Совет заманында гөрләп торған, илдәге үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда ярым ташландыҡ хәлдә ҡалған ауылыбыҙҙан кемдәр генә сыҡмаған! Улар араһында мөһим ғилми асыштар яһауға өлгәшкән күренекле ғалимдар, көнүҙәк мәсьәләләрҙе оҫта тасуирлау ҡеүәһенә эйә билдәле журналистар, талантлы шағирҙар, үҙ вазифаларын мөккибән китеп башҡарған мәғариф һәм медицина хеҙмәткәрҙәре, сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында уңыш ҡаҙанған белгестәр, үҙ кәсептәрен ойоштороп ебәргән эшҡыуарҙар бар.
Ауылыбыҙҙа тыуып үҫкән ир-егеттәрҙең байтағы, яҙмыштарын илде һаҡлауға бағышлаған. Шуларҙың береһе – отставкалағы капитан Иран Мәүлит улы Ҡужагилдин. Инәһе һәм ҡәртнәһе менән генә үҫте ул. Оло йәштәге ҡәртнәһе фани донъяны ҡалдырып киткәндән һуң инәһе менән икеһе генә тороп ҡалдылар. Инәһе, Байрамбикә Хәким ҡыҙы, йәш кенә сағынан алып хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем алтын сығарыу приискыһында эшләне. Уның тураһында: “Әзмәүерҙәй ир-егеттәрҙән һис ҡалышмай” тип әйтә торғайнылар. Аҡыллы ла, уңған да, тырыш та ҡатын ине ул. Ғәҙеллек, намыҫлылыҡ кеүек күркәм сифаттарға эйә, үҙ-үҙенә һәм башҡаларға ҡарата талапсан да булды.
Байрамбикә Хәким ҡыҙының булмышын тулыраҡ кәүҙәләндереү маҡсатынан бер миҫал килтереү урынлы булыр, моғайын. Бер тапҡыр һыуға барғанында Ирәмәл йылғаһы ярында үҙенең йоҙороғо ҙурлыҡтағы алтын (самородок) таба ул. Ысынлап та, уҙған быуат урталарында беҙҙең яҡта: “Алтын аяҡ аҫтында ята” тип әйтә торғайнылар. Ҡайһы берәүҙәрҙең тапҡан алтындарын, киләсәктә кәрәге тейер тип, йәшереп ҡуйғанлыҡтары ла билдәле. Ә Байрамбикә апай иһә, ауыл халҡын аптыратып, үҙе тапҡан алтынды икенсе көнөндә үк хөкүмәт ҡаҙнаһына илтеп тапшырғайны. Был хаҡта тәфсилләүемдең сәбәбе - Иран Мәүлит улының ҡанына бала сағынан уҡ иң тәүҙә ил мәнфәғәтен хәстәрләү зарурлығы һеңдерелгәндер тип фараз ҡылыуыма бәйле. Уның үҫкәс мотлаҡ хәрби хеҙмәткәр булыу хыялы ла тап ошо илһөйәрлек тойғоһона барып тоташалыр.
Нисек кенә булмаһын, 1972 йылда Мулдаҡай урта мәктәбен тамамлағас, ул Ставрополь ҡалаһындағы юғары хәрби команда элемтәһе училищеһына (СВВКУС – Ставропольское высшее военное командное училище связи) уҡырға керә. Әйткәндәй, ул йылда был училищеға уҡырға кереү өсөн бер урынға ҙур илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән тиҫтәләгән абитуриент дәғүә иткән була. Был мәғлүмәт хаҡында уйланғанымда ирекһеҙҙән минең күңелемдә ауылдашым менән ғорурланыу хисе уяна. Төпкөл төбәктә тыуып үҫкән ябай башҡорт егетенең хәрби училищеға кергәндәге имтихандарҙы бик яҡшы тапшырып, ҙур конкурсты лайыҡлы үтеп, курсант булып китеүе үҙе үк бер мәртәбә түгелме?
Хәйер, ундай уҡыу йорттарында тап Иран Ҡужагилдин кеүек егеттәр белем алырға тейештер ҙә. Атай тәрбиәһенән мәхрүм булһа ла, ысын ир-егет булып үҫә бит ул! Мәктәптә гел иң алдынғығылар иҫәбендә була. Спорт менән ихлас шөғөлләнә, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар ала. Мәктәп һәм район кимәлендә уҙғарылған төрлө мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
“Мәҙәни саралар” тигәндәй, Иран Ҡужагилдин өлкән кластарҙа уҡығанында һәм хәрби училищеның тәүге курстарында, каникулдарға ҡайтҡанында, ауыл йәштәре ойошторған үҙешмәкәр драма түңәрәгендә лә ҡатнаша. Ҡыҙҙар һәм егеттәр, төрлө пьесалар әҙерләп, Мулдаш клубында ғына түгел, күрше ауылдарҙа ла ярайһы уҡ уңышлы сығыш яһайҙар. Иран ағай, өҫтәүенә, һәр кемде таң ҡалдырып, профессиональ музыканттарҙан һис ҡалышмаҫлыҡ итеп, гармунда ла уйнай.
- Башланғыс кластарҙа уҡығанда Ишкелде исемле малай менән дуҫ булдыҡ, ә уның Ғәли ағаһы әйләнә-тирәлә иң шәп гармунсыларҙың береһе ине, - тип һөйләй ул үҙенең нисек итеп был музыка ҡоралы менән мауыға башлауын иҫкә алып. - Буш ваҡытыбыҙҙа беҙ гел шул ағай эргәһендә өйөрөлдөк, уның бармаҡтарының, гармун телдәре буйлап йүгереп, ифрат матур көйҙәр сығарыуына һоҡландыҡ. Үҙебеҙҙең дә уның кеүек шәп итеп гармунда уйнарға өйрәнгебеҙ килде.
Етмешенсе йылдарҙа ауыл йәштәре һәр ялда клубҡа киске уйынға йыйыла торғайнылар. Ул уйындарҙа иң мөһим кеше - гармунсы. Мыҡты кәүҙәле, ифрат һөйкөмлө, өҫтәүенә үҙе тағы шуҡ һәм шаян егеттең, башын һулға ҡырынайтыбыраҡ ултырып гармунда “һыҙҙырыуы” йәштәргә бик оҡшай ине.
Әйткәндәй, ауылыбыҙҙа малайҙар үҫкән һәр йортта тип әйтерлек гармун була торғайны. Был музыка ҡоралында уйнарға ихласлыҡтары булған үҫмерҙәрҙең байтағы Иран ағайҙан өйрәнделәр тип әйтеү һис кенә лә хәҡикәткә хилафлыҡ ҡылыу булмаҫ, моғайын.
Бәләкәстән һәр эштә лә үҙен инәһенең төп ярҙамсыһы итеп тойоп үҫте ул. Алыҫ ҡалаға хәрби училищеға барырға юлына кәрәкле аҡсаның тос ҡына өлөшөн үҙе тапты. Алдына ҡуйған маҡсатын ғәмәлгә ашырыр өсөн йәйге каникул көндәрендә гел рус халҡы йәшәгән Архангел ауылына барып, ялланып бесән сапты.
Хәрби училище курсанты булған йылдарында ла үҙен һынатманы: яҡшы уҡыны, һәр яҡлап та өлгөләрҙән һаналды.
1976 йылда, диплом алғас, иңдәренә лейтенант погондары тағып, Себергә юлланды, ундағы Красноярск-66 ҡаласығында дислокацияланған стратегия тәғәйенләнешендәге, йәғни океан аръяғына йүнәлтелгән, ракета дивизияһында хеҙмәт итә башланы. Билдәле булыуынса, Совет Армияһының был төр ғәскәрҙәрендә башлыса төплө белемле һәм үҙҙәренең бурыстарына бик етди ҡараған яуаплы офицерҙар ғына хеҙмәт итте. Ауылдашыбыҙ унда ла һынатманы.
Ун һигеҙ йылдан һуң Иран Ҡужагилдин тыуған яғына әйләнеп ҡайтты. 1994 йылда Учалы районының элемә үҙәгенә ауыл телефон селтәрҙәре инспекторы булып эш башланы. 1996 йылда ҡалалағы 12-се мәктәбенә хәрби хеҙмәткә тиклемге әҙерлек буйынса уҡытыусы-ойоштороусы булып урынлашты. 2000 йылда Учалы ҡалаһы һәм районы хакимиәтенә граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Һәр урында ла Иран Мәүлит улы үҙ вазифаһын бөтә күңелен биреп, ихлас башҡарыуы менән айырылып торҙо. Тәбиғи, наградалары байтаҡ, миҙалдары ла бар. Әммә үҙе өсөн иң әһәмиәтлеһе – 2013 йылда муниципаль берәмектәр араһындағы “Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр тармағындағы иң яҡшы белгес” тигән республика конкурсында беренсе урынды яулауы. Иманым камил – Иран Мәүлит улы, ысынлап та, хәрби хеҙмәттә лә, бүтән эшләгән урындарында ла һәр саҡ иң-иң лайыҡлыларҙың береһе ине.
Хеҙмәтендә лә, эш урындарында ла ул үҙенең әйләнә-тирәләге хәл-ваҡиғаларға битараф булмауы, тыуған төйәгебеҙҙең ямышы өсөн үҙенең дә шәхси яуаплылығы барлығын тойоуы менән айырылып торҙо. Ошо һығымтамды дәлилләп бер генә миҫал килтереү урынлы булыр тип уйлайым. Бынан бер нисә йыл элек ниндәйҙер “аҡыллы баштар” Мулдаштың түбәнге осонан арыраҡ ятҡан мул һыулы быуаны (халыҡ уны күл тип тә йөрөтә) йырып ебәрергә ҡарар сығаралар. Бала-саға һыу инерлек, балыҡ тоторлоҡ, ял итерлек берҙән-бер һыу һаҡлағысҡа юҡҡа сығыу янай. Иран Ҡужагилдин ауылдаштарыбыҙҙы быға юл ҡуймауға тәүәккәлләргә өндәй. Уйлауымса, бик дөрөҫ эшләй. Шөкөр, күл әле лә үҙ урынында.
Әүҙем холоҡло ауылдашым хаҡлы ялда ла тик кенә ятмай. Байтаҡ йылдар районда запастағы офицерҙар союзы рәйесе, ветерандар советы ағзаһы була.
Халҡыбыҙҙа: “Тырышҡан – моратына ирешкән” тигән әйтем бар. Иран Мәүлит улының тормош юлы – быға сағыу дәлил. Яҡташыбыҙ тырыш ҡына түгел, сыҙамлы ла. Тормош үҙе алдына ҡуйған әллә күпме һынауҙарға бирешмәне ул. Уның өсөн иң ауыры - хәстәрләп кенә үҫтергән, юғары белем алып, тормошта үҙ урындарын тапҡан ике улын бер-бер артлы юғалтыу булғандыр. Нисек кенә ауыр булһа ла, шул оло ҡайғыларҙы ла үткәререп, артабан йәшәргә көс тапты ул.
Л Һәр кемдең яҙмышы үҙ ҡулында, - ти Иран Мәүлит улы. – Хоҙай тарафынан бүләк ителгән бер генә тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәү зарур.
Ул үҙе тап шулай йәшәй. Тарих менән ҡыҙыҡһына, балыҡсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Үҙ көсө менән төҙөгән күркәм йорто тирәләй матур баҡса үҫтерә. Ысынлап та, йәшәйештең ҡәҙерен белеп, һәр яңы атҡан таңға шатланып, әйләнә-тирәләге һәр нәмәнән йәм табып көн итә.
Хөриә АБЫҘГИЛДИНА,
Өфө ҡалаһы.