Яйыҡ
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март , 15:04

Ирәмәлдә ҡар быйыл айырыуса ҡалын

-Томанда ла, ҡар яуғанда ла эшләй. Таулы рельефта был тепловизорҙар айырыуса кәрәк, сөнки ҡайһылыр урындарға тураға үтеп  тә булмай бит, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды белгес. –Аҙашҡан туристарҙы эҙләгәндә лә, биләмәләрҙе янғындан һаҡлағанда ла үтә кәрәкле аппаратура.

Ирәмәлдә ҡар быйыл айырыуса ҡалын
Ирәмәлдә ҡар быйыл айырыуса ҡалын

 

“Матур донъяла матур балалар” хәйриә фонды үткәргән “Матур донъя” федераль гранттар конкурсы тураһында былтыр яҙғайныҡ.

“Төбәктә тәбиғәттән файҙаланыу һәм һирәк төрҙәрҙе һаҡлау” номинацияһында БР Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дәүләт учреждениеһы дирекцияһы еңде. Уңышҡа ҡаҙанған проект “Ирәмәл”  тәбиғәт паркы өсөн тәғәйен, рәсми исеме - “ Мониторинг, күҙәтеү, юғалған туристарҙы эҙләү һәм янғындарҙың теүәл координаталарын билдәләү өсөн техник саралар ҡайтартыу”.

Дирекцияның йәмәғәт менән бәйләнештәр буйынса белгесе Зилә Ибәтуллина “Вся Уфа” телеканалына биргән интервьюла грант аҡсаһына ҡайтартылған тепловизор-монокулярҙарҙы күрһәтте. Йылылыҡ буйынса тирә-йүндән айырылған объекттарҙы ( мәҫәлән, кешене йә янғын сығанағын) алыҫтан күрергә мөмкинлек биргән ғәләмәт ҡатмарлы заман техникаһы. Хатта, теүәл координаталарын да билдәләргә ярҙам итә, ти.

-Томанда ла, ҡар яуғанда ла эшләй. Таулы рельефта был тепловизорҙар айырыуса кәрәк, сөнки ҡайһылыр урындарға тураға үтеп  тә булмай бит, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды белгес. –Аҙашҡан туристарҙы эҙләгәндә лә, биләмәләрҙе янғындан һаҡлағанда ла үтә кәрәкле аппаратура.

Ә был ике мәсьәлә лә бик актуаль.

-Шөкөр, быйыл аҙашыусылар юҡ, шулай ҙа Яңы йыл, 23 февраль, 8 март байрамдары дәүерендә беҙҙә меңгә яҡын кеше ҡунаҡланы, - ти“Ирәмәл” тәбиғәт паркы начальнигы Мирдар Дияров. –Башлыса Төлөк һәм Белорет йүнәлешенән киләләр. Учалы яғынан төп тотҡарлыҡ тураһында күп яҙҙыҡ инде – лагерҙарҙа электричество һәм юлдар юҡлығы туризм үҫешеүҙе тотҡарлай.

Беҙҙең үтенес буйынса Мирдар Руслан улы парктағы хәлдәр тураһында ла бәйән итте, был ҡыш ҡаты килде бит – урман кейектәре нисек үткәргән?

-Эйе, Ирәмәлдә ҡар быйыл айырыуса ҡалын, йәйәү йөрөүе үтә ҡатмарлы. Шуға ла йәнлектәр аҫҡараҡ, уйһыу урынлашҡан “Урал-Тау” заказнигы биләмәләренә миграцияланы. Әммә ҡоралай-мышылар ҙа, ҡыр ҡабандары ла ҡышты имен  тамамлап килә. Беҙ ҙә биотехния саралары башҡарып, бесән-фураж һәм тоҙ менән һыйлап булышлыҡ итәбеҙ. Һәм браконьерҙарҙан ҡурсалайбыҙ! Хәҙер ҡаргиҙәрҙәр (снегоходтар) күбәйгәс, “Гостехнадзор” инспекцияһы менән махсус килешеү төҙөп, күберәк берлектә рейдтар үткәрә башланыҡ. Ә гәзит уҡыусыларын, урманда булғанда янғындан һаҡланыу ҡағиҙәләрен теүәл күҙәтергә өндәйем.

...Эйе, урман янғындарына әле иртәрәк тә һымаҡ. Әммә бер ҙә юҡҡа борсолоуы түгел: ер ҡарҙан әрселеп, яңы үлән ҡалҡҡанға тиклем дәүерҙә урмандар утҡа айырыуса тиҙ бирешеп бара. Ҡау үлән, ҡамыл дары кеүек гөлт итеп дөрләргә генә тора бит.  Фәҡәт яҙғы миҙгелдә тау биттәрен имәнес һөрөм таптары ҡаплауы барыбыҙға ла таныш күренеш инде!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: