Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Март , 11:00

"Һайлауҙарға килегеҙ!"

Учалы ҡалаһының 1-се Башҡорт лицейында урынлашҡан 3141-се һайлау участкаһында бөгөн ҙур йәнлелек күҙәтелә.

"Һайлауҙарға килегеҙ!"
"Һайлауҙарға килегеҙ!"

Учалы ҡалаһының 1-се Башҡорт лицейында урынлашҡан 3141-се һайлау участкаһында бөгөн ҙур йәнлелек күҙәтелә. Һайлау комиссияһы рәйесе Эльвира Багина белдереүенсә, был участкала 2536 кеше беркетелгән, шуларҙың ун һигеҙе быйыл гражданлыҡ бурысын тәүләп үтәйәсәк икән, йәғни уларға 18 йәш тулған.  

Бынан тыш, өйҙәренән сыға алмаған ололарҙы, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булып, һайлау участкаһына килә алмаусы граждандарҙы комиссия ағзалары өйҙәренә барып һайлатырға йыйына.

Валентина Пахомоваға 77 йәш. Үҙ гражданлыҡ бурысын ул һайлауҙарҙың тәүге көнөндә үк атҡарып ҡуйырға булған. Ғүмер буйы Учалы үҙәк ҡала дауаханаһында фельдшер булып эшләгән ханым бер һайлауҙарҙан да ҡалғаным юҡ ти. Бик актив, теүәл, яуаплы Валентина Ильинична һәр кемде был мөһим сарала үҙ тауышын бирергә саҡыра.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас: