Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Март , 09:32

Беренсе - Ильяс һәм Тәнзилә Ғәзизовтар

Ахунда ла, һуңынан юл ыңғайы инеп сыҡҡан Бөйҙө һайлау участкаһында ла  эш теүәл, закон талаптарына тура килтереп ойошторолған.

Беренсе - Ильяс һәм Тәнзилә Ғәзизовтар
Беренсе - Ильяс һәм Тәнзилә Ғәзизовтар

Шулай итеп, РФ Президенты һайлауҙары башланды.  Сәғәт 8-гә, кампания башланыуға тура килтереп, Ахун һайлау участкаһына килдек. Байтаҡ халыҡ йыйылып өлгөргәйне, йәш һайлаусылар балалары менән килгәс, сәйәси кампания шундуҡ байрам төҫө алды.

Ә иң беренсе булып Ильяс һәм Тәнзилә Ғәзизовтарҙың  ғаиләһе тауыш бирҙе.

-Һайлауға килеү – һәр кемебеҙҙең бурысы, -ти Ильяс Илгизәр ул.- Илебеҙҙең киләсәге хәл ителә бит!  Ниндәй өмөттәр бағлайым? Иң мөһиме тотороҡлоҡ, стабиллек.

 Ахунда ла, һуңынан юл ыңғайы инеп сыҡҡан Бөйҙө һайлау участкаһында ла  эш теүәл, закон талаптарына тура килтереп ойошторолған.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: