Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март , 10:12

Барыбыҙ ҙа аҡыллы!

Команда баланан һәм уның берәй яҡын кешеһенән торҙо. Аҡыллылар уйынына олатайҙар  ҙа бик ихлас ҡушылған.

Барыбыҙ ҙа аҡыллы!
Барыбыҙ ҙа аҡыллы!

Уральск ауылында ғаилә шахмат турнирҙары быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелде һәм, тәбиғи, Ғаилә йылына бағышланды.

Команда баланан һәм уның берәй яҡын кешеһенән торҙо. Аҡыллылар уйынына олатайҙар  ҙа бик ихлас ҡушылған. Барлығы 14 команда көс һынашты, судьялар – өҫтәмә белем биреү педагогтары  Динара Мөжәүирова һәм Вәзир Йәғәфәров.

Ике категорияла урындар түбәндәгесә бүленде:

Бала 10 йәштән кесерәк төркөмдә – 1-се урын – Мөжәүировтар, 2-се урын – Шаһимарҙановтар, 3-сө урын – Рябцевтар.

Бала 10 йәштән олораҡ төркөмдә – 1-се урын – Юлдашев-Динисламов, 2-се урын – Астанов-Закиров, 3-сө урын – Камаловтар.

Семен Рябцевҡа яңы ғына 7 йәш тулған булһа, хөрмәтле Рәфҡәт ағай М!жәүировҡа – 77.

-Мәктәптә лә,   “Ирәмәл” ижад үҙәгендә лә шахмат түңәрәктәре эшләп килә, ә бындай турнирҙар уйындың популярлығын тағы арттыра, - ти  Динара Рәис ҡыҙы.- Балалар өсөн айырыуса файҙары. Беренсенән, заман балаларына  гиперактивлыҡ хас, ултырған урында сыҙай алмайҙар, бында иһә сабырлыҡҡа, иғтибар туплауға өйрәнәләр. Икенсенән, тормошта отоу ғына түгел, отолоу ҙа булғанлығына төшөнөләр, лайыҡлы кисерергә, киләһе ярышҡа нығыраҡ әҙерләнергә тырышасаҡтар. Өсөнсөнән,  үҙ ҡарарың өсөн тап үҙең яуап биреү,  алдан уйлап эш итеү кәрәклеге был уйында айырыуса асыҡ сағыла. Ә иң мөһиме – башты эшләтә һәм ғаилә ағзаларын уртаҡ ҡомар тағын да нығыраҡ туплай!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: