Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март , 12:57

Утта янмай, һыуҙа батмай!

Ҡазан ҡалаһында үҫә бит, ә унда үткән быуаттың аҙаҡтарында йәштәр енәйәтселеге ныҡ таралған була (кем “Слово пацана” сериалын ҡараған, яҡшы күҙ алдына килтерә алыр). Башҡа секцияларға йыраҡ барыр кәрәк, икенсе райондарҙың үҫмерҙәр шайкалары килмешәктәрҙе һағалап йөрөйәсәк, көн бирмәйәсәк... Ә Ҡабан күлендәге  “Динамо” йәмғиәте базаһы “үҙ райондарында”, йортҡа яҡын урынлашҡан. Шуға ла 11 йәшлек Андрюша ишкәк ишә башлай. “Динамо” – эске эштәр министрлығы клубы, тренер булып отставкалағы милиционерҙар эшләй, уларҙың өйрәсектәренә өйөрҙөргө тупланған йәш хулигандар  яҡын килергә лә шөрләй. Юҡҡа ғына түгел, үҫеп нығынғас, Андрей Викторович ярты ғүмерен тәртип һаҡлауға бағышламағандыр!

Утта янмай, һыуҙа батмай!
Утта янмай, һыуҙа батмай!

Учалы ҡалаһында йәшәгән атаҡлы спортсы  Андрей Викторович Саженков тураһында ҡолаҡ сите менән булһа ла, ишеткәнегеҙ барҙыр. Ҡышҡы, йәғни боҙло һыуҙа йөҙөү буйнса ил, хатта, донъя кимәлендә даны сыҡҡан кеше бит ул. Ә бит был төр ярыштарға олоғая башлаған көнөндә генә ылыға. Был хаҡта аҙағыраҡ, ә башта иң ҙур ҡаҙаныштарын телгә алайыҡ. 2018 йыл “Байкал миляһы” Халыҡ-ара ярышында ни бары 3 градус температуралағы  һыуҙа 1 километр йөҙөп, гипотермияға, йәғни, ныҡ өшөүҙән тән ҡатыуына ҡарамаҫтан, үҙ аяғында финиш һыҙығына атлап етергә көс таба. Эйе, байтаҡ спортсыларҙың  экстремаль көсөргәнештән һуң,  һыуыҡ һыуҙан  үҙаллы сығырға ла рәттәре ҡалмай, әммә аяҡҡа баҫа алмайҙар икән, ярыш күрһәткесе ғәмәлдән сығарыла. Ошо,  “көмөш” миҙалдан һуң Андрей Викторовичтың ҡаҙаныштары бермә-бер арта. 2019 йыл Донъя Кубогында үҙ йәш төркөмөндө (1962 йылғы) беренсе була. 2020 йыл Ҡытайҙа Халыҡ-ара ярыштарҙа 100 һәм 500 метр дистанцияларында “алтын” миҙалдар яулай, 2022  йыл РФ Чемпионатында бер “алтын”, дүрт “көмөш” миҙалдарға ирешә. Быйыл, 62 йәшендә, Ҡышҡы йөҙөү федерацияһы ярыштарынан “бронза” миҙал алып ҡайтты. Һанай башлаһаң күп инде: йәмәғәтселек араһында киң резонанс тапҡан Новороссийск-Севастополь эстафетаһында (18 көндә 555 саҡрым), “Рәсәй рекордтары” акцияһы сиктәрендә Курган-Тобольск эстафетаһында (15 көндә 730 километр) ҡатнашыу һәм башҡа күп.

Индеец уйнай торғас

 Мәҡәлә геройы боксер, кәрәшсе йә шпага оҫтаһына әйләнеү ихтималы ла юғары булған икән. Үҙе әйтеүенсә, тиҫтәләп спорт төрө менән ҡыҙыҡһына, шулай ҙа каноэ кәмәһендә ишеүгә өҫтөнлөк бирә. Ниңә? Ҡазан ҡалаһында үҫә бит, ә унда үткән быуаттың аҙаҡтарында йәштәр енәйәтселеге ныҡ таралған була (кем “Слово пацана” сериалын ҡараған, яҡшы күҙ алдына килтерә алыр). Башҡа секцияларға йыраҡ барыр кәрәк, икенсе райондарҙың үҫмерҙәр шайкалары килмешәктәрҙе һағалап йөрөйәсәк, көн бирмәйәсәк... Ә Ҡабан күлендәге  “Динамо” йәмғиәте базаһы “үҙ райондарында”, йортҡа яҡын урынлашҡан. Шуға ла 11 йәшлек Андрюша ишкәк ишә башлай. “Динамо” – эске эштәр министрлығы клубы, тренер булып отставкалағы милиционерҙар эшләй, уларҙың өйрәсектәренә өйөрҙөргө тупланған йәш хулигандар  яҡын килергә лә шөрләй. Юҡҡа ғына түгел, үҫеп нығынғас, Андрей Викторович ярты ғүмерен тәртип һаҡлауға бағышламағандыр!

-Был спортҡа ылығыуҙың йәнә бер сере бар, - тип йылмая әңгәмәсе.- Ул дәүерҙә индеецтар тураһында киноларҙы күп күрһәтәләр ине. Ә ҡыйыу индеецтар тап каноэ кәмәләрендә хәрәкәт итә. Уларға оҡшарға тырышып, ишкәк ишеү күнекмәләре араһында, ҡулдан яһалған уҡ-һаҙаҡ, һөнгө тотоп яр буйында күп  йүгерештек.

 Ошолай индеец булып ҡылана һәм тәжрибәле тренерҙарҙың әйткәнен теүәл үтәй торғас, 18 йәшендә генә РСФСР чемпионы, спорт мастеры дәрәжәһенә ирешә! Беҙ быны аңламайбыҙ инде, әммә һан менән дә тасуирлайыҡ – 500 метрҙы 2 минут 4 секундта йөҙөп үтә. Әйткәндәй,  хәҙер телевизорҙан төшмәгән шоумен Никита Джигурда ул саҡ өмөтлө ишкәксе булған икән, ул да был чемпионатта ҡатнашҡан була.

Тәүге сынығыу

Аҙағынан ҡышҡы йөҙөү менән шөғөлләнеүенә лә тәү нигеҙ тап шул йылдарҙа һалына.  Үлемесле хәүеф менән һалына! Күл туңған миҙгелдә лә күнекмәләрҙе туҡтатмаҫ өсөн ишкәкселәр әмәлен тапҡан була: йылылыҡ станцияһынан ағыҙылған  һыу  ҡаран пәйҙә итә,  шунда йөҙәләр. Каноэ – талымлы, тотороҡһоҙ ҡорлма, тәжрибә етеңкерәмәгән кеше ултыра икән, түңкәрелергә генә тора. 11 йәшлек Андрей ҡаранда ышаныслы ғына йөҙгән булып күренгәс, тренерҙары ярҙағы йортҡа йылынырға инәләр. Шул саҡ кәмә әйләнә. Шундуҡ малайҙың тыны ҡыҫыла, һыуыҡтан тәне ҡата, еүешләнгән кейем һыу төбөнә тарта.... Хәҙер үҙе самалауынса, 20-25 минут буйына үлем менән көрәшә. Кәмәгә йәбешеп, көс-хәл менән ярға етә, ныҡ яфалана торғас, боҙ өҫтөнә шыуышып менә, шаҡырайып ҡатҡан көйөнсә бина эсенә һөйрәлә....  Өй эсендәге тренерҙар был күренештән шаҡ ҡата, ләкин эштең айышына  тиҙ төшөнөп, етеҙ эш итәләр: сисендереп, бөтә тәнен араҡы менән ыуалар, ҡайнар сәй эсерәләр, мейескә терәтеп ултырталар, бала ҡурҡып ҡалмаһын өсөн төрлө лаҡаптар һөйләп көлдөрәләр. Һыуыҡ тейеү түгел, аҙағынан бышҡырып та ҡуймай малай! Һәм аң төбөнә һалып ҡуя: ҡышын һыуға төшһәң, әжәл бик яҡын килә, тырнағына эләктерә икән, әммә һынауҙы үтә алһаң, кинәнес үә ҡәнәғәтлек килә.

Өс рапорт бирә

Әрме ваҡыты еткәс, Андрей Викторвичҡа физкультура институтына инергә йә спорт ротаһында хеҙмәт итергә тәҡдим итәләр.  Егет ҡәтғи рәүештә баш тарта, Ватан алдында хәрби бурысын үтәргә ашҡына. Башта әҙерлек часы, һуңынан Алыҫ Көнсығышта сик һаҡсылары заставаһына ебәрелә. БМП тоҡҫҡаусыһы вазифаһын башҡара. Ул ваҡытта Афғанстанда һуғыш барғас, 3 тапҡыр унда йүнәлтеүҙәрен һорап рапорт бирә. Кире ҡағалар – яңғыҙ әсәһенең берҙән-бер улы бит.  А.В.Саженков ул заманаларҙы ла ал да гөл тип кенә хәтерләмәй: “ Әрменең әрмеһендә, табын артында ултырырға тура килһә, украиндар тәү тост күтәргәндә “За вильну Украину!”- тиерҙәр ине, әйтерһең дә, Советтар Союзында уларҙы берәйһе берәй нисек ҡыйырһытҡан! Кавказлыларҙың енәйтәсел төркөмдәре менән дә шул заманаларҙа  тәү танышыуым булды... Әлеге МХО сәбәптәре бөгөн йә кисә генә барлыҡҡа килмәне”. Нисек кенә булмаһын, хәрби әҙерлектең  киләсәктә бик тә кәрәге тейәсәк әле. Әрменән ҡайтҡас, киномеханик булып эш башлай, күрше заводта эшләгән һылыуҡай – Римма Юнысова менән таныша ( Римма Нариман ҡыҙы Себерҙән килһә лә, тамырҙары беҙҙең Рафиҡ һәм Сөйәрғол ауылдарынан). Өйләнешәләр. Яҡутстандың Усть-Нера ҡасабаһына йәшәргә күсәләр. Андрей Викторович милицияға эшкә урынлаша.  Урындағы халыҡ төп өлөштә алтын кәсебе менән мәшғүл.  Ҡасабанан 300 километр радиуста башҡа ултыраҡтар ҙа йүнләп юҡ, ә бына 50 приииск иҫәпләнә. Ҡара кәсепселәр ҙә бихисап, енәйәтсел төркөмдәр ҙә ныҡ тамыр йыйған. Интернет булмағас, ундай хәлдәр тураһында бөтөнләй ишетмәй йәшәгәнбеҙ, ә урындағы милицияға ысын мәғәнәлә хәрби операциялар үткәрергә тура килә. 1983 йыл Артык ҡасабаһы эргәһендәге бәрелеше иҫкә алды: енәйтәсел төркөмдөң ҙур алтын ылауы Магадан өлкәһенә юл алған була, хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡаршы төшә, бәрелештә  бирелеүҙән баш тартҡан  ҡораллы бандиттарҙың дүртеһе  атып үлтерелә, әммә хеҙмәт бурысын үтәп ике милиционер ҙа баштарын һала. Ошо юғалтыуҙар буйынса ғына ла алыш масштабтын күҙ алдына килтерерлек!  Бындай операциялар байтаҡ булған. 1997 йыл ғаилә хәлдәре буйынса Саженковтар Ҡазанға кире ҡайта. Андрей Викторович наркоманияға ҡаршы көрәшә, капитан дәрәжәһенә етә, ул эшләгән бүлек республикала беренсе урындарҙы ла биләй. Тик бына наркотиктарға түрә-ҡара балалары ҡағылышлы икән, яуаплыҡҡа тарттырыуға йыш  кәртә ҡуйылғылай. Ғәҙелһеҙлекте йәне-тәне менән һөймәгән  милиционер, стаж тулыу менән  2002 йыл хаҡлы ялға китеүҙе хуп күрә. Әммә дәрт-дарманы күп бит, һаҡ системаһында хеҙмәтте дауам итә. Шул иҫәптән әле “Росгвардия” системаһында бүлексә командиры, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты объекттарының именлеге өсөн яуаплы.

Ҡышын – һыуға

Әле Яҡутстанда, “һалҡынлыҡ ҡотобы” тип аталған Оймякон трафтарында  йәшәгәнендә, Индигарка йылғаһында йыш һыу инә, ә унда йәйге селләлә лә температура 10 градустан юғары күтәрелмәй.  Тәү сумыуында уҡ каноэ менән түңкәрелгән сабый саҡ мажаралары иҫкә тәшә, күңелгә йылылыҡ бөркә. Ҡазанға ҡайтҡас иртәләрен күл буйында йүгерер була, иғтибар итә – сәйерерәк ҡылмыштары менән билдәле урындағы рәссам мәкегә сумырға ғәҙәтләнгән, ти. Андрей Викторович та уның янына төшөргә ғәҙәтләнә.

2011 йыл  Саженковтар Учалыға күсеп килә. Ҡала быуаһында Крещение байрамын ҡарарға баралар ҙа, ҡалғандар ыңғайына йәнә мәкелә ҡойоноп сыға.  Ғәҙәткә ала.Тик бына Андрей Викторович кәс-ғәйрәте ташып барған кеше бит, ҡойоноп ҡына сығыу аҙ булып күренә, һалҡын һыуҙа йөҙөү буйынса күнекмәләргә тотона. Һәм үрҙә яҙған уңыштарға ирешә.

Клуб кәрәк!

 Андрей Викторович  бай хәрби тәжрибәһе һәм үҙенсәлекле, һирәк кешеләр эйә булған  оҫталығы  менән йомарт өләшә. Бер-ике йыл ҡаланың “Патриот” хәрби-патриотик клубында тренерлыҡ эшен алып барҙы. Башҡаһынан тыш, сынығыу нигеҙҙәренә лә төшөндөрә. Бер өйрәнсеге фәҡәт әле махсус хәрби операция зонаһында понтон подразделениеһында хеҙмәт итә, йәғни ғәскәрҙәргә ваҡытлыса күпер һалыу менән мәшғүл. Үҫмер сағында алған ғилеме һалҡын һыуҙа  йылдам эш итергә булышлыҡ итәлер! Төрлө сәбәптәр менән иптәш Саженковҡа был клубта эшмәкәрлеген туҡтатырға тура килгәйне, әммә йәмәғәтселек, тәрбиә эшенә бар күңеле менән тоғро кеше бит ул. Тап әле ҡала-райондың ветерандар Советы, башҡа  йәмәғәтселек ойошмалары булышлығында йәштәр өсөн яңы хәрби-патриотик клуб ойоштороу хыялы менән янып йөрөй. Уҡытыу программаһына күҙ һалдыҡ: башҡа, барыһына ла билдәле һалдат әҙерлектәренән тыш, сынығыу (әле блиндаждарҙа ултырған яҡташтарыбыҙ бының кәрклегенә үҙҙәре инанғандыр!), ҡулға  Калашников автоматы  тотоп йөҙөү, йәшерен һыу аҫтынан йөҙөү кеүек дисциплиналар ҙа индерелгән. Бойомға ашырыу өсөн бер генә хәл итәһе мәсьәлә – ҡала быуаһы ярында әле буш  торған  бер бинаны ҡуртымға алыу – өйрәнсектәр кейем алыштыра алһын, йылынып сыҡһын өсөн. Урындағы властар булышлыҡ итер тигән өмөттә ҡалабыҙ – хәрби-патриотик тәрбиә ни тиклем мөһим икәнлегенә шөбһәләнгән кешеләр хәҙер бөтөнләй ҡалмағандыр, ә бында, өҫтәп, тулы мәғәнәлә “спецназ” булырлыҡ егеттәр ҡанат нығытасаҡ.

Илфат ЯНБАЕВ

П.С. Ошо көндәрҙә РФ Чемпионаты үтте. Андрей Саженков та ингән БР йыйылма командаһы өсөнсө урын яуланы. Ҡотлайбыҙ!

 

 

 

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: