Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
22 Марта 2024, 04:25

Шәрип ауылының ғорурлығы

Зәйнулла Хәбибулла улы Рәсүлев ән-Нәҡшбәнди 1833 йылдың 25 мартында Ырымбур губернаһының Троицк өйәҙе Туңғатар олоҫоның Әүәз (хәҙерге Шәрип ауылы Учалы районы) ауылында донъяға килә. Уның тыуыуына 191 йыл тулды. Islamisemya.com сайтында һәм тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллиндың яҙмаларына таянып, түбәндәге мәлүмәттәр  бәйән ителә: Зәйнулла Рәсүлевтың олатаһы Рәсүл Мусин Башҡортостандың Благовар районы Балышлы ауылында Мөхәмәтшәриф Килдебәков хәҙрәттә уҡый. Уҡыуын бөтөүгә М. Килдебәковтың ҡыҙына өйләнә. 1917 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу документтарында, Килдебәковтар бөтәһе лә башҡорттар, тип яҙылған. 1811 йылдағы рәүиздә Рәсүл Мусинға 46 йәш һәм уның алты улы – Хәбибулла (24 йәш), Ниғмәтулла (17), Ғәйнулла (11), Әлимулла (10), Йәнбирҙе (4), Ҡаҙыбирҙе (2 ай) - булыуы күренә. Рәсүл Хәҙрәт тыуған ауылына ҡайтыу менән үҙенең шәхси мәҙрәсәһен аса, ә уның улы Хәбибулла  мулла булараҡ ҡына түгел, ә суфый булараҡ та билдәлелек яулай. Хәбибулла Рәсүл улы Нурғәли ишан мәҙрәсәһендә белем ала, ә Нурғәли ишан заманында Бохарала уҡып, мөриттәр уҡытырға, тәрбиәләргә шәһаҙәтнамә алған була.

Зәйнулла Хәбибулла улы Рәсүлев ән-Нәҡшбәнди 1833 йылдың 25 мартында Ырымбур губернаһының Троицк өйәҙе Туңғатар олоҫоның Әүәз (хәҙерге Шәрип ауылы Учалы районы) ауылында донъяға килә. Уның тыуыуына 191 йыл тулды. Islamisemya.com сайтында һәм тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллиндың яҙмаларына таянып, түбәндәге мәлүмәттәр  бәйән ителә: Зәйнулла Рәсүлевтың олатаһы Рәсүл Мусин Башҡортостандың Благовар районы Балышлы ауылында Мөхәмәтшәриф Килдебәков хәҙрәттә уҡый. Уҡыуын бөтөүгә М. Килдебәковтың ҡыҙына өйләнә. 1917 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу документтарында, Килдебәковтар бөтәһе лә башҡорттар, тип яҙылған. 1811 йылдағы рәүиздә Рәсүл Мусинға 46 йәш һәм уның алты улы – Хәбибулла (24 йәш), Ниғмәтулла (17), Ғәйнулла (11), Әлимулла (10), Йәнбирҙе (4), Ҡаҙыбирҙе (2 ай) - булыуы күренә. Рәсүл Хәҙрәт тыуған ауылына ҡайтыу менән үҙенең шәхси мәҙрәсәһен аса, ә уның улы Хәбибулла  мулла булараҡ ҡына түгел, ә суфый булараҡ та билдәлелек яулай. Хәбибулла Рәсүл улы Нурғәли ишан мәҙрәсәһендә белем ала, ә Нурғәли ишан заманында Бохарала уҡып, мөриттәр уҡытырға, тәрбиәләргә шәһаҙәтнамә алған була.

Архив мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Әүәз (Шәрип) ауылы XIX быуат баштарынан билдәле һәм уға нигеҙ һалыусылар булып Троицк өйәҙенә ҡараған Ҡыуаҡан ырыуы кешеләре тора. 1843 йылда үткән VIII рәүиз (ревизия) буйынса ул ваҡытта Әүәздә 234 кеше йәшәгән, 1859 йылда үткән Х рәүиз һөҙөмтәһе 316 кеше тип күрһәтә, 1920 йылда 348 кеше теркәлгән, 2002 йылда 51 булһа, бөгөнгө көндә 20-25 кеше иҫәпләнә.

Зәйнулла Рәсүлевтың рухи орлоҡтары тыуып үҫкән ғәзиз төбәгендә моронлағаны көн кеүек асыҡ. Әлбиттә, Хәбибулла мулла улын үҙенең юлын дауам иттереүсе итеп күрәһе килгәндер. Шуға ла тәүге төплө белемде атаһы улына үҙ мәҙрәсәһендә бирә лә инде. Тиҙҙән малайҙың зирәклеген, алдан күреп, дөрөҫ аңлап, аҡыл менән эш итеүсәнлеген тойған атай-әсәһе уның зиһененә таң ҡала. Уның бала сағы ауылды икегә бүлеп урғылып аҡҡан Уй һыуында ҡойоноп, балығын тотоп, мәғрүр Уйташ, Нәрәле тауҙарының һоҡланғыс хозурлығынан ләззәт, кинәнес алып, саф тәбиғәт ҡосағында, иҫкән наҙлы елдәргә иркәләнеп үтә.

Атай-әсәһенең тәрбиәһе, аҡыллы кәңәштәре, үҫмерҙең  күңеленә  киләсәккә юғары маҡсаттар ҡуйырға уңай шарттар тыуҙыра һәм  һәләттәрен үҫтерергә булышлыҡ итә.

Малай Муйнаҡ, Ахун, Троицк мәҙрәсәләрендә белемен арттыра, аҡыл туплай. Төрмәлә, һөргөндә күргән-кисергән ғазаптары рухын нығыта. Үҙ алдына күп китаптар уҡып, үҙ өҫтөндә эшләгән шәхес ғилем эйәһенә әүерелә, шәйех һәм Ән- Нәҡшбәнди, Ҡотоп заман тигән юғары исемдәр ала һәм исламиәт донъяһында дан, шөһрәт ҡаҙана. Уның дин ғилемен тәрән белеүе, гипноз һәм Тибет медицинаһы алымдары менән дауалау һәләтенә эйә булыуы, шулай уҡ күрәҙәселеге ишанға бик ҙур абруй, билдәлелек килтерә. Һөйләгән вәғәздәрен, өгөт-нәсихәттәрен ҡымшанмай ҙа, йотлоғоп тыңлар була шәкерттәре.

Ул ойошторған “Рәсүлиә” мәҙрәсәһе Ырымбур, Өфө губерналарында бик күп мәктәп-мәҙрәсәләргә яҡшы өлгөгә әүерелә. Уны тамамлаған шәкерттәр, имамдар, мөғәллимдәр, мөдәристәр йәмәғәт эшмәкәрҙәре булып Зәйнулла ишандың юлын дауам итеп, исемен юғары күтәрәләр.

Зәйнулла Рәсүлиҙең ғәйәт оло хеҙмәте тураһында тик һуңғы 20-25 йыл элек кенә белә башланыҡ. Зәйнулла ишан үҙенең һуңғы һулышына тиклем кешеләрҙең киләсәге, иманлы булыуҙарын теләп хәстәрлек күрһәтеп йәшәй.

Шәрип ауылының әле 1998 йылдарҙа иҫән булған иң оло кешеһе Өмәрғолов Сиражетдин атаһынан ишеткәндәрен һөйләп ҡалдырған: “Зәйнулла ишандың йорто минең йорттан ике өй аша булған, эргәһендә мәсет эшләгән. Зәйнулла Рәсүлев Троицкиҙа эшләгән дәүерендә йылына 2-3 тапҡыр килеп йөрөгән, ҡан-ҡәрҙәштәре ятҡан зыяратҡа кереп иң тәүҙә аят уҡығаны һәм мәсеткә инеп үҙен һағынып көткән ерҙәштәре менән осрашып вәғәз, өгөт-нәсихәттәр уҡыр булған”.

Зәйнулла ишан һәр килгәнендә Аллаһы Тәғәләнең ризалығын алмаҡҡа ҡорбан салып Ирәмәлгә бер үҙе генә күтәрелгән. Ишандың ҡунаҡҡа килгәнен ишетеп тирә-яҡтағы ауылдарҙан халыҡ уны күреп кәңәштәрен алырға һәм дауаланып ҡалырға Шәрипкә ағылыр була.

Заманында Шәрип ауылында Поляковка приискыһына ҡараған ике алтын фабрикаһы эшләгән. Халыҡ эшле, аҡсалы булған. Хәҙер приискы ла юҡ, эш тә юҡ, кешеләрҙең күбеһе Мейәс ҡалаһына һәм башҡа ерҙәргә күсеп китеп бөткән. Шәрип ауылына 1855 йылдарҙан Башҡортостандың танылған сәсәне Мифтахетдин Аҡмулланың килеп йөрөгәне әле лә халыҡ хәтерендә һаҡлана. Ғәскәр йыйыу уйы менән йөрөгән Зәки Вәлиди ҙә Шәрип ауылында туҡталып киткәнен үҙенең “Хәтирәләр”ендә яҙған.

Зәйнулла Рәсүлиҙең тормош юлын өйрәнеүсе ғалимдар, әле уның тәржемәи хәле тулыһынса яҡтыртылмаған, тиҙәр. Уның уҡыусыһы Ризаитдин Фәхретдин: “Шәйех Зәйнулланың тәржемәи хәле хосуси тәржемәи хәл түгел, ә беҙҙең ғөмүмән тарихыбыҙҙың бер бите булараҡ әһәмиәтле”, - тип яҙа.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, әленән-әле архивтарҙа бөйөк ғалим һәм әҙип тураһында яңынан-яңы мәғлүмәттәр табылып беҙҙе шатландырып тора.

Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Туңғатар олоҫо, 7-се башҡорт кантоны, өсөнсө йортҡа ҡараған Әүәз ауылында 1859 йылғы рәүиз һөҙөмтәһенең 36-сы һанында мулла Хәбибулла Рәсүлев ғаиләһе теркәлгән, уға ул саҡта 71 йәш булһа, ҡатыны Мәслифә Йәноҙаҡоваға 62 йәш була. Атаһы менән 26 йәшлек улы Зәйнулла һәм уның ҡатыны, 20 йәшлек Бибибәдиғә Ғалиуллина йәшәй. Улар менән бергә Фәтҡулла Рәсүлевтың уландары, Хәбибулланың ейәндәре Ғайса (14 йәш), Муса (12 йәш) йәшәгән.

Фәтҡулланың балалары ла – Ғайса менән Муса - Рәсүлевтарҙың нәҫелен данлаусы шәхестәр  һәм Учалы районы халҡының ғорурлығы. 1959 йылғы рәүиздә күренгән мәғлүмәттәр буйынса Ғайса 1845 йылда тыуған тигән фекергә киләбеҙ. Ғайса менән Муса тәүҙә олаталарынан белем алалар. Һуңынан ағалары Зәйнулла эргәһендә белем эҫтәйҙәр.

Ғайса Рәсүлев Туңғатар олоҫоноң Ялсығол ауылы мәсетенең имам-хатибы, ә 1888 йылдың 28 авгусынан Иҫке Байрамғол ауылының ахуны итеп тәғәйенләнә. 1904-1905 йылдарҙа рус-япон һуғышында полк муллаһы булып хеҙмәт итә.

“Әҙипселек һәләте лә уның 1904-1905 йылдарҙа үҫкәне күренә һәм һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, шиғри һәләте тураһында Ризаитдин Фәхретдиновҡа ебәргән яҙмаларында сағылдырыла”, - тип яҙҙы журналист-яҙыусы Рәүеф Насиров. Шулай уҡ ул: “Халыҡтың иҫләүе буйынса, Ғайса ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул Георгий тәреһе (ҡайһы бер яҙмаларҙа 3-cө дәрәжә Изге Станислав ордены) һәм исеме яҙылған ҡылыс менән наградлана, үҙе генерал чинына үрләтелә, тип яҙылған. Был ысынлап та шулай булғанмы, юҡмы, әммә халыҡ күңелендә Ғайса Рәсүлев мулла ғына булып түгел, ә ысын батыр рәүешендә урын алған шәхес. Әүеш аҡһаҡалдары Ғайсаның ҡыҙыл лампаслы салбар кейгеләгәнен, Үзбәкстанға күсеп киткән ҡыҙында Георгий тәреһен күреүҙәрен һөйләй. Империалистик һуғыштан ҡайтҡан Ғайсаға Троицкиҙа эшләргә урын тәҡдим итһәләр ҙә ул баш тарта. “Әүештән бер ҡайҙа ла китмәйем”, - тип белдерә һәм Әүеш күле уртаһындағы утрауҙа картуф, йәшелсә үҫтереп, тыныс ҡына йәшәргә уйлай. Әммә уға һәүетемсә генә йәшәү бәхете тәтемәй. Күрше казак станицалары менән ер-һыу өсөн ыҙғышып, йәки башҡа мәсьәләләр буйынса уға ярлы халыҡ өҙлөкһөҙ ярҙам һорап килә. Уның абруйы ябай халыҡ араһында бик көслө була һәм халыҡ  уны үҙ илсеһе, ҡурсалаусыһы тип атай.

Мәрхүменә тиклем Әүеш ауылы ахуны булып торған шәхес “Илсе Ғайса” йырының, байтаҡ япон бәйеттәре һәм Мифтахетдин Аҡмулланың нисек үлтерелеүе тураһындағы бәйеттең авторы. Ғайса ахундың улы Таяр Шәрип ауылында мулла була. 1918 йылда М.Селиванов тигән анархист, уны ҡапҡа төбөнә саҡырып сығарып, атып китә. Талха улы Герман һуғышында унтер-офицер дәрәжәһенә күтәрелә. Азат Ярмуллин үҙенең “Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында “ тигән  китабында: “Талха Рәсүлев ике туған ағаһы-мосолмандарҙың арҙаҡлы ишаны Зәйнулла Рәсүлевтың Троицкиҙағы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә белем ала. Беренсе донъя һуғышына алынып, фронтта йөрөп ҡайта” – тип яҙа. 1917 йылдан Башҡорт халҡы үҙаллылыҡ, автономия өсөн көрәшкә күтәрелгәс, ошо милли-азатлыҡ хәрәкәтендә актив ҡатнаша. Талха Рәсүлевтың исеме  Зәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр”ендә йыш телгә алына. 1918 йылдың апрелендә Ырымбур төрмәһенән  ҡотолғас, З.Вәлиди  Тамъян-Ҡатай кантонына килә. Бында уны Талха Рәсүлев оҙатып йөрөй. “Ҡайнағам буласаҡ Талха Рәсүлев менән Силәбе һәм Ялан-Ҡатай (хәҙерге Ҡурған ) аша Ҡостанай ҡалаһына барыу өсөн уның олоҫо Туңғатарға  киттек”,– тип үҙ хәтирәләрендә яҙа. Талха Рәсүлев Зәки Вәлидиҙең яҡын көрәштәше, ныҡлы терәгенә әүерелә. Т.Рәсүлев 1918 йылдың июнь-июль айҙарында Башҡорт хәрби шураһы рәйесе З.Вәлидиҙең махсус йомоштарын үтәүсе вазифаһын башҡара. Июль аҙағында тыуған яғына ҡайтып Тамъян-Ҡатай кантонының эшен яйға һалыу менән мәшғүл була. Тәүәккәл ир уҙаманын Тамъян-Ҡатай кантоны етәксеһе - башҡарма комитет рәйесе итеп һайлайҙар. 1919 йылдың 18 февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Совет власы яғына сыға.Тиҙҙән Талха Рәсүлев  Башҡорт Совет Республикаһының аҙыҡ-түлек буйынса халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә.  1920 йылдың май аҙағында  Башсовнархоз Президиумы ағзаһы итеп һайлана. Әммә бында уға оҙаҡ эшләргә насип булмай. 16  июндә Башревком ағзалары, Үҙәк Совет власының сәйәсәтенә  ризаһыҙлыҡ белдереп, эштән китә. Зәки Вәлидиҙең кәңәше буйынса башҡорт эшмәкәрҙәре Төркөстанға юллана. З.Вәлиди Төркөстанға киткәс, уның үтенеүе буйынса һеңлеһе Нәфисәне Әхмәтзәкигә алып бара һәм шунда, Урта Азияла, тороп ҡала. Шәрип ауылы аҡһаҡалдары раҫлауынса, ул Ҡытайға сыға һәм тимер юл рельстары эшләргә заказ биреү өсөн Златоустҡа килгән була. Тыуып үҫкән ауылы ҡул һуҙымында ғына булғас, ул йәшертен генә Әүешкә килеп киткән.Талха туғыҙ телдә һөйләшкән була. Ҡатынын эйәртеп (исеме Разия - Балбыҡ ауылынан, Бәхтиәровтар ғаиләһенән), Әхмәтзәки Вәлиди артынан Урта Азияға сығып киткәне тураһында  мәғлүмәт халыҡ хәтерендә һаҡланған. Талха менән Таяр Ғайсаның тәүге ҡатынынан тыуған балалар. Икенсе ҡатынынан ике ҡыҙ һәм бер малай була. Малайҙары йәшләй генә һыуҙа батып үлә. Талиба исемле ҡыҙы, мәғәриф өлкәһендә танылған хеҙмәткәр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың Бөтә Рәсәй съезына делегат итеп ебәрелә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеменән Н.К.Крупскаяға бүләк тапшыра. 30-сы йылдарҙа Ауырғазы районында мәғәриф бүлеге мөдире була, сәйәси репрессиялар башланғас, ҡурҡып, шунда уҡ район финанс бүлеге мөдире булып эшләгән ире менән бергәләп, Урта Азияға ҡаса. 1967 йылда ғына кире ҡайтып, Миндәк ҡасабаһында йәшәй һәм шунда үлеп ҡала. Ғайсаның кескәй ҡыҙы Таһира  (уның улы Әнүәр – Ҡаҙағстанда йәшәгән). Фәтҡулланың икенсе улы - Муса. Ғайса менән бергәләп ике мәртәбә Мәккәгә барып ҡайта. Рәсәйҙә бик таныулы һәм бай генерал Дашковтың ҡыҙына өйләнә, ләкин ҡатыны бик иртә, 1889 йылда үлеп ҡала. Мусаның икенсе ҡатыны – Ғәйшә, Ахун ауылында таныулы Яҡуп мулланың ҡыҙы. Муса тәүге йылдарын Аҡҡужала үткәрә, ә өйләнгәс ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Ахун ауылында абруй, хөрмәт ҡаҙанып йәшәй.

Муса хажи тураһында Ахун ауылының  ветеран уҡытыусыһы Зилиә Ғилметдин ҡыҙы Әхмәтова ауылдаштарының хәтирәләренән яҙып алған яҙмаһын файҙаланып, түбәндәгеләрҙе бәйән итәм.

Муса Рәсүлев “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә төплө һәм тәрән белем ала, хажи дәрәжәһенә күтәрелгәс, Үрге Урал ҡалаһының беренсе мәсетенә имам-хатип итеп тәғәйенләнә. Осо-ҡырыйы булмаған дала уртаһында ултырған Үрге Урал ҡалаһы Муса Рәсүлевтың күңеленә бер ҙә ятмай. Тәртипһеҙ рәүештә төҙөлгән иләмһеҙ өйҙәр, күп милләтле халыҡ, тигеҙһеҙ урамдары эсен бошора. Муса хажи ағаһы Зәйнулла ишан менән йыш ҡына Ахун ауылына Яҡуп хәҙрәт янына килеп йөрөй. Ахун ауылы бөтөнләй икенсе: оҙон тигеҙ урамдары, ҡупшы төҙөлгән өйҙәре, теҙелеп киткән бай сауҙагәрҙәрҙең лавка-магазиндары, гөрләп торған баҙары, көн дә аҙан яңғыратып торған өс мәсете, динде ихтирам иткән халҡы, белемле, уҡымышлы зыялыларҙың күп булыуы, Садиковтың китап магазины, газета алдырып уҡыусы шәкерттәрҙең, диндарҙарҙың күп булыуы Муса хажиҙың күңелен арбай.

Яҡуп хәҙрәттең үтенесе буйынса һәм Зәйнулла ағаһының ҡәтғи тәҡдименә буйһоноп, күп тә үтмәй Муса хажи Ахундың иң матур, иң ҙур мәсетендә имам-хатип булып эш башлай. Олоғайған Яҡуп хәҙрәт Муса Рәсүлевты шатланып ҡаршы ала һәм күп тә үтмәй уны  ҡыҙы менән никахлаштыра.  Тиҙҙән уны үҙенең урынына тәғәйенләп, фатихаһын бирә. Муса хажи ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Ахунда йәшәй. Ул ағаһы Зәйнулла ишандан өйрәнгән табиплыҡ, күрәҙәселек эшмәкәрлеген алып бара.  Муса хажи үҙенең шәкерттәренә төплө белем, яҡшы тәрбиә биреүе, күркәм холҡо, матур вәғәздәре, зекерҙәре менән Ахун ауылы халҡының һөйөүен яулай. Ахунда “Муса утары”, “Муса шишмәһе”, “Муса ҡәбере” тигән тарихи урындар, бөгөнгө көндә лә уның изге эштәрен хәтерләтеп тора.

Ул 1904 йылда баҡыйлыҡҡа күсә һәм Ахун ауылы зыяратында ерләнә. Ауылға нигеҙ һалған  Ахун олатай: “Был ауыл – ер кендеге,”- тиһә, Муса хажи: “Ожмахҡа тиң гүзәл ер”, –тип атай.

Муса хажиҙың ике улы – Ғабдулла һәм Мөждәбә атайҙарының һәм Зәйнулла бабайҙарының изге эштәренә хыянат итмәйҙәр, күренекле шәхестәр булып китәләр. Ғабдулла  20-се йылдарҙа Тамъян-Ҡатай кантонында халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире булып эшләй. Мөждәбә шул уҡ кантонда хәрби комиссар урынбаҫары була, ә 1920 йылда С.Мырҙабулатов етәкселегендә башҡорт хеҙмәтсәндәре Совет власына ҡаршы күтәрелгәс, ул Тамъян-Ҡатай кантоны тирәһендәге төркөмдәрҙең  башлығына әүерелә. Ә Совет власы менән Килешеү төҙөгәндә ихтилалда ҡатнашыусылар исеменән, улар эҙәрлекләнмәҫкә тейеш, тигән шарт яҙылған документҡа ҡул ҡуя. 1936 йылда барыбер ҡулға алынып, Себерҙә мәрхүм була.

Әҡлимә САФИНА.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас