Яйыҡ
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Март , 12:20

Әүҙемлек юғары

  Филармонияның беренсе ҡатында ыҫпай ирекмән егеттәр «Рәхмәт-2024» билеттары ла өлөшә. Ятып ҡалғансы атып ҡалығыҙ: тик торғанда фатир йә автомобиль, башҡа ҡиммәтле приздар оторға мөмкин бит! Тик бөтә ҡуйылған шарттарҙы үтәргә онотмағыҙ!

Әүҙемлек юғары
Әүҙемлек юғары

3147-се участка һайлау комиссияһы  Учалыла иң ҙурҙарҙан: 2697  һайлаусы теркәлгән, 16 комиссия ағғзалары эш итә.

-Бынан алдағы һайлауҙар менән сағыштырғанда, әүҙемлелек күҙгә күренерлек дәрәжәлә юғары, 12.00 сәғәткә 15 процент һайлаусылар килде лә инде. Хатта 95 йәшлек апай үҙ аяғында килде, үҙенә күҙ генә теймәһен! -ти комиссия рәйесе Римма Солтанова. - Иң оло һайлаусыға ла, беренсе тапҡыр һайлауҙарҙа ҡатнашыусыларҙы ла бүләк биреп ҡотланыҡ.

 Һайлау алдынан обходчиктар йөрөүе лә эште бер аҙ еңеләйткән, ти, өйөндә тауыш бирергә теләүселәр ҡайһы көн һәм нисә сәғәттә көтөүҙәрен теүәл әйткән бит, уларға бөгөндән йөрөйҙәр. 

Филармонияның беренсе ҡатында ыҫпай ирекмән егеттәр «Рәхмәт-2024» билеттары ла өләшә. Ятып ҡалғансы атып ҡалығыҙ: тик торғанда фатир йә автомобиль, башҡа ҡиммәтле приздар оторға мөмкин бит! Тик бөтә ҡуйылған шарттарҙы үтәргә онотмағыҙ!

Фотола: Римма Рәмил ҡыҙы Солтанова, рәйес урынбаҫары Нәзифә Ишмөхәмәт ҡыҙы Абдрахманова һәм секретарь Флүрә Марат ҡыҙы Шәрипова.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: