Яйыҡ
+7 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Март , 12:16

Киләсәкте һайлайбыҙ

Учалы Учалы ҡалаһының бөтә һайлау участкалары ла гөрләп тора. Халыҡ һайлау өс көн дауам итеүенә ҡарамаҫтан, әүҙем килә. Ғаиләләре менән килеүселәр күп. Ҡаланың 3-сө лицейында урынлашҡан 3151-се һайлау участкаһы иртәнге сәғәт 8-ҙә ишектәрен асты. Бында 1500 кеше тауыш бирергә тейеш. Һайлау участкаһы урындағы ваҡыт менән 20.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Теге йәки был сәбәптәр арҡаһында өйҙән сыға алмаған, әммә һайлауҙа ҡатнашырға теләгән граждандар өсөн өйҙә тауыш биреү ҡаралған.  

Киләсәкте һайлайбыҙ
Киләсәкте һайлайбыҙ

Учалы Учалы ҡалаһының бөтә һайлау участкалары ла гөрләп тора. Халыҡ һайлау өс көн дауам итеүенә ҡарамаҫтан, әүҙем килә. Ғаиләләре менән килеүселәр күп.

Ҡаланың 3-сө лицейында урынлашҡан 3151-се һайлау участкаһы иртәнге сәғәт 8-ҙә ишектәрен асты. Бында 1500 кеше тауыш бирергә тейеш. Һайлау участкаһы урындағы ваҡыт менән 20.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Теге йәки был сәбәптәр арҡаһында өйҙән сыға алмаған, әммә һайлауҙа ҡатнашырға теләгән граждандар өсөн өйҙә тауыш биреү ҡаралған.

Фәрзәнә Биҡҡолова һайлауға тормош иптәше менән килгән.

-Бөгөн беҙ киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ, бының өсөн хәҙер беҙгә берләшергә, тауыш бирергә һәм алдағы йылдарҙа Рәсәй ниндәй йүнәлеш буйынса барасағын һайларға кәрәк, - ти ханым.  

 

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас: