Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Март , 09:08

"Выжданһыҙ сәнәғәтселәргә тура әйтәм – беҙҙең районда артабан эш алып бара алмаясаҡһығыҙ, бының өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын!"

Төп өлөштә кешеләр үҙҙәре лә аңлап тора: ерҙә алтын бар икән, уны барыбер кемдер, ҡасандыр  сығарасаҡ.  Шул уҡ ваҡытта ҡәтғи талаптары – тәбиғәтте һаҡлау закондары һәм ҡағиҙәләре теүәл үтәлһен. Шулай уҡ, беҙҙең ерҙә байыйҙар икән, беҙгә лә файҙаһы булһын – төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә өлөш индерһендәр ине, тигән хаҡлы теләк яңғыраны.

"Выжданһыҙ сәнәғәтселәргә тура әйтәм – беҙҙең районда артабан  эш алып бара алмаясаҡһығыҙ, бының өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын!"
"Выжданһыҙ сәнәғәтселәргә тура әйтәм – беҙҙең районда артабан эш алып бара алмаясаҡһығыҙ, бының өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын!"

БР Хөкүмәте вице-премьеры-хөкүмәт аппараты етәксеһе А.Ф. Абдрахманов Учалыға эш сәфәре менән килеп, Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу эшмәкәрлеге һорауҙары буйынса ведомство-ара комиссияһының күсәмә ултырышын үткәрҙе.

Ә унан бер көн алда Тунғатар һәм Илсеғол ауыл ултыраҡтары халҡы менән осрашып, бөтә дәғүәләре, тәҡдимдәре менән урында танышты.

 -Кем, ҡайҙа, кемдең рөхсәте менән ҡаҙына – беҙ был хаҡта хәбәрҙар түгелбеҙ! Алтын кәсепселәренең үҙҙәренән һораша башлаһаң, аныҡ ҡына яуап алырмын тимә, йәнәһе лә, барыһы ла ал да гөл, йә, бөтөнләй, янай ҙа башлайҙар. Ҡар асылғас тағын да килегеҙ, күпме ер аҡтарылғанлығын үҙ күҙегеҙ менән күрерһегеҙ! –кеүек хәбәрҙәр ишетелгеләй. Айырым бәлә – “ҡара кәсепселәр”, ти. Кемдер техника һәм тотош төркөм хеҙмәткәрҙәр менән   йәшерен килә лә, алан-йолан ҡаҙынып, тиҙҙән юҡ булалар. Ундайҙарға яҡын йөрөмәүҙе хуп күрәләр – әллә предприятие вәкилдәре, әллә торғаны бер бандиттар...

Вице-премьер йыйылыусыларҙы ышандырҙы – комиссия Учалы районында айырыуса ныҡлап тотондо, мотлаҡ тәртип урынлаштырыласаҡ.

Төп өлөштә кешеләр үҙҙәре лә аңлап тора: ерҙә алтын бар икән, уны барыбер кемдер, ҡасандыр  сығарасаҡ.  Шул уҡ ваҡытта ҡәтғи талаптары – тәбиғәтте һаҡлау закондары һәм ҡағиҙәләре теүәл үтәлһен. Шулай уҡ, беҙҙең ерҙә байыйҙар икән, беҙгә лә файҙаһы булһын – төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә өлөш индерһендәр ине, тигән хаҡлы теләк яңғыраны. Ыңғай миҫал итеп “Алтын Яр” компанияһын килтерәләр – эшкә лә урындаға кешеләрҙе алалар, төбәктәге проблемаларҙы хәл иткәндә булышлыҡ итәләр, рекультивация тураһында ла онотмайҙар. Был йәһәттән һуңынан «Карано-Александровское» и «Башҡорт алтын табыу   компанияһы» адресына ла рәхмәт ишетелә.

Халыҡты “Кесе Ҡаран” ятҡылығында алтын миҡдарлы мәғдәнде байытыу фабрикаһы төҙөү мәсьәләһе лә борсой – тирә-яҡ мөхиткә зыянлы түгелме? «Карано-Александровское» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте  Учалы районында 300 гектарҙы ҡуртымға алған (Вознесенка, Поляковка, Балбыҡ, Туңғатар ауылдары тирәһендәрәк участка). Фабрикала гидрометаллургия ысулы менән мәғдән эшкәртеләсәк, тип хәбәр ителде. Йәмғиәт етәксеһе Ирек Ғиззәтулин, цианлаштырыу процесы ябыҡ контурҙа үтәсәк, ағыулы матдәләр йоғонтоһо минималләштереләсәк, тип  белдерә. Ишетеп белеүебеҙсә, Вознесенка һәм Поляковкала халыҡ йыйылыштары үтеп, фабрика проектын экология экспертизаһына йүнәлтеү тураһында ҡарар ҡабул иткәндәр, Туңғатар ауыл ултырағында ла инициатив төркөм тупланған. Азамат Абдрахманов та был мәсьәләне  контролдә тотасаҡбыҙ, тип белдерҙе. Беҙҙең ҡарамаҡҡа, бик тә лайыҡлы позиция: “Заралы!” йә “Зарарһыҙ!” тип ҡоро тамаҡ ярыуҙан бер фәтеүә юҡ, химик матдәләр тураһында һүҙ барғанда, мотлаҡ вәкәләтле белгестәр үҙ фекерен әйтергә һәм һығымталары өсөн яуаплы булырға тейеш!

Бөгөнгө көндә Учалы районында алтынлы участкаларҙа эш итергә 47 лицензия ғәмәлдә, тип хәбәр ителде,  ултырышта, шул иҫәптән: 33 – геологик тикшереү, 5 – разведка һәм табыу, 9 – комплекслы. Шулай итеп, 14 лицензиаттың алтын сығарыу менән шөғөлләнергә хоҡуғы бар.

-Былтырғы йыл аҙағынан  комиссия эргәһендә Учалы районы буйынса эш төркөмө ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың паспорттарын төҙөү менән мәшғүл. Был иһә бөтә дәүләт структураларына эштәрен көйләргә, шул иҫәптән закон боҙоуҙарға үҙ ваҡытында кәртә ҡуйырға ирек бирә. Проект документацияларына анализ эше лә йәйелдерелде. Предприятиеларҙың ниндәй эшмәкәрлеккә хоҡуҡтары булыуы һәм ысынбарлыҡта ни эшләүҙәре асыҡ күренәсәк, геологик тикшереү һылтауы менән алтын кәсеп итһәләр, яуапҡа тарттырып буласаҡ, -тип иҫәпләй БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

Ә Азамат Абрахманов комиссия ултырышын ошолай баһаланы: ““Комиссия РБ Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы менән ойоштороғайны.  3 йылда байтаҡ эш башҡарылды, шул иҫәптән алтынға алынған 60-лап лицензияның 13-ө ғәмәлдән сығарылды. Рекультивация эштәренә этәргес көс бирелде. 2030 йылға тиклем алтынға лицензияларға мораторий иғлан ителде, был әле эшләгән компанияларҙы яҡшылап тикшерергә ирек бирә. Республикабыҙҙа ер аҫты байлыҡтарын табыу мотлаҡ рәүештә тейешенсә генә башҡарыласаҡ, кемдәр беҙҙе ишетмәй – һаубуллашасаҡбыҙ!”

Был сара барышында Учалы районы хакимиәте һәм айырым  ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар араһында ( “Утлыҡташ”, “Седьмой цех”, “Аҡ Булат” предприятиелары) этаплы рекультвация, йәғни учаскаларҙы тергеҙеү тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

-Төбәгебеҙҙә алтын борондан табыла, - тип билдәләй үҙ сығышында район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов.- Дәшһәтле Бөйөк Ватан һуғышы дәүерендә Учалы руднигы хеҙмәткәрҙәре СССР Оборона Комитетының күсмә Ҡыҙыл Байрағы менән юҡҡа билдәләнмәй, был награда 1946 йылдан мәңгелеккә Учалыла ҡалдырылды. Әле лә Ватаныбыҙ өсөн ҡатмарлы дәүер, бар ил еңеү хаҡына берләште. Тик бына элек зиннәтле металл дәүләт ҡаҙнаһына тура йүнәлтелһә, хәҙер аңлашылмағаныраҡ урындар ҙа килеп сыҡҡылай. Ә алтын кәрәк, шул иҫәптән илдең оборона ҡеүәтен юғары тотоу өсөн. Шуға ла выжданһыҙ сәнәғәтселәргә тура әйтәм – беҙҙең районда артабан  эш алып бара алмаясаҡһығыҙ, бының өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: