Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Март , 11:35

“Балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн һайлайбыҙ”

3150-се һайлау участкаһында һайлауҙар дәррәү бара. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Юрий Сергеевич Михайлов бәйән итеүенсә, учалылар иртә таңдан гражданлыҡ бурыстарын үтәргә ашығалар. Алты кеше өйҙә һайларға теләк белдергән, ете кеше тәү тапҡыр һайлауға киләсәк. Күп балалы ғаилә “Балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн һайлайбыҙ” тигән плакат менән килгән.

Тайфуровтар ғаиләләре менән килгәндәр. “Ил президентын һайлау - беҙҙең өсөн дә бик мөһим ваҡиға, сөнки беҙ ҙә оло дәүләттең - Рәсәйҙең бер өлөшө”, - ти улар.

Күпселек һайлаусыларҙың теләге бер - балаларыбыҙҙың киләсәге имен, күк йөҙө аяҙ булһын.

Комиссия ағзаларына яуаплы эштәрендә уңыштар, ә һайлаусыларға әүҙем булыуҙарын, һайлауға килеүҙәрен теләйбеҙ.

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас: