көйләргә
Беҙҙең кеүек аҫыл (ахун) ирҙәргә,
Йырлау ғына түгел? иларһың да
Ғәзиз башың йыраҡ илдәрҙә...
“Әгәр ҙә һеҙ Әүеш күле эргәһендәге Ялсығол ауылында йәшәүсе йыраусы Ишкенә Батыршиндан һораһағыҙ, ул, китаптарҙа баҫылған текстарға өҫтәп, түбәндәге юлдарҙы йырлап күрһәтәсәк”, - ти автор.
Параходтар килә парланып,
Тулҡындары килә ярланып.
Минең балаларым йөрөй микән,
Етем бәпкә кеүек зарланып...
Ошо юлдарҙы уҡығас, ирекһеҙҙән һорауҙар тыуа: тыуған иленән ситтә кем шулай “интеккән”? Кем ул билдәһеҙ геройҙың балалары?
Ошондай һорауҙарға яуап эҙләп Рәүеф Насиров йырҙың башҡа өҙөктәрен дә килтереү файҙалы ти.
Иртә тороп тышҡа сыҡтым
Амур йылғаһының буйына.
Ултыра ла торғас, көй көйләнем,
Төрлө хәсрәт килеп уйыма.
Владивосток тигән ҡалаларҙа
Сәйфелмөлөк тигән ерҙәр бар.
Был доньяларҙа беҙҙең кеүек
Олуғ хәсрәт күргән кемдәр бар?
Учалы районы Мансур ауылы кешеһе Байегетов Сәләхетдин яҙып алған ошо юлдарҙа географик атамалар ап-асыҡ күрһәтелгән һәм бөтә строфаларға ла бер үк нәмә хас - улар патриотик тойғо менән һуғарылған. Тыуған ил, ғәзиз ер темаһы ярылып ята. Күрәһең, шуның өсөн дә халыҡ уны үҙ иткән, тарихи йыр поэзияһының алтын фондына индергән. Шулай итеп, кем йырҙың геройы? 1978 йылда сыҡҡан “Бәйеттәр” йыйынтығында тап “Ғайса”лағы кисерештәргә оҡшаш һүҙҙәрҙе, атамаларҙы осратырға мөмкин:
Ҡытайҙарға сыҡтыҡ беҙ, Япондарҙы күрҙек беҙ. Алты ҡаҙаҡ сохори илән
Ун ике көн торҙоҡ беҙ.
Бынан башҡа төрлө миҫалдар менән сағыштырыуҙар нигеҙендә: Эйе, бында шикләнерлек урын ҡалмай: “Ғайса” йөкмәткеһе менән дә, тышҡы төҙөлөшө менән дә рус-япон һуғышы дәүерендә ижад ителгән ауыҙ-тел әҙәбиәте әҫәрҙәре рәтенә инә. Шулай ҙа, “Ғайса”-ның нигеҙендә төп сығанаҡ булып тарихи ваҡиға - һуғыш ятһа ла, автор уның сәйәси сәбәптәрен асып бирмәй. Уның бөтә уйы, ғәме – алыҫта тороп ҡалған тыуған илендә. Йыр күберәк лирик йүнәлештә үҫеш алған һәм геройҙың шәхси эске тойғоларын һүрәтләй – тип һығымта яһай мәҡәлә авторы.
“Военная история башкир” тигән энциклопедияның 299-сы битендә Ғайса Рәсүлевтың тыуған йылы 1866 йыл тип күрһәтелә. Ләкин быны техник хата тип ҡабул итергә кәрәк. 4 урынына 6 яҙылған опечатка. Филология фәндәре докторы М. Нәҙерғоловтың Ғайса Рәсүлев тураһында архив документтарына таянып “Ислам в Башкортостане” энциклопедияһына бына ниндәй мәғлүмәт бирә.
“Рәсүлев Ғайса Фәтхулла улы (1846 йылда Ырымбур губернаһы Троицкий өйәҙе Туңғатар волосы Шәрип (икенсе исеме Ауаз) ауылында тыуған – 1921 йылдың 29 июлендә АСБР-ҙың (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Тамьян-Ҡатай кантоны (хәҙер Учалы районы) Иҫке Байрамғол ауылында вафат булған.) – танылған башҡорт шағиры һәм дин эшмәкәре. Троицкий өйәҙе Туңғатар волосы ахуны. 1859 йылда үткәрелгән 10 ревизия (халыҡ иҫәбен алыу) материалдарына ҡарағанда, Ырымбур губернаһы Троицкий өйәҙе Ауаз (Шәрип) ауылында Фәтхулла Рәсүлевтың ике улы –Ғайса - 1846 йылда, ә Муса 1848 йылда тыуғандар. Ғайсаға – 14, Мусаға 12 йәш булған ул саҡта. Тимәк, Ғайса 1846 йылда, ә Муса 1848 йылда тыуғандар. Уларҙың атаһы Фәтхулла менән Зәйнулла ишан ағалы–ҡустылы бер туған булғандар.
Троицкиҙағы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлағас, тыуған өйәҙендәге Ялсығол ауылында имам-мөхтәсиб һәм мөҙәрис булып хеҙмәт иткән. Рус-япон һуғышы башланғас, хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1904-1905 йылдарҙа 3-сө Манжур армияһының штабында полковой мулла булып хеҙмәт итә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн III дәрәжә Изге Станислав ордены менән бүләкләнә. Демобилизацияланғас, кире Ялсығол ауылына ҡайтҡан, аҙаҡ үлгәнгә тиклем Иҫке Байрамғол ауылында йәшәгән. Заманында халыҡ араһында әүлиә тип ҙур танылыу тапҡан. Легенда буйынса, ул вафат булғас, ҡәбере янында ер аҫтынан изге шишмә сығып аға башлаған һәм кешеләр уның һыуын дауа итеп ҡулланғандар. Беҙҙең көндәргәсә Ғайса ахундың бер нисә шиғри әҫәре һаҡланып ҡалған. Мәҫәлән, Муса ахун Рәсүлевтың хәҙерге көндә Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Көнсығыш ҡулъяҙмалары фондында һаҡланған ғәрәп яҙмаһында ҡулъяҙма китабында Ғайса ахундың ҙур ғына күләмле ике шиғыры теркәлгән. Улар, асылда авторҙың үҙенең улына төбәп яҙылған васыятнәмәләре булып тора. Әҫәрҙәр тотошлайы менән өгөт-нәсихәткә ҡоролған һәм төрки шиғриәтендә урта быуаттарҙан уҡ килгән традицион ҡалыпта ижад ителгән. Халҡыбыҙҙың яратып йырлаған Илсе Ғайса (Ғайса ахун) йыры туранан-тура Ғайса Рәсүлевкә бәйләнгән. Легенда буйынса, 1904 йылдың 30 октябрендә бер туған ҡустыһы Муса үлеп ҡалғас, Ғайса ахун ҡайғыһынан бәйет ижад иткән һәм йырҙың нигеҙенә ятҡан да инде”.
“Военная история башкир” энциклопедияһының 292-се битендә 1877 йылда Рус армияһының регуляр хәрби частәренә имамдар һәм муллалар штаты булдырылыуы тураһында яҙылған. (Р.Н. Рәхимов, А.Ш. Ярмуллин). Рус-япон һуғышы башланыуы менән Ырымбур мөфтөйө М. Солтанов 1904 йылдың 4 февралендә Рәсәй Хәрби министрлығына тәҡдимдәре менән хат яҙа. Яуап итеп, Рәсәй Хәрби командованиеһы һуғыш осоронда мосолман дини эшмәкәрҙәренең хәрби частәрҙәге урынын билдәләй. (1904-1905 йылғы Рус-япон һуғышында 200-ләп мулла ҡатнаша). Ошо тәңгәлдә Рәүеф Насиров мәҡәләһенә ҡабаттан мөрәжәғәт итәйек. “Тыуған илгә хеҙмәт итеүҙе үҙенсә аңлаған Ғайса һуғышҡа китергә теләк белдерә. Рәсүлевкә Алыҫ көнсығышҡа сығып китеүе еңел булмағандыр. Тап ошондай мәлдәрҙә тыуғанға оҡшай түбәндәге юлдар”, - тип яҙа мәҡәлә авторы.
Йүгереп кенә барып менәр инем
Тая икән Әсәт таштары.
Уйламаған ергә китә икән,
Ир-егеткәй ғәзиз баштары.
Әүеш кенә күлдең утрауында
Ҡалды минең ҡайыш дилбегәм.
Ҡалманы ла ҡайыш дилбегәм,
Ҡалды ла нәҙек билгенәм.
1904 йылдың 14 майында Николай икенсе һуғыш осоро ваҡытында Манжур армияһының һәм Приамурье хәрби округының штабтарына муллалар өсөн берәр штат булдырыу ҡарарын сығара. Ошо уҡ йылдарҙа хәрби духовенство структураһы ла барлыҡҡа килә.
Алыҫ көнсығышта Владивосток, Хабаровск ҡалаларын үтеп, Ғайса Рәсүлев Манжур армия сафында полковой мулла булып яу яланына инә. Үҙенең полкы менән булған барлыҡ ауырлыҡтарҙы кисерә. Алғы һыҙыҡта була уның урыны. Яу яланында Ғайса ла ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтә. ...Рус армияһының дүрт батальоны (ҡайһы берәүҙәре дүрт полк та тиҙәр) ҡамауҙа ҡалғас, Ғайса ниндәйҙер әмәлен табып, ғәсҡәрҙе дошман ҡамауынан алып сыға һәм уны һәләкәттән ҡотҡара. Ошо батырлығы өсөн ул “Георгий тәреһе”, исемле ҡылыс менән наградлана, үҙе генерал чинына үрләтелә. Был ысынлап та шулай булғанмы, түгелме, документаль материалдар табылғаны юҡ, әммә халыҡ күңелендә Ғайса үҙенсәлекле, батыр булып урын алған, - тип яҙа Р. Насиров. Үрҙә әйтелгәндәрҙе иҫбатлаусы - награда документы табылды. Уны Әхмәт Зәки Вәлиди китапханаһы директоры, тарихсы, бөгөнгө көндә МХО сафындағы Марат Миңлеғәле улы Зөлҡәрнәев ошо документтың күсермәһен бирҙе. 1904 йылдың нояберендә ойошторолған 3-сө Манжур армияһы штабына ахун итеп Ғайса Рәсүлев тәғәйенләнә. 1906 йылдың 2 мартында 3-сө Манжур армияһының ахуны Ғайса Рәсүлев. Япондарға ҡаршы күрһәткән батырлығы өсөн “Изге Святослав” 3-сө дәрәжә одены, ҡылыс һәм бант менән бүләкләнә. (“Народы Южного Урала на страже Родины”, 46-сы бит. Ырымбур, 2014 йыл).
“Әүеш ауылы аҡһаҡалдары Ғайсаның ҡыҙыл лампаслы салбар кейгеләгәнен, Үзбәкстанға күсеп киткән ҡыҙында “Георгий тәреһе” күреүҙәрен һөйләй. Был турала Һөйөндөк ауылы кешеһе, заманында Аҡмулла менән дуҫ булған Камалов Шәйхетдиндең үҙ улына һөйләп ҡалдырған хәтирәләре лә иғтибарға лайыҡ. Камалов та Япон һуғышында ҡатнашҡан. Ғайсаны күреп йөрөгән. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, ул һәр саҡ Ғайсаны маҡтап, йырҙарын йырлап ултырыр булған. Рус-япон һуғышынан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан Ғайса ахун Әүеш күленең утрауына урынлаша. Уға һәүетемсә генә йәшәү эләкмәй. Күрше казак станциялары менән әленән-әле ыҙғышып, йәки икенсе төрлө бәләләргә тарып ярлы-ябағаның ағай-энеһе уға өҙлөкһөҙ ярҙам һорап килә. Бындай осраҡтарҙа Ғайсаға еләнен һалып, хеҙмәттән алып ҡайтҡан хәрби кейемдәрен кейеп, уҡалы погондарын тағып юлға сығыуҙан башҡа әмәл ҡалмай. Һөҙөмтәлә казактар генералдың һүҙен ҡыймай, тотҡондо сығарғандар, хатта үҙҙәре үк Әүешкә оҙатып ҡуйғандар”, - тип яҙа үҙ мәҡәләһендә Р. Насиров.
Ҡыҙыл лампаслы салбар, хәрби кейемдә уҡалы погон. Ауылдаштары күңелендә һаҡланып ҡалған был факттар нимәне аңлата, һуң?
...Офицер мундиры һәм салбары рядовой һалдаттарҙыҡы кеүек үк, тик салбар балаҡтары ситенән ҡыҙыл лампас тегелгән булыуы менән айырылып торған. Шулай уҡ мундирҙа ҡаты погон булырға тейеш. Тимәк, лампаслы салбары уның офицер булыуын күрһәтә. Хәрби мундирҙа уҡалы погон булыуы нимәне аңлата һуң? Уҡа - эполет, пазумент, тип тәржемә ителә. 1882 йылда драгун полктарының түбәнге чиндары мундирҙарынан эполеттар алына. 1908 йылда ғына эполеттар яңынан түбәнге чиндарға ҡайтарыла. Шулай итеп, 1904-1905 йылдарҙа булған Рус-япон Һуғышы осоронда эполеттар тик юғары чин офицерҙарының мундирҙарында (парадная форма) ғына була. Мундирҙағы уҡалы погондарҙың булыуы Ғайса ахундың юғары офицер составына тиңләтелгәнлеген күрһәтә. Награда ҡағыҙында “Ахун штаба III Манжурской Армии”, тип яҙылған. ...Хәрби ахун - уҡымышлы, хәрби муллалар һәм мөәзиндәр менән етәкселек итә. Ахун дәрәжәһе Эске эштәр министрлығы, Ырымбур дини назараты һәм хәрби ведомствоһы тарафынан тәғәйенләнә.
Муллалар һәм священниктарҙы һуғыш осоронда, дәрәжәһенә ҡарап, хәрбиҙәргә тиңләйҙәр. Үрҙә күрһәтелгән структураға ярашлы, 3-сө Манжур армияһының штабы ахуны дәрәжәһе менән, генерал-мойор статусына тап килә тип әйтергә була. Тимәк, Ғайса ахун генерал-мойор статусында хеҙмәтен тамамлай. “Совет Башҡортостаны” гәзитендә 1995 йылдың 4 мартында баҫылып сыҡҡан Сабир Йыһаншиндың “Йырлау ғына түгел, таҡмаҡларһың” тигән мәҡәләһенән әлегә билдәле булмаған яңы мәғлүмәттәр менән танышабыҙ. Ул Әүеш күленең утрауында Ғайса ахунды белгән бер бабай менән осрашыуы хаҡында яҙа: “Көн эҫе булғас, бабайҙы күләгәләге өҫтәл артына ултыртып, сәй менән һыйланыҡ. Бер аҙ хәл алғас, ул һүҙ башланы: “Райондан килгән начальниктарҙан, Ғайса хәҙрәт тураһында һорашам. Күптәренең ишеткәндәре лә юҡ. Эй, заманалар тигәнең. Ошондай кешене лә онотоп баралар”, - тип әсенде ҡарт. Бик уҡымышлы кеше ине, -тип һөйләүен дауам итте бабай. Беҙҙең мәктәпкә лә йыш инеп йөрөр ине. Бер килгәнендә үҙенең шиғырын башҡортса, һуңынан русса, ғәрәпсә, фарсы телендә уҡып шаҡ ҡатырҙы. Мал артынан ҡыуманы. Бер ат, бер һыйыр. Биш-алты баш һарыҡ аҫыраны. Ике бүлмәле йорто булды. Эске бүлмәһе китап шкафтары, кәштәләре менән тулған ине. Баҡсасылыҡ менән ихлас шөғөлләнә”.
Ауыл халҡын тәфтишселәрҙән һаҡлағанда, башында - сәллә, өҫтөндә орден, миҙал тағылған ҡупшы офицер формаһы тураһында, Туңғатар менән Поляковка ауылдары араһында Ырымбур губернаторы менән осрашыуы хаҡында бабайҙың һөйләүен дә яҙа. “Машина алдан йәйелеп ҡуйылған ҙур келәм эргәһенә килеп туҡтаны. Губернатор машинанан төшөп, йыйылған кешеләргә күҙ йүгертте. Хәҙрәтте күреп, уның яғына атланы. Күптәрҙе аптыратып, улар ҡосаҡлашып күреште. Урыҫ байҙары, баштарын түбән эйеп, оло ҡунаҡты ҙур палатка эсендә әҙерләнгән табынға саҡырҙы. Ул ситтәрәк торған Ғайса хәҙрәтте ҡултыҡлап, байҙар, поптар төркөмө уртаһында палаткаға йүнәлде. Кем булды һуң ул губернатор? Ул, Рус-япон һуғышында 3-сө Манжур армияһы составында 44-се пехота девизияһы командующийы генерал-лейтенант Ожаровский Владимир Федорович була. Ырымбур казактары ҡәскәренең наказной атаманы (губернаторы) булып сыҡты (1906-1911). Тимәк, улар бер-береһен белеп, күрешеп йөрөгәндәр. 1908 йылда инспекция менән йөрөгән ваҡытта, алдан хат аша һөйләшелгән буйынса, улар Туңғатар менән Поляковка араһында осрашалар”. Килтерелгән мәғлүмәттәр менән генә лә танышҡандан һуң Илсе Ғайсаның, һис шикһеҙ уҡымышлы ахун, батыр яугир, илһөйәр кеше, бар яҡтан да килгән ир-уҙаман икәнлеген аңлайбыҙ.
Абыстайының һағынып йырлаған йыр юлдары аша Ғайса ахундың ҡурайҙа уйнауын, үҙенең шиғри форма алған хаттарынан көй көйләүе, йыр йырлауы тураһында ла белдек.
Ҡурайыңдың моңло тауышы, Арҡаларҙа үҫкән ҡураймы? Һағындыңмы, тиеп һорайһың,
Һағынмаһа кеше илаймы?
Күреүебеҙсә, Илсе Ғайса йырының авторы бар. Ул - Ғайса Фәтхулла улы Рәсүлев. 1846 йылда Шәрип ауылында тыуған. Абыстайы – Хөббиямал. Ике улы була. Талха исемлеһе Беренсе донья һуғышында офицер чинында ҡатнаша. Революциянан һуң Зәки Вәлиди менән бергә башҡорт халҡының үҙ аллылығы өсөн көрәшә. Таяр исемле улы 1920 йылда Шәрип ауылында вафат була. “Икенсе ҡатынынан ике ҡыҙ ҙа бер улы бар ине, - тип иҫләй Ғ. Ҡорамшина. - Малайҙары һыуҙа батып үлде, йыр шуға ҡарата сығарылған булырға тейеш”.
Шулай итеп беҙ Ғайса Рәсүлевтың Рус-япон һуғышында, 3-сө Манжур армияһының штабында генерал-майор дәрәжәһенә тиңләтелгән ахун вазифаһын башҡарғанын, күрһәткән батырлығы өсөн “Изге Станислав” 3-сө дәрәжә ордены, исемле ҡылыс һәм бант менән наградланғанын, Алыҫ көнсығыштан шиғри формала ғаиләһе менән хат алышыуын, һуғыштан йөрөп ҡайтҡас, Әүеш күленең утрауында йәшәүен, 1921 йылда Әүеш тауы менән Әүеш күле араһында урынлашҡан ауыл зыяратында абыстайы менән ерләнгәнлеген белдек. Ғайса ахун үҙенең ижады менән башҡорт халыҡ ижадында, һис шикһеҙ, үҙ эҙен ҡалдырҙы.
Ҡара ҡытат елән, ай, иңемдә,
Ҡара ебәк билбау билемдә.
Башҡайҙарым ситтә йөрөһә лә,
Күңелкәйем тыуған илемдә.
Мәҡәлә журналист Рәүеф Насировтың эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә яҙған мәҡәләләре, Сабир Йыһаншиндың тарихи мәғлүмәттәренә таянып әҙерләнде.
Марат ТУЛЫБАЕВ.